

Баҡсаларҙа ҡабаҡтарҙың тәгәрәшеп ятҡан мәле. Түбәндәге рецепт буйынса ҡышҡылыҡҡа унан бик тәмле турама эшләргә мөмкин.
Күп хужабикәләр был салатты эшләгәне барҙыр. Уны "Ҡәйнә теле" (салат из кабачков "тещин язык") тип йөрөтәләр.
Бының өсөн беҙгә кәрәк:
3 кг ҡабаҡ
3 татлы борос
1 литр томат һуты
1 дана ҡуҙаҡлы борос (стручковый перец)
2 аш ҡалағы тоҙ
1 стакан (250 гр) шәкәр
1 стакан үҫемлек майы
100 гр иҙелгән һарымһаҡ
60 гр 9%-лы аш һеркәһе.
Әҙерләү:
Һалмалап туралған боростарға томат һутын ҡойоп болғатырға, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәргә һәм ҡайнатырға кәрәк.
Ҡайнап сыҡҡас, түңәрәкләп туралған ҡабаҡтарҙы өҫтәйбеҙ. 15-20 минут бешерергә. Аҙаҡтан һарымһаҡ һәм уксус өҫтәйбеҙ. Банкаларға һалып ҡапҡастарын ябырға. Өс килограмм ҡабаҡҡа 1 литр һут етә, сөнки бешергәндә ҡабаҡтарҙың һуты сыға.
Ҡыш көнө тәмле һәм татлы салат табындарығыҙҙы йәмләр!