+24 °С
Ямғыр


Юл фажиғәһендә игеҙәк ҡыҙҙарҙың ғүмере өҙөлгән
Хәбәр иткәнебеҙсә, 12 августа Бөрйән районында "Рено Сандеро" водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан ситкә сығып осҡан. 19 йәшлек ҡыҙ урында йән биргән. Водитель үҙе һәм тағы бер ҡыҙ дауаханаға оҙатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике аҙнанан һуң комала ятҡан ҡыҙ вафат булған.
Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
ЮЛДАРҘА һаҡ булығыҙ! ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН теүәл үтәгеҙ!
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-153665096_260201