Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
3 Октябрь 2025, 11:01

Ҡаҙ итенән телде йоторлоҡ бәлеш

Был тәмле бәлеш бешеп сыҡһа комментарийға яҙығыҙ, сәй эсергә киләбеҙ... Ә рецепт сайтта.

Ҡаҙ итенән телде йоторлоҡ бәлешҠаҙ итенән телде йоторлоҡ бәлеш
Ҡаҙ итенән телде йоторлоҡ бәлеш

Эслек өсөн 1 кг ҡаҙ ите, 1 кг картуф, 250 г аҡ май, ике баш һуған, тоҙ, ҡара борос кәрәк.
Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 200 г маргарин, ярты стакан һөт алына.

Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп йәйергә лә, бер өлөшөн табаға һалырға. Уға эслекте һалып, икенсе өлөшө менән

ҡапларға. Бәлеште майлап, уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә сәғәт ярым бешерергә.
Бешергәндә эслеккә аҙ ғына һурпа ҡойорға кәрәк. Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас