Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Новости
9 Сентября 2025, 04:22

Башҡортостанда айыу атты һуҡҡан

Район халҡы ҡурҡыныс табышҡа юлыҡҡан.

Башҡортостанда айыу атты һуҡҡанБашҡортостанда айыу атты һуҡҡан
Башҡортостанда айыу атты һуҡҡан

Көҙ башланыу менән айыуҙар малға һунар башланы. Мәҫәлән, Әбйәлил районында тайыштабандың запасын фотоға төшөрөп алғандар. Йыртҡыс атты тупраҡ менән күмеп һалған. Уның табышын бер аҙ ваҡытҡа ҡалдырып, һаҫытып ашауы хаҡында билдәле. Был хаҡта «Башинформ»ға был хәлгә шаһит булыусылар хәбәр итте.

Айыуҙарға бәйле икенсе осраҡ ошо уҡ районда Үтәгән ауылы янында булған. Унда ике ҡатын бәшмәк йыйырға барған һәм урман хужаһына тап булған.

«Ҡапыл ағас һелкенә башланы, кемдеңдер олоғаны ҡолағыма салынды. Апайыма, шаярма, ҡурҡытма мине, тигән булам. Әйләнеп ҡарап ебәрһәм, минән 20 метр алыҫлыҡта ғына айыу тора. Йыйған бәшмәктәремде ташлап тауҙан аҫҡа ҡастым, ғүмерҙә лә улай йүгергәнем юҡ ине», – ти Үтәгәндән Ләйсән исемле ҡатын.

Ҡатындар артабан бәшмәк йыйыуын дауам итә. Бәхеткә күрә, бүтән уларҙың юлында тайыштабан осрамай.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас