Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
3 Сентябрь 2025, 09:54

Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды

Үткән аҙнала район мәҙәниәт йортонда педагогтарҙың традицион август кәңәшмәһе үтте. 

Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылдыУҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды

Сара яңы уҡыу йылына старт бирҙе, ғүмерен тәрбиә һәм белем биреүгә бағышлағандарҙы берләштерҙе.
Кәңәшмәнең төп темаһы булып «Район мәғарифын үҫтереү: заман талаптары һәм үҫеш контекстары» торҙо. Педагогтарҙың мөһим осрашыуында Башҡортостан Республикаһының үҙйөрөшлө һәм башҡа техникаларҙың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Урал Салауат улы Искәндәров, районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Рәшит улы Солтангәрәев, Совет рәйесе Геннадий Васильевич Туленков, район мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Салауат ҡыҙы Амаҡасова ҡатнашты.
Йыйылыштың көн тәртибенә үткән уҡыу йылы йомғаҡтарын барлау, актуаль проблемаларҙы анализлау, уларҙы хәл итеү юлдарын тикшереү, 2025-2026 уҡыу йылына маҡсаттар һәм яңы йүнәлештәр биреү инде. Пленар ултырыш барышында район мәғариф бүлеге начальнигы Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасова кәңәшмә темаһын асып, мәғариф учреждениеларында үҫешкән уңышлы йүнәлештәрҙе билдәләне һәм киләһе уҡыу йылына уҡытыусыларға яңы бурыстар ҡуйҙы.
Йылдағыса традиция буйынса конференция барышында педагогик хеҙмәт ветерандарын, үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе хөрмәтләү тантанаһы үтте. Шулай уҡ, Ҡашҡар ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе етәксеһе Илфат Сәмиғулла улы Алғошаевҡа, йылайыр ауылының Н.Р.Ириков исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Елена Александровна Вилковаға «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе тапшырылды. Был һөнәри оҫталыҡтың, хеҙмәткә тоғролоҡтоң һәм үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға шәхси өлөштөң юғары баһаһы тип билдәләргә кәрәк.
Тағы ла «Ауыл тренеры» программаһы буйынса сертификаттар тапшырылды. Уға Йылайыр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары Венер Ғәбит улы Әхмәров, Ләйсән Рәшит ҡыҙы Ҡоҙашева, Самат Ильяс улы Такалов эйә булды.
Сара барышында район мәктәптәрендә эш башлаясаҡ йәш белгестәр ҙә тәбрикләнде.


Райондың бөтә педагогтарына ла емешле йыл, ҡыҙыҡһыныусан уҡыусылар теләйбеҙ!


Фотолар район хакимиәтенең "Бәйләнештә" төркөмөнән алынды.

 

Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Уҡытыусыларға дәүләт наградалары тапшырылды
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас