Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
26 Сентябрь 2025, 11:02

Халыҡ инициативаһы менән башҡарыла

Күршеләребеҙ Хәйбуллалар менән беҙҙе тоташтырыусы Ғәлиәхмәт-Ҡаҙырша юлын төҙөкләндереү буйынса халыҡ проектына старт бирелде. Был эштәр тулыһында яҡташтарҙың ирекле иғәнәһе иҫәбенә башҡарыла.

Халыҡ инициативаһы менән башҡарылаХалыҡ инициативаһы менән башҡарыла
Халыҡ инициативаһы менән башҡарыла

Үткән аҙнала Аҡъюл һәм Һабыр ауыл биләмәләре башлыҡтары Илнар Игебаев һәм Гөләндәм Ураҡова етәкселегендә йыйылыш үтте. Унда Ғәлиәхмәт-Ҡаҙырша автомобиль юлын төҙөкләндереү эштәрен башлау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Йыйылышта ике биләмәнең әүҙемселәре ҡатнашып бик етди ҡарар ҡабул итте.

«Мәхеш» тип аталған урындан башлап, ете саҡырым алыҫлыҡҡа тиклемге юл этаплы рәүештә төҙөкләндереләсәк тип планлаштырыла. Эштең тәүге этабы – юл буйындағы ҡоро ағастарҙы сабыу үткәрелгән дә инде. Яҡын арала техникаларҙы йәлеп итеп, юл түшәмен нығытыу, өлөшләтә төҙөкләндереү һәм ҡырсын таштары түшәп ҡалыу кеүек эштәр башҡарыласаҡ. Юл түшәме Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән градировкалау ҡаралған.


Илнар ИГЕБАЕВ, Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы:


– Был эште халыҡ көсө менән башҡарасаҡбыҙ, шуға күрә тирә-яҡта йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың финанс ярҙамына өмөтләнәбеҙ. Бәлки әүҙем бағымсылар ҙа табылыр. Был эште башлап ебәрергә ярҙам иткән яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт шулай берҙәм һәм әүҙем булайыҡ! Был юл Хәйбулла, Йылайыр райондары, шулай уҡ Ырымбур өлкәһе халҡы өсөн дә бик кәрәк!
Аҡса йыйыу өсөн махсус иҫәп асылды. Килгән бөтә иғәнәләр юл техникаһына яғыулыҡ һатып алыуға ғына йүнәлтеләсәк.


Ярҙам күрһәтеү өсөн реквизиттарҙы 89872534695 ошо номер аша белешә алаһығыҙ!


Ә инде юлды төҙөкләндереүгә бәйле бөтә һорауҙар буйынса Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Илнар Игебаевҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-919-619-23-40.
Инициатив төркөм яҡташтарыбыҙҙы ошо дөйөм эштә үҙ өлөшөн индерергә саҡыра!

Халыҡ инициативаһы менән башҡарыла
Халыҡ инициативаһы менән башҡарыла
Халыҡ инициативаһы менән башҡарыла
Халыҡ инициативаһы менән башҡарыла
Халыҡ инициативаһы менән башҡарыла
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас