Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
10 Ноябрь 2025, 04:39

Баймаҡ егеттәре яҙып ҡалдырған хат табылған

Салауат Юлаев һәйкәле янында табылған хат 58 йыл элек 13 майҙа яҙылған булған. Ул быяла шешә эсендә ятҡан.  

Баймаҡ егеттәре яҙып ҡалдырған хат табылғанБаймаҡ егеттәре яҙып ҡалдырған хат табылған
Баймаҡ егеттәре яҙып ҡалдырған хат табылған

58 йыл элек, 13.05.1967, һәйкәлде ҡуйған ваҡытта Баймаҡтан өс егет - Йәнбәков Әхәт, Исмәғилев Иршат һәм Азамат Вәлиев һәйкәл нигеҙенә быяла шешә һалып һәм унда тарихи ваҡиғала ҡатнашыуҙары тураһында яҙыу ҡалдырған.

Ҡайҙа ҡарама, баймаҡтар?! Интернетта ошондай шаяртыуҙар йөрөй. Был ағайҙар хаҡында белеүселәр бармы икән?!


"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм төркөмөнән.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас