Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
30 Сентябрь 2025, 06:51

Беҙ бергә!

«#БЕРГӘ булғанығыҙ өсөн Рәхмәт» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә һәм 30 сентябрь Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһы менән ҡайтанан берләшеү көнө уңайынан Юлдыбай ауылында бик фәһемле сара үтте.

Беҙ бергә!Беҙ бергә!
Беҙ бергә!

29 сентябрь көнө Йылайыр районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең баш белгесе Илгизә Амантаева һәм «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар ойошмаһының Йылайыр районы бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Венер Яҡупов Юлдыбай ауылында Ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Сарала Мөслим Әбсәләмов исемендәге урта мәктәптең туғыҙынсы класс уҡыусылары менән Урал аръяғы агроинженерия колледжы студенттары ҡатнашты.
Хәрби хәрәкәттәр ветераны, ирекмән Венер Яҡупов балаларға Донбасс һәм Яңы Рәсәйҙең Рәсәй Федерацияһы составына ҡайтыуы осоронда хәрби бурыстарын үтәгәндә Рәсәй хәрбиҙәренең ҡаһарманлығы тураһында һәм Башҡортостандан булған яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам тапшырыу буйынса үҙенең сәфәрҙәре тураһында һөйләне.
Шулай уҡ Венер Яҡупов балаларға махсус хәрби операция зонаһында ҡулланылған ҡоралдың ҡайһы бер өлгөләрен һәм тиҙҙән тарихи музейға һаҡлауға тапшырыласаҡ дошмандың хәрби кейемдәренең трофей экземплярҙарын күрһәтте.
Ошо ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәрелгән ваҡытта балалар күп кенә ҡыҙыҡлы һәм мөһим нәмәләр белде һәм үҙ күҙҙәре менән күреп, беҙҙең яугирҙәрҙең ысын экипировка элементтарын кейеп ҡараны.
Бындай эштәр үҫеп килгән быуында Рәсәй өсөн патриотик рух, ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ хистәрен тәрбиәләргә мөмкинлек бирә һәм хәрби һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уята.

София СЕРКОВА фотолары.

 

Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас