Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
16 Сентябрь 2025, 11:09

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы етте

Был аҙнала республикала әбейҙәр сыуағы көтөлә, алдағы көндәрҙә ямғыр яумай, тип хәбәр иттеләр Башгидрометүҙәктән.  

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы еттеБашҡортостанда әбейҙәр сыуағы етте
Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы етте

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, ураҡ эштәрен дауам итеү һәм тамамлау өсөн уңайлы шарттар була. Температура норманан 1-2° юғарыраҡ. Төндә һауа температураһы +3, +10°, урыны менән көнсығышта һәм түбән урындарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2°, ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ иһә +15, +21°.

Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көсһөҙ. Аҙна аҙағында һауа торошо үҙгәрә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-16/v-bashkirii-ozhidaetsya-umerenno-teploe-babie-leto-4389376 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас