Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Сентябрь 2025, 06:42

Уларҙың эше урманды һаҡлау

Урмансыларҙы юҡҡа ғына «йәшел ҡалҡаныбыҙҙың һаҡсылары” тип атамайҙар. Урмансылыҡтың һөҙөмтәлелеге бер нисә тиҫтә йылдан ғына күренә торған эшмәкәрлек булыуын иҫәпкә алғанда, әлеге урман хужалыҡтары киләһе быуат өсөн эшләй, тип әйтергә мөмкин...

Уларҙың эше урманды һаҡлауУларҙың эше урманды һаҡлау
Уларҙың эше урманды һаҡлау

Уҙған йәкшәмбелә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Йола буйынса, уның алдынан йылайыр урман хужалығының тамаша залында ошо тармаҡта эшләүсе бөтә хеҙмәт коллективтары ҡатнашлығында тантаналы йыйылыш үтте. Унда ағымдағы йылдағы эштәргә йомғаҡ яһалды һәм производство алдынғылары дәртләндерелде.


Билдәләнеүенсә, урман ресурстарын һаҡлау, тергеҙеү, әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән бөтә коллективтар ҙа тотороҡло эшләй, төп эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса яҡшы күрһәткестәргә эйә һәм төбәктең урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы предприятиелар араһында яҡшылар иҫәбендә тора. Йыйылышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Люляев йылы ҡотланы. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министрлығының, төбәк урмансылыҡ идаралығының, район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде.

Евгений ГОРДОВ фотоһы.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас