

Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм республикабыҙҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә Башҡортостанда «Батырлыҡ Һәм намыҫ байрағы» илһөйәрлек марафоны старт алды. Әйткәндәй, ул 23 февралдә Өфөлә генерал Шайморатов һәйкәле янында башланғайны. Байраҡтар республиканың бөтә райондары буйлап үтәсәк һәм 9 декабрҙә, Ватан ҡаһармандары көнөндә, баш ҡалаға әйләнеп ҡайтасаҡ. Уҙған аҙнала Йылайыр ауылында Ватанды һаҡлауҙа һәләк булған яугир-яҡташтар мемориалы янында күрше Ейәнсура районы вәкилдәре был байраҡтарҙы беҙҙең районға тапшырҙы.
Сараның төп геройҙары – райондың хәрби-патриотик ойошмаларынан балалар һәм үҫмерҙәр. Шулай уҡ марафонда район хакимиәте, ветерандар һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Йыйылыусыларҙы Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, һуғыш, хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының район ойошмаһы рәйесе Надежда Булавина сәләмләне. Үҙҙәренең сығышында улар был патриотик марафондың батырҙарыбыҙ тураһындағы тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән мөһим сара булыуын айырым билдәләп үттеләр. Еңеүсе халыҡтың рух көсө мотлаҡ киләсәк быуындарға васыят итеп тапшырылырға тейеш тинеләр.
Республикабыҙҙа ирекле хәрби подразделениелар махсус хәрби операция башланғандан һуң барлыҡҡа килде. Тәүгеләрҙән Булып Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондар ойошторолдо. Бер аҙҙан Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон төҙөлдө. 2023 йылдың мартында Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары яңы ирекле подразделениелар булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм батальондарҙы ҙур подразделениеға – «Башҡортостан»исемле мотоуҡсылар полкына берләштерергә тәҡдим итте. Ул Таһир Күсимов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәм Даян Мурзин исемендәге өс яңы ойошторолған мотоуҡсылар батальонынан ойошторола. Һуңынан был полк составына Сергей Зорин исемендәге танк батальоны, Шәриф Сөләймәнов һәм Алексей Сухоруков исемендәге зенит-артиллерия батареялары, Ғәзи Заһитов исемендәге штурм отряды, Мугин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы индерелә. Бынан тыш, полк составына Вафа Әхмәҙуллин исемендәге снайперҙар ротаһы, Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы, Георгий Ветошников исемендәге инженер-сапер ротаһы өҫтәлә. Һуңыраҡ республиканан тағы бер ирекле подразделение – Рәсәй Геройы Алмаз Сафин исемендәге батальон, шулай уҡ «Ватан» ирекле отряды һәм «Толпар»махсус тәғәйенләнештәге отряды ойошторола. Бына ошо подразделениеларҙың байраҡтарын йылайырҙар үҙ ерендә ҡаршы алды ла инде.
Сараны дауам итеп һүҙ Ейәнсура районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлеге начальнигы Венер Сабитовҡа бирелде. Һуңынан ейәнсура егеттәре, хәрби марш аҫтында байраҡтарҙы йылайырҙағы көрәштәштәренә тантаналы рәүештә тапшырҙы.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовҡа бирелде. Ул йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса әүҙем эшләгәндәрҙең , МХО зонаһына гуманитар ылауҙар оҙатыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәтен белдерҙе. Ә инде байраҡ ҡабул итеп, ғорур баҫып торған егеттәргә батырҙарыбыҙҙы белеүҙәрен һәм иҫтә тотоуҙарын, уларҙың лайыҡлы вариҫтары һәм Ватаныбыҙҙың данлы традицияларын һаҡлаусылары булып үҫеүҙәрен теләне.
Ватаныбыҙҙың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн яу яландарында башын һалған яугир-яҡташтарҙың иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, обелискка сәскәләр һалынды. Нәсимә Бикбулатова башҡарыуындағы моңло йыр был церемонияны айырыуса тулҡынландырғыс итте. Сараны йомғаҡлап, йыйылыусылар иҫтәлеккә фотоға төштө.
Башҡортостандың хәрби подразделениелары байраҡтары районда бер нисә көн буласаҡ әле. Был ваҡиға айҡанлы мәктәп уҡыусылары һәм үҫмерҙәр өсөн бер нисә патриотик сара үткәреү планлаштырылған. Артабан байраҡтар ут күршеләребеҙ Хәйбулла районына тапшырыласаҡ.
Автор фотолары.