Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
22 Сентябрь 2025, 05:52

Ҡабаҡтан икра

Бик тәмле ҡабымлыҡты ҡышҡары рәхәтләнеп ашарға була.

Ҡабаҡтан икраҠабаҡтан икра
Ҡабаҡтан икра

Ҡабаҡтан икра эшләү рецебы тәҡдим итәбеҙ. Тағы кем нисек яһай, тәжрибәгеҙҙе уртаҡлашығыҙ, хөрмәтле хужабикәләр!

Икра өсөн кәрәк:
уртаса ҙурлыҡтағы 2 ҡабаҡ
2 баш эре һуған
бер-ике ҙур кишер
ике-өс ҡалаҡ томат пастаһы
ике-өс ҡалаҡ майонез
самалап тоҙ, шәкәр, борос
бер-ике балғалаҡ 9 процентлыҡ аш һеркәһе.

Әҙерләү:
- Ҡабығынан һәм үҙәгенән таҙартылған ҡабаҡты шаҡмаҡлап турарға.
- Ҡалын һауытҡа бер аҙ көнбағыш майы һалып, уны үтә күренмәле һәм йомшаҡ булғансы ҡыҙҙырып алырға.
- Туралған һуған менән кишерҙе айырым ҡыҙҙырырға.
- Шунан бөтәһен бергә ҡушып быҡтырырға. Был этапта тәмләткестәрҙе өҫтәмәйбеҙ.


Бөтә йәшелсәне бергә блендерҙа ваҡларға ла, томат пастаһын, майонез, тоҙ, шәкәр, ҡара борос өҫтәп, ҡапҡасын япҡан килеш һүлпән утта бер сәғәттәй ҡайнатырға.
Икраны оҙаҡ һаҡларға кәрәк булһа, иң аҙаҡтан бер-ике балғалаҡ һеркә ҡушып болғатырға кәрәк.
Һуңғы этап - икраны ҡайнар көйө стерилләнгән банкаларға тултырып, нығытып ябырға һәм йылы итеп төрөп ултыртып торорға.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас