Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
6 Сентябрь 2025, 12:05

Иглин районы оҫтабикәһе һәм уның тылсымлы аттары «Башҡорт аты» фестиваленә килде

Татьяна Афлитонова йөн уйынсыҡтар эшләй. Башҡортостандың йәне һәм азатлыҡ символы уны 2023 йылда илһамландыра, һәм тәүге эштәр Тверь ҡалаһында үткән "Туристик сувенир" конкурсының финалына юллана.

Татьяна Афлитонова ижадының төп үҙенсәлеге - ҡурсаҡ образдары аша тотош хикәйәләр ижад итеү. Улар араһында, мәҫәлән, "Өс баһадир" мультфильмындағы Юлий исемле ат персонажы һәм күн пальто кейгән ат бар.
Әйткәндәй, икенсе фигура эксклюзив, авторҙың визит карточкаһы булып тора. Уның һыбайлы батыры "Башҡорт сувениры" конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы.
"Һәр аттың үҙ тарихы, башҡорт еренең бер өлөшө бар," - тип фекерҙәре менән уртаҡлаша ҡатын.
Татьяна Афлитонованың эштәре Ҡытайҙа ла үҙ баһалаусыһын тапҡан, уларҙы Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Ҡазанда ла һораусылар бар. Оҫтаның уйынсыҡтарының береһе РФ Дәүләт думаһындағы күргәҙмәлә күрһәтелә.
Һәр атты эшләү өсөн 2-3 көн ваҡыт китә. Бөтә деталдәр энәһенән ебенә тиклем айырым иғтибар менән эшләнә.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас