

Тыуған ере, иле алдында үҙ бурысын үтәп яҡындары янына ҡайтҡан яҡташыбыҙ, Йылайыр ауылында йәшәүсе Илгиз Рәмов тураһында гәзитебеҙ биттәрендә яҙғаныбыҙ булды. Уның батырлығы, ҡыйыулығы хаҡында районыбыҙ халҡы бик яҡшы белә.
Ошо көндәрҙә ғорурланырлыҡ яңылыҡ алдыҡ. Махсус хәрби операция зонаһында тыуған ере өсөн, алдынғылыҡ өсөн хеҙмәт итеп ҡайтҡан Илгиз Рәмовҡа Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариаттың хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырған.
Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән яугирҙең әлеге мәлдә контакт хеҙмәте тулған. Дүрт балаға ғүмер бүләк иткән яҡташыбыҙ хеҙмәт итеү осоронда ҙур тәжрибә туплай, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, хәрби мәсьәләләрҙе үтәй.
Әлеге көндә ул тыныс тормошта эшләп йөрөй. Эшһөйәр һәм патриотик рухлы ир уҙаман ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, алдына ҡуйған бурысын намыҫ менән башҡара.
Бөгөнгө заман геройы булған Илгизде оло награда алыуы менән ҡотлайбыҙ! Алдағы киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек теләйбеҙ!
Фото ғаилә архивынан алынды.