Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Новости
20 Августа 2025, 06:33

Йылайыр районына – 95

Район шулай барлыҡҡа килгәнТуҡһан биш йыл элек 1930 йыл йылдың 20 авгусында элекке кантон территориаль административ бүленеш бөтөрөлөп, район һәм өлкә административ бүленеше булдырыла. Элекке Йылайыр районы территорияһы 12 волосты: Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Кананикольск, Һабыр, Ҡыпсаҡ, Таналыҡ, Хәйбулла, Үтәғол, Үҫәргән, Сәлих һәм Тамъян волостарын берләштерә. Улар бөтәһе лә Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе составына ингән була.

Йылайыр районына – 95Йылайыр районына – 95
Йылайыр районына – 95

Кантон территорияһы СССР Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән 1930 йылдың авгусында алты районға: Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ һәм Бөрйән райондарына бүленә, ә 1937 йылдың 20 мартында – Матрай, 1946 йылдың 20 мартында Абзан райондары барлыҡҡа килә.


Йылайыр районы территорияһы 1956 йылға тиклем 4677 квадрат километр тәшкил итә, унда бөтәһе 92 ауыл урынлашҡан 12 административ берәмек – ауыл советы була:
Бәрҙәш ауыл советы (үҙәге Бәрҙәш ауылы) – Бәрҙәш ауылы, Аҡсайыр, Үрге Казарма, Матвеевка утарҙары, «Париж Комуннаһы» колхозының Мельница ҡасабаһынан;
Васильевка ауыл советы (үҙәге Васильевка ауылы) – Анновка, Васильевка, Старо-Михайловка ауылдары, Благовещен, Владимир-Николаевск, Ново-Покровка, Ново-Преображенск, Спутник утарҙары, «Спутник» колхозының Мельницы ҡасабаһынан;

Еровча ауыл советы (үҙәге Еровча ауылы) – Еровча, Сосновка ауылдары, Кирйәт, Турайғыр утарҙары, Щепной заводыҡасабаһынан;
Йылайыр ауыл советы (үҙәге Йылайыр ауылы) – Йылайыр ауылы, Әтек, Ямашлы утарҙары, Лесозавод, Киров исемендәге колхоздың Мельница, Киров исемендәге колхоз фермаһы, «Киров иҫтәлегенә» колхозының ферма, Шар плотинаһы ҡасабаларынан;


Иван-Ҡыуалат ауыл советынан (үҙәге Иван-Ҡыуалат ауылы) – Урыҫ Бәрҙәше, Иван-Ҡыуалат ауылдары, Александрийск, Оренбуркино, Текаль утарҙарынан;
Кананикольск ауыл советы (үҙәге Кананикольск ауылы) – Кананикольск, Березовка ауылдары, Бастан, Гранный, Ҡана, Кормовой, Лащенный, Надеждинск, Польск клуб, Передельский, Терешиха утарҙары, Үрге Шанск, Күркәтау плотинаһы, Түбәнге Шанск, Кананикольск леспромхозының ферма, Корнев фермаһы, Тәкәһуҡҡан фермаһы, Утар, Яфанкин ҡасабаларынан;


Ново-Александровка ауыл советы (үҙәге Ново-Александровка ауылы) – Ҡасҡын, Ҡаҫмарҡа, Мурашев, Ҡазан, Ново-Михайловка, Ситников утарҙары, Ново-Александровка ауылы, Ленин исемендәге колхоздың ферма ҡасабаһынан;
Ново-Никольск ауыл советы (үҙәге Ново-Никольск ауылы) – Ново-Никольск ауылы, Дедюхин, Дмитриевка, Кошелга, Мәткисә, Ново-Павловка, Ново-Сергеевка, Ново-Троицк, Саратов, Талиха, Төлөмбәк, Федоровка утарҙарынан;
Петровка ауыл советы (үҙәге Петровка ауылы) – Ҡыҙыл Кушак, Окур утарҙары, Петровка ауылы, Хрущев исемендәге колхоздың ферма, Ағас бысыу заводы ҡасабаларынан;


Үркәс ауыл советы (үҙәге Ҡыҙҙар биргән утары) – Журавлевка, Ҡашҡайыр, Ҡыҙҙар биргән, Кесе Эйек, Проломовка, Сағанлы, Тютюлени утарҙарынан;


Успенка ауыл советы (үҙәге Успенка утары) – Авашлы, Ҡарама, Киев-Никольск, Павленка, Успенка утарҙарынан;


Суйынсы-Супан ауыл советы (үҙәге Суйынсы-Супан утары) – Ҡартлаҙма, Мәсетбар, Тарасовка , суйынсы-Супан утарҙарынан торған.


1956 йылдың авгусында Матрай районы бөтөрөлгәндән һуң Йылайыр районы составына 7 административ берәмек: Воскресенка, Ҡәнзәфәр, Ҡашҡар, Матрай, Һабыр, Сидоровка ауыл советтары һәм Юлдыбай инә. Уларҙың составы түбәндә бирелгән ауылдарҙан тора:


Воскресенка ауыл советы (үҙәге Воскресенка ауылы) – Воскресенка, Яманһаҙ ауылдары;
Ҡәнзәфәр ауыл советы (үҙәге Йомағужа ауылы) – Аралбай, Үрге Ғәле, Ҡәнзәфәр, Килсенбай, Түбәнге Ғәле, Яңы Яҡуп, Сәләх, Йомағужа ауылдары;
Ҡашҡар ауыл советы (үҙәге Ҡашҡар ауылы) – Исҡужа, Ишюулды, Ҡашҡар, Ҡашҡат, Мәҡсүт ауылдары;
Матрай ауыл советы (үҙәге Матрай ауылы) – Үрге Сәлим, Ҡамышүҙәк, Матрай, Түбәнге Сәлим, Һултантимер, Суртанүҙәк, Ташҡурғы, Олоһаҙ, Йәйләү ауылдары;
Һабыр ауыл советы (үҙәге Һабыр ауылы) – Әлмөхәмәт, Ашҡаҙар, Байғужа, Бикйән, Ҡәрйән, Ҡаҙырша, Ново-Троицк, Һабыр, Шәмсетдин ауылдары;
Сидоровка ауыл советы (үҙәге Сидоровка ауылы) – Петропавловка ҡасабаһы, Сидоровка ауылы;
Юлдыбай ауыл советы (үҙәге Юлдыбай ауылы) – Вознесен ҡасабаһы, Ғүмәр, Крепостной Йылайыр, Бәләкәй Юлдыбай, Иҫке Яҡуп, Япарһаҙ, Юлдыбай ауылдары.
Элекке Матрай районының ете административ берәмеген Йылайыр районына ҡушҡандан һуң уның территорияһы 5783 квадрат километр ерҙе биләй.


Хрущев реформаһын үткәреү (ауылдарҙы перспективаһыҙ тип иҫәпләү) һөҙөмтәһендә районда түбәндәге ауылдар тарҡалды һәм юҡҡа сыҡты:


  Бәрҙәш ауыл советы территорияһында – Аҡсайыр, Матвеевка утарҙары, «Парижская комунна» колхозының Мельницы ҡасабаһы;
  Васильевка ауыл советы территорияһында – «Спутник» колхозындағы Мельница ҡасабаһы, Ново-Покровка, Спутник утарҙары, Старо-Михайловка ауылы;
  Еровча ауыл советы территорияһында – Еровча ауылы, Кинйәт, Турайғыр утарҙары, Щепной заводы ҡасабаһы;
  Йылайыр ауыл советы территорияһында – Әтек, Ямашлы утарҙары, Лесозавод, Киров исемендәге колхоздың Мельницы, Киров исемендәге колхоз фермаһы, «Киров иҫтәлеге» колхозы фермаһы, Шар плотинаһы ҡасабалары;
  Иван-Ҡыуалат ауыл советы территорияһында – Александрийск, Оренбуркино, Текаль утарҙары;
  Кананикольск ауыл советы территорияһында – Бастан, Гранный, Ҡана, Кормовой, Лощеный, Польский клуб, Терешина утарҙары, Күркәтау платинаһы, Түбәнге Шанск, Передельский, Кананикольск леспромхозы, фермаһы, Корнев фермаһы, Тәкәһуҡҡан фермаһы, Утар, Яфанкин ҡасабалары;
  Ново-Александровка ауыл советы территорияһында – Ҡасҡын, Ҡаҫмарға, Морашев, Ҡазан, Ново-Михайловка, Ситников утарҙары, Ленин исемендәге колхоздың ферма ҡасабаһы;
  Ново-Никольск ауыл советы территорияһында – Дедюхин, Кошелга, Мәткисә, Ново-Сергиевка, Ново-Троицк, Төлөмбәк, Федоровка утарҙары, Ново-Никольск ҡасабаһы;
  Петровка ауыл советы територияһында – Ағас бысыу заводы, Хрущев исемендәге колхоз фермаһы ҡасабалары, Окур утары;
  Үркәс ауыл советы территорияһында – Журавлевка, Ҡашҡайыр, Кесе Эйек, Проломовка, Сағанлы, Тютюлени утарҙары;
  Успенка ауыл советы территорияһында – Әүәшле, Ҡарама, Киево-Никольск, Паленка, Успенка утарҙары;
  Суйынсы-Супан ауыл советы территорияһы – Тарасовка утары;
  Ҡәнзәфәр ауыл советы территорияһында – Килсенбай ауылы;
  Ҡашҡар ауыл советы территорияһында – Ишбулды, Ишембәт, Ҡашҡат ауылдары;
  Матрай ауыл советы территорияһында – Түбәнге Сәлим, Ташҡурғы, Олоһаҙ, Йәйләү ауылдары;
  Һабыр ауыл советы территорияһында – Әлмөхәмәт, Ҡәрйән, Ново-Троицк, Шәмсетдин ауылдары;
  Сидоровка ауыл советы территорияһында – петропавловка ҡасабаһы;
  Юлдыбай ауыл советы территорияһында – Ғүмәр ауылы;
Хәҙерге ваҡытта районда 13 административ берәмек иҫәпләнә: Бәрҙәш, Үрге Ғәле, Дмитриевка, Йылайыр, Иван-Ҡыуалат, Кананикольск, Ҡәнзәфәр, Ҡашҡар, Матрай, Һабыр, Үркәс, Юлдыбай һәм Яманһаҙ ауыл советтары.
Редакция архивынан алынды.

Материал редакция архивынан алынды.

 

Йылайыр районына – 95
Йылайыр районына – 95
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас