

Владимир Путин 1 октябрҙән көҙгө саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш кампанияһы барышында 135 мең егетте хәрби хеҙмәткә саҡырыу планлаштырыла.
Рәсәй президенты Владимир Путин хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
«2025 йылдың 1 октябренән 31 декабренә тиклем Рәсәй Федерацияһының 18-30 йәшлек граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырырға», — тиелә указда.
Документҡа ярашлы, 135 мең кешене саҡырыу планлаштырыла. Бынан тыш, ошо уҡ указ менән хәрби хеҙмәтен тултырған һалдаттар демобилизациялана.
Бынан алдараҡ Радий Хәбиров Башҡортостанда саҡырыу комиссиялары составын раҫланы.