

Республикала октябрь аҙағында, ноябрҙә һәм декабрҙә аномаль һауа торошо көтөлә
Ноябрь башында бер аҙ һалҡынайта, әммә һауа температураһы плюс була: көндөҙ +5,+6 градусҡа тиклем, төндә +1,+2.
Һауа торошоноң боҙолоуына ҡарамаҫтан, метеорологтар төбәктә тотороҡло ҡар ҡатламының ноябрҙең беренсе декадаһы аҙағында ғына ныҡлап ятыуын күҙаллай.
Сағыштырыу өсөн, былтыр ҡыш һуңлап килде, декабрь башында ғына — ғәҙәттәгенән өс аҙнаға тиерлек һуңыраҡ ҡар яуҙы. Был дөйөм тенденцияның сағылышы: климат йылыраҡ була бара, әммә шул уҡ ваҡытта уның үҙгәреүсәнлеге арта, һауа торошо контрастлыраҡ була.
Росгидромет фаразлауынса, Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә көҙ һәм ҡыш һуңғы тиҫтә йылдарҙағы кеүек үк йылы буласаҡ.
Октябрҙән мартҡа тиклем илдең күпселек өлөшөндә температура күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр сиктәрендә йәки унан юғарыраҡ буласаҡ.