

Ул үҙенә мәҙәни, спорт һәм эшлекле программаларҙы индерә. “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигән фитнес программа, оҫталыҡ дәрестәре, илдең иң яҡшы быу оҫталарынан сабыныу, массаж зонаһы, һыу аттракциондары, күбекле кис, гастрофестиваль – былар барыһы ла килгән ҡунаҡтар өсөн эшләнә.
“Рәхәттә” тигән мунса ҡаласығы ике көн дауамында эшләйәсәк. Биш ҙур мунса, һыу атракциондары, бассейндар – республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы көтә.
Айырыуса ҙур иғтибар мунса эшенең инновация технологияларына бирелә. Әйтергә кәрәк, улар араһында Рәсәй рекордсмены, 400 литрҙан ашыу һыу ҡойоуға һәләтле уникаль ҡойоноу ҡоролмаһы бар. Ул махсус рәүештә 2022 йылда фестиваль өсөн проектланды һәм Рәсәйҙең рекордтар китабына инде.