

"Йәштәр ваҡыты” – йәштәр ҡаҙаныштары өсөн йыл һайын бирелгән республика премияһы. Уның маҡсаты – йәштәрҙең күренекле ҡаҙаныштарына һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләргә йәмәғәтселек танылыуы биреү һәм төбәк ярҙамы күрһәтеү. 2025 йылда ҡатнашыуға ғаризаны 31 октябргә тиклем бирергә мөмкин.
Унда Башҡортостанда теркәлгән һәм йәшәгән РФ граждандары, коммерцияға ҡарамаған һәм партнерлыҡ ойошмалары вәкилдәре, һөнәри эшмәкәрлеге республика биләмәһендә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу менән бәйле етәкселәр һәм хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша ала.
Еңеүселәрҙе төркөмдәр буйынса билдәләйәсәктәр:
– "Лидерҙар һәм остаздар”
– "Йәштәр сәйәсәте өлкәһе һөнәрмәндәре”
– "Эшҡыуарҙар һәм ижадсылар”
– "Йәштәр ойошмалары һәм берләшмәләре”
– “Йәштәр өсөн инфраструктура"
Был төркөмдәрҙең һәр береһендә бер нисә номинация, улар иҫәбендә Йәш ғаилә”. Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте министрлығы сайтында ҡарағыҙ: vk.cc/cPBIaF
Ҡатнашыу шарттары һәм күрһәтмәләр менән бында танышырға мөмкин: vk.cc/cPBIbu
Ғариза биреү – һылтанма буйынса: vk.cc/cPBIc9
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан