Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Август 2025, 10:35

Күркәм йорттар, төҙөк ҡоймалар...

Йылайыр ауылында тиҫтә йыл дауамында иң яҡшы ихатаға конкурс үткәрелә. Был үҙенсәлекле ярышты урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте ойоштора. Ә иң-иңдәрҙе махсус төҙөлгән комиссия һайлай. Йылдағыса, матурлыҡты баһалаусылар менән бергә район гәзите хәбәрсеһе лә эшләне. Район үҙәгендә ҙур экскурсия миссияһының нисек үтеүе тураһында ошо фотолар һөйләй. 

Күркәм йорттар, төҙөк ҡоймалар...Күркәм йорттар, төҙөк ҡоймалар...
Күркәм йорттар, төҙөк ҡоймалар...

Дөйөм алғанда, шуныһы күҙгә ташлана: әлбиттә, ауылды төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡараһы бар әле. Кеше бейеклек үлән үҫеп ултырған ташландыҡ ихаталар ҙа юҡ түгел. Шулай ҙа, бер-бер артлы ҡалҡып сыҡҡан күркәм йорттарҙың күбәйеүе лә ҡыуандырмай ҡалмай.
Ә беләһегеҙме, иң беренсе күҙгә нимә ташлана? Юҡ, өйҙәр түгел, ҡоймалар! Ағас, тимер ҡоймалар, сағыу төҫтәргә буялған семәрле ҡапҡалар – улар артында ысын әкиәт батшалығы. Сәскә-ҡыуаҡтарҙың, емеш ағастарының ниндәйен генә үҫтермәй икән уңған хужалар. Төрлө төҫтәге раузалары, гортензия, хоста, агератум, петуния, лилиә, георгин, флоксы, ләләләрҙән һәм башҡа сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Өлгөлө йорт”тарҙы билдәләү һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Ауыл көнөнә арналған байрамда уҙасаҡ. Бәйгене ойоштороусылар билдәләүенсә, яҡын киләсәктә конкурсты район кимәленә күтәрергә иҫәп бар. Уларҙың был хыялы тиҙерәк бойомға ашһын тип теләйек. Сөнки матурлыҡ ул – бөйөк көс, айырыуса тыуған ереңдең матурлығы...

 

Күркәм йорттар, төҙөк ҡоймалар...
Күркәм йорттар, төҙөк ҡоймалар...
Күркәм йорттар, төҙөк ҡоймалар...
Күркәм йорттар, төҙөк ҡоймалар...
Күркәм йорттар, төҙөк ҡоймалар...
Күркәм йорттар, төҙөк ҡоймалар...
Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас