Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
1 Ноябрь 2025, 03:05

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә

11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”, “Бөтә Өфө”, “Сәләм”, UTV һәм “Юлдаш” радиостанцияларының тура эфирында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә республика халҡының көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә. Һорауҙарҙы нисек ебәрергә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтәБашҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә

 Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru
 MAX милли мессенджерында чат-бот аша: max.ru/glavarb_pl... 
 «Телеграм»да чат-бот аша: t.me/glavarb_pl... 
 «Бәйләнештә» чат-бот аша: vk.me/glavarb_pl... 
 «Классташтар» селтәрендә чат-бот аша: ok.ru/group/7000... 
 «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында: pos.gosuslugi.ru/lkp/direct... 

Әгәр ҙә һеҙ видеоһорау яҙырға уйлаһағыҙ, тәҡдимдәрҙе иғтибар менән өйрәнегеҙ:
 Видеояҙма башында исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йә ҡалағыҙҙы, районығыҙҙы әйтегеҙ, шунан ғына һорауығыҙҙы бирегеҙ.
 Мобиль ҡушымта аша һалғанда видеоның оҙонлоғо бер минуттан да артмаһын. Компьютерҙа 10 мегабайттан ашыу булырға тейеш түгел.
 Видеояҙманы яҡтыла төшөрөгөҙ. Һорау биреүсе кешенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгә төшмәһен.
 Һорау биреүсенең артында тәҙрә, лампа йәки башҡа яҡтылыҡ сығанағы булмаһын.
 Видеоны яҙҙырғанда камераны горизонталь тотоғоҙ, шылдырмағыҙ. Камера ныҡ беркетелгән булһын.
 Видеоны телефондың фронталь камераһына селфи рәүешендә төшөрһәгеҙ ҙә горизонталь тотоғоҙ.
 Видеоһорау урамда яҙылһа, һеҙҙең тауыш яҡшы ишетелергә тейеш.
 Һорауҙы бер төркөм кеше бирһә, һәр береһенең йөҙө асыҡ күренһен, тауышы яҡшы ишетелһен. Мөмкинлек булғанда микрофон ҡулланығыҙ.
 Бер планда төшөрөгөҙ һәм ебәрерҙән алда видеояҙманы монтажламағыҙ.
 Яҙмаға музыка һалмағыҙ. Сит тауыштар булмаһын.
 Видеоның аҙағында һорауҙың Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә булыуын әйтегеҙ.

Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә видеоһорауҙар 10 ноябрь 19:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-4647320_695631 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас