Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
6 Ноябрь 2025, 05:27

Баланың күҙенә пневматик пистолеттан атҡандар

Әлеге ваҡытта тәфтишселәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.  

Баланың күҙенә пневматик пистолеттан атҡандарБаланың күҙенә пневматик пистолеттан атҡандар
Баланың күҙенә пневматик пистолеттан атҡандар

Стәрлетамаҡ районында пневматик пистолеттан атыу һөҙөмтәһендә баланың күҙе йәрәхәтләнгән. 

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, балаға бергә уйнаған дуҫы пневматик пистолеттан ата һәм күҙенә тейә. Малай ауыр йәрәхәттәр ала һәм дауаханаға эләгә. Әле ул Өфө дауаханаһында стационар ярҙам ала.

Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлеге процессуаль тикшереү башлаған. Ваҡиғаның бөтә шарттарына ла тейешле хоҡуҡи баһа биреләсәк, тейешле процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-11-05/v-bashkirii-sledovateli-zanyalis-intsidentom-s-ranennym-v-glaz-podrostkom-4453765 


Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас