Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
9 Сентябрь 2025, 04:19

Республикала журналист Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры була

Ярышта республика журналистары командалары ҡатнаша.  

Республикала журналист Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры булаРеспубликала журналист Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры була
Республикала журналист Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры була

Башҡортостанда атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Вилдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол буйынса һәүәҫкәр турнир ойошторола.

Республика киң мәғлүмәт саралары журналистары командалары араһында ярыштар Вилдан Ғәлиндың тыуған төйәгендә – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында үткәрелә.

Спорт һөйөүселәр 2025 йылдың 20 сентябрендә йыйыла. Уйындар сәғәт 10-да башлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Вилдан Ғәлин 2024 йылдың сентябрендә 45 йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китте. Ул үҙе тураһында яҡты хәтирәләр генә ҡалдырҙы, башҡорт журналистикаһы үҫешенә тос өлөш индерҙе.

6+

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас