Ошондай күңелһеҙ эҙемтәләрҙе булдырмауҙы иҫтә тотоп, республика Хөкүмәтенең 2016 йылдың 9 авгусындағы 320-се ҡарары нигеҙендә республиканың түбәндәге айырым категориялы граждандарының өйҙәренә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы бушлай урынлаштырыу буйынса эштәр бара:
– аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр;
– 55 йәштән өлкән бер үҙе йәшәүсе граждандар;
– хәрби хәрәкәттәр инвалидтары;
– хәрби хәрәкәттәр ветерандары;
– 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған граждандар («Һуғыш балалары»);
– «Страховой пенсиялар тураһында» Федераль закондың 8-се статьяһы 1 пунктында күрһәтелгән, айырым торлаҡ йорттарҙа йәшәүсе пенсия йәшендәге граждандар.
Әгәр һеҙ ошо категорияға инәһегеҙ икән янғын иҫкәртеүсе приборҙарҙы бушлай алыу өсөн ошо телефон һандары аша заявка ҡалдырырға кәрәк: 8-937-49-74-892.
Махсус приборҙы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитетының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса эштәр идаралығының профилактика үҙәге хеҙмәткәре бирә, адресы: Йылайыр ауылы, Голубцов урамы, 107б.
Билдәле булыуынса, был ҡоролмалар йорттоң түшәменә ҡуйыла, янғын сыҡҡан осраҡта бинала барлыҡҡа килгән төтөн өҫкә күтәрелеп, ҡоролмаға эләгә һәм хата йоҡлап ятҡан кешене лә уятырлыҡ көслө тауыш сығара.
Ҡоролманы ҡулланыу бик ябай, уны һәр кем һатып алып, инструкцияһы менән танышҡандан һуң, үҙ аллы урынлаштыра ала. Автономлы янғын иҫкәрткестәре махсус сигнализация линияһы һалыуҙы һәм өҫтәмә ҡорамалдар ҡулланыуҙы талап итмәй. Кәм тигәндә йылына бер тапҡыр батареяларын алмаштырырға кәрәк. Һәм даими рәүештә, кәм тигәндә ярты йыл һайын, туҙандан эшләп китмәһен өсөн, һүтеп алып, камераһын саң һурҙырғыс менән таҙартырға кәңәш ителә.
Янғын ваҡытында кешеләр нигеҙҙә һөрөм газы һәм яныу продукттары менән ағыуланыуҙан һәләк була.
Автономлы янғын иҫкәрткесе – кешеләрҙе янғында һәләк булыуҙан ҡотҡарыусы һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Был яйланма төтөн сыға башлау менән, утты үҙ аллы һүндереү мөмкин булған стадияла кешеләрҙе иҫкәртә. Автономлы янғын иҫкәртеүсе – һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе бик кәрәкле ҡоролма.
Был ҡулайламаларҙың файҙаһы бик ҙур.
Хөрмәтле граждандар, янғынды булдырмау, һеҙҙең ғүмерҙе ҡотҡарыу һәм милекте уттан һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән, һеҙгә үҙ йорттарығыҙға автоном датчиктар урынлаштырырға тәҡдим итәбеҙ. Йортта аҙ ғына төтөн сыҡһа ла, был ҡулайлама уны шунда уҡ бик көслө тауыш менән белгертә. Өлкән йәштәгеләр йәшәгән йорттарға әлеге датчиктарҙы урынлаштырыу бигерәк тә кәрәк. Һеҙҙең, туғандарығыҙҙың тормош именлеге өсөн, һеҙгә янғын сығыуын хәбәр итеүсе ҡулайламаны үҙ йортоғоҙҙа булдырырға кәңәш итәбеҙ
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Янғын сыҡҡан осраҡта берҙәм ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә шылтыратығыҙ – 112!
Ш.БАЙНАЗАРОВ янғындарҙы иҫкәртеү инструкторы.