Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
29 Сентябрь 2025, 11:30

Башҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» оҙайтыла

Ата-әсә штраф түләйәсәк...  

Башҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» оҙайтылаБашҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» оҙайтыла
Башҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» оҙайтыла

1 октябрҙән Башҡортостанда балалар өсөн төнгө «комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсә һәм ике сәғәткә оҙайтыла. Тимәк, бәлиғ булмағандарға киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем атай-әсәйҙәренән башҡа урамда һәм йәмәғәт урындарында йөрөргә ярамай.

Сентябрь аҙағынаса тыйыу төн уртаһынан иртәнге 6-ға тиклем ғәмәлдә ҡала.

Республика Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, «комендант сәғәте» режимын боҙған өсөн 500-2000 һум штраф һалына.

Сикләүҙәр «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» закон менән билдәләнгән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-29/v-bashkirii-komendantskiy-chas-dlya-detey-uvelichitsya-na-dva-chasa-4405833 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас