Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
24 Сентябрь 2025, 06:46

Мейестәрегеҙ йылытыу миҙгеленә әҙерме?

Статистика буйынса, көҙгө-ҡышҡы айҙар етеү менән, янғындарҙың артыуы һәм уларҙа кеше ғүмеренең өҙөлөү осраҡтары арта. Төп сәбәптәрҙең береһе – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтмәү, мейестәрҙе һәм йылытыу приборҙарын эксплуатациялағанда хаҡһыҙлыҡ күрһәтеү.

Мейестәрегеҙ йылытыу миҙгеленә әҙерме?Мейестәрегеҙ йылытыу миҙгеленә әҙерме?
Мейестәрегеҙ йылытыу миҙгеленә әҙерме?

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты йылытыу приборҙарын ҡулланғанда ябай ҡағиҙәләрҙе хәтерегеҙгә төшөрә:
– мейестең һәм төтөн юлының төҙөклөгөн мотлаҡ ҡарап, ҡоромдан даими таҙартып торорға тырышығыҙ;
– өйҙә, баҙҙа һәм ҡыйыҡта булған һыу торбалары туңа ҡалһа, уларҙы асыҡ ут менән иретмәгеҙ;
– балаларға шырпы менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ;
– мейес алдындағы иҙәнгә 50х70 см ҙурлыҡта ҡалай киҫәге беркетеп ҡуйығыҙ. Унда утын һәм башҡа тиҙ тоҡаныусан әйберҙәр булырға тейеш түгел;
– мебель һәм балаҫтарҙы мейескә яҡын элмәгеҙ;
– ут яҡҡанда тиҙ тоҡана торған шыйыҡса ҡулланмағыҙ;
– әгәр мейестең үҙендә емерелгән йәки икенсе берәй етешһеҙлек килеп сыҡһа, уны йүнәтеү өсөн квалификациялы оҫта саҡырығыҙ.


Электр йылытҡыстарын файҙаланыу ҡағиҙәләре:
– электр селтәрен һәм электр ҡоролмаларын төҙөк тотоғоҙ;
– уларҙы мотлаҡ электромонтер ремонтларға тейеш;
– электр селтәрен ҡыҫҡа тоташыуҙан һаҡлау өсөн заводта етештерелгән предохранителдәрҙе генә файҙаланығыҙ;
– электр приборҙарын розеткаға тоташтырыу өсөн заводта әҙерләнгән ҡулайламаларҙы ғына тотоноғоҙ;
– электр менән йылытыу приборҙарын янмай торған урынға һәм мебель, балаҫ, ҡорған кеүек башҡа әйберҙәрҙән алыҫҡа ҡуйығыҙ;
– үҙегеҙ эшләгән электр менән йылытыу приборҙарын файҙаланыу тыйыла;
– өйҙән сыҡҡанда, эшләп торған электр приборҙарын мотлаҡ һүндерегеҙ;
– балаларҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ, тоташтырылған электр приборҙарын ҡарап торорға ҡушып та сығып китмәгеҙ.


Янғынды ваҡытында күреү, шуның менән кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу, матди зыянды булдырмау өсөн өйҙәргә янғынды иҫкәртеүсе прибор ҡуйыу мотлаҡ. Ул әҙ генә төтөндө лә тойоп, көслө сигнал бирәсәк. Һуңғы өс йылда ғына ла шул ҡоролмалар 286 кеше ғүмерен, шул иҫәптән 126 баланы ҡотҡарып ҡалды.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғын сәбәптәре төрлөсә. Ә ғәйепле – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре күҙәтмәгән кеше. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтмәгән ғәйеплеләр, килтерелгән зыян күләменә ҡарап, закон алдында яуап бирәсәк.

Янғын эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда, уны булдырмау өсөн профилактик сараларҙы ваҡытында үтәү күпкә һөҙөмтәлерәк.


Ш.БАЙНАЗАРОВ, янғындарҙы иҫкәртеү буйынса инспектор.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас