

Яманһаҙ ауылында йәшәүсе Рабиға апай Таһированан тәмле генә тәмлекәс:
Һәр төрлө емеш еләктән дә ҡаҡ ҡоялар, тик минең иң яратҡан ҡағым ул – алманан. Ә быйылғы баҡсалағы уңыштың бул булыуы, бигерәк тә алманың күплеге мине ҡыуандырҙы ғына.
Ә унан әҙерләнгән ҡаҡтың тәртибе былайыраҡ, иң тәүҙә алманы йыуып, таҙартып турайым. Бер кәстрүл алмаға ярты стакан һыу ҡойоп, талғын утта быҡтырам. Йомшарғас блендер менән иҙәм, йә сито аша үткәрәм. Әҙер пюрены плитаға ултыртып 5-7 минут тирәһе болғай-болғай тороп бешереп алам, (теләгәндәр бер -ике ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалырға ла була) мин һалмайым. Шул массаға мин ике аш ҡалағы тирәһе ҡыҙыл ҡарағаттан эшләнгән джем ҡушып болғаным, сөнки ул әскелтем тәм һәм матур ҡыҙыл төҫ бирә. Әҙер массаны майланған туҡмас таҡтаһына тигеҙләп йәйеп ҡояшҡа киптерергә ҡуям. Йә булмаһа табаларымды майлап әҙерләгәндән һуң ҡаҡты йәйеп һалып духовкала киптерәм.