

Урындағы уңған халыҡ ярҙамы менән байрамса биҙәлгән майҙанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы батыр яугирҙәргә, урман сәнәғәте хужалығы, мәктәп тормошо һәм мәҙәниәт тарихына арналған күргәҙмәләр, төрлө спорт уйындары, бай йөкмәткеле концерт номерҙары ойошторолған ине.
Сәхнәгә район хакимиәте етәкселеге, ауыл биләмәһе вәкилдәре, арҙаҡлы яҡташтар, ауыл халҡы, балалар һәм әүҙем йәш ғаиләләр бер-бер артлы күтәрелде. Бай тарихлы ауылдың үткәненә байҡау яһалды, ауыл тормошона, уның йәшәйешенә ҙур өлөш индергән данлы ауыл хеҙмәтсәндәре иҫкә алынды, әлеге мәлдә ауыл күрке булғандарына рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
Бер нисә быуын вәкилдәрен берләштереп, осраштырған байрам ауылдаштары күңелендә мәңге йәшәр. Ни тиһәң дә, тыуған ер менән бәйле яҡташтар кендек ҡаны тамған, йөҙ йыллыҡ тарихы булған ауылын онотмай: үткәрелгән һәр сараны ҡалдырмай.
Ғөмүмән әйткәндә был көн бер нисә быуынды бергә йыйҙы: иң кесеһенән алып аҡһаҡалдарға тиклем, шулай уҡ ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы һәм хөрмәтле делегацияларҙы.
Байрам программаһы барыһына ла бик күп хистәр бүләк итте.
Осрашыу тантанаһын асыу мөмкинселеге район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовҡа, район Советы рәйесе Геннадий Васильевич Туленковҡа һәм ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалдарына бирелде. Улар ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны һәм ауылды үҫтереүгә, уның йолаларын һаҡлауға булышлыҡ иткән яҡташтарҙы тантаналы бүләкләп үтте.
Байрам бик ойошҡанлы һәм күңелле үтте. Ошо атмосфераны булдырыуҙа үҙ өлөшөн индергәндәрҙең һәр кеменә рәхмәтле Ҡыҙҙарбиргән ауылында тыуып үҫкән райондаштарыбыҙ. 100 йыл ябай ғына дата түгел, ә бергә яҙылған оло бер тарих.
Ауылдың яҡты һәм бәхетле йылдары тағы ла күп булһын! Ауыл йәшәһен!