+21 °С
Болотло


Турнирҙа Силәбе өлкәһе Южноуральск ҡалаһының “Партнерҙар”, Йылайырҙың “Либеро”, Юлдыбай ауылының “Феникс” һәм ҡаланың Балалар ижады үҙәгенән ике үҫмерҙәр волейбол командалары ҡатнашты. Һәр команда юғары әҙерлек кимәлен, команда эшен һәм еңеүгә ынтылышын оҫта күрһәтә алды. Сәмле һәм мауыҡтырғыс ярышта Йылайырҙың “Либеро” волейбол клубы командаһы, матур уйын күрһәтеп, 3-сө урынға сыҡты. Номинацияларҙа: “Иң яҡшы һаҡсы”, тип “Либеро” волейбол клубы тәрбиәләнеүсеһе Лиана Аҡҡужина, “Иң яҡшы һөжүмсе”, тип Юлдыбайҙың “Феникс” волейбол клубы тәрбиәләнеүсеһе Эльвина Азаматова табылды.