Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
19 Август 2025, 10:14

Был карапты күрмәй китмәгеҙ!

Яңы арт-объект барлыҡҡа килде.

Был карапты күрмәй китмәгеҙ!Был карапты күрмәй китмәгеҙ!
Был карапты күрмәй китмәгеҙ!

Дыуан районының Мәсәғүт ауылы эргәһенән аҡҡан Әй йылғаһы буйында яңы арт-объект – “Әй ынйыһы” тип исемләнгән карап – барлыҡҡа килде. Уны “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһына (федеральная программа “Формирование комфортной городской среды”) ярашлы ҡуйҙылар. Был хаҡта Дыуан районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Караптың исемен урында йәшәүселәр үҙҙәре тауыш биреү ваҡытында һайлаған. Ул бындағы урындарҙың үҙенсәлектәрен сағылдыра.

- “Әй ынйыһы” арт-объекты яр буйҙарын милли проектҡа ярашлы төҙөкләндереүҙең логик дауам ителеше булды. Был - бында йәшәүселәрҙең йәмәғәт киңлектәре үҫешендәге әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһе. Ул барлыҡ быуын вәкилдәре өсөн үҙ өлөшөн индерер тип ышанабыҙ, - тип белдерҙе Дыуан районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләләр буйынса урынбаҫары Никита Шерстобитов.

Яр буйҙарында йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар, велосипедсылар өсөн юлдар, ял итеү урындары барлыҡҡа килгән. Хәҙер бындағы урынды үҙенсәлекле арт-объект та биҙәй.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас