Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Август 2025, 05:10

Сидоровка апайҙары - Этнофестиваль еңеүселәре!

"Хәйбулла ҡорото" фестивале юғары кимәлдә үтте. Ә беҙҙең уңған ағинәйҙәребеҙ 1-се урын алып ҡайтты!

Сидоровка апайҙары - Этнофестиваль еңеүселәре!Сидоровка апайҙары - Этнофестиваль еңеүселәре!
Сидоровка апайҙары - Этнофестиваль еңеүселәре!

"Хәйбулла ҡорото" бренд сараһы уҙҙы. Быйыл милли традицияларҙы һәм кәсептәрҙе тергеҙеүгә, шулай уҡ республикабыҙҙа, Рәсәйҙә гастрономия туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән этнофестиваль 16 августа Аҡъярҙа үтте.

Уның сиктәрендә төрлө тематик майҙансыҡтар эшләне. "Хәйбулла ҡорото" аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн уникаль майҙансыҡ булды.

Үрге Ғәле ауылы биләмәһенә ҡараған Сидоровка ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөн ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Яулайһы үрҙәренең тағы ла күп булыуын теләйбеҙ!

Сидоровка апайҙары - Этнофестиваль еңеүселәре!
Сидоровка апайҙары - Этнофестиваль еңеүселәре!
Сидоровка апайҙары - Этнофестиваль еңеүселәре!
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас