

Әйтеүҙәренсә, бөгөн иртән "Шахман" шәп тиҙлектә алдындағы 11 машина өҫтөнә барып менә. Еңел автомобилдәге ике кеше һәләк була. Нисәү зыян күргәне асыҡлана.
Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы урынында эшләй. Был турала Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.
Мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн Новоженов урамы һәм Өфө шоссеһы киҫелешендә "Шахман" ҙур йөк машинаһының тормозы эшләмәйенсә, ул ҙур тиҙлектә алдында китеп булған 11 автомобиль менән бәрелешә. Ваҡиғала тағы бер йөк машинаһы ҡатнаша.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге ике кеше ваҡиға урынында һәләк була. Зыян күреүселәр буйынса мәғлүмәт асыҡлана.
Владимир Севастьянов үҙе урынға сыҡҡан. Унда шулай уҡ ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, тәфтиш идаралығы эксперттары эшләй.
Фото, сығанаҡ: https://t.me/V_Sevastyanov/8352