

Мәҫәлән, ағымдағы йылдың май айының беренсе аҙнаһында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре идара итеү хоҡуғы булмаған мототранспорт менән идара иткән 10 һәм 15 йәшлек ике йәш водителде асыҡлаған. Юл хәрәкәтен боҙоусылар тураһында мәғлүмәт тейешле органдарға тапшырылған.
Был үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7 статьяһының 3-сө өлөшө буйынса «Транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғы булмаған кешегә транспорт биреү» өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған, был 30000 һум күләмендә административ штраф һалыуға килтерәсәк.
ЮХХДИ ҡағиҙәләре буйынса, двигатель күләме 50 см3-ҡа тиклемге мопед һәм скутер менән идара итеүгә 16 йәштән, «М» категориялы водитель таныҡлығы булғанда ғына рөхсәт ителә, ә двигатель күләме 50 см3-тан артҡан мототранспорт менән 18 йәштән һәм тик «А» категориялы водитель таныҡлығы булғанда ғына идара итергә мөмкин.
Дәүләт автоинспекцияһы йәш үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре мопедтар, мотоциклдар, скутерҙар, электросамокаттар, квадроциклдар һәм башҡа техникалар һатып алғанда, был техникаларҙың бала өсөн ни тиклем ҡурҡыныс янауы тураһында һәм хәүефле булыуын уйламайҙар тип хәбәр итә. Ә инде 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙең хоҡуҡ боҙоуҙары өсөн нәҡ ата-әсә яуап бирә икәнен дә улар онотмаһын ине.
Ата-әсәләр Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.35-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса, йәғни үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү бурыстарын үтәмәгәндәре өсөн, шулай уҡ 12.7-се статьяның 3-сө өлөшө буйынса транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғы булмаған кешегә транспорт биргән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы мөмкин.
Хөрмәтле ата-әсәләр, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: 16 йәшкә тиклемге водитель таныҡлығы булмаған балаларға һәм үҫмерҙәргә мототранспорт сараһы менән идара итеү тыйыла! Мототранспорт ҙур хәүефлелек тыуҙыра! Үҫмер балаға мотоцикл, скутер йәки мопедҡа ултырырға рөхсәт итеү алдынан, уның хәүефһеҙлеген һәм бының ниндәй эҙемтәләргә килтереүе мөмкинлеген уйлағыҙ!
Йылайыр районы буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторы, полицияның кесе лейтенанты Мөнир Юнир улы ТУСАЛИН.