Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
10 Ноябрь 2025, 05:00

Популяр яҙыулы арт-объект барлыҡҡа килде

Ул тау-таш өҫтөндә урынлаштырылған.

Популяр яҙыулы арт-объект барлыҡҡа килдеПопуляр яҙыулы арт-объект барлыҡҡа килде
Популяр яҙыулы арт-объект барлыҡҡа килде

Бишбүләк ауылына ингән ерҙә яңы арт-объект – яҡтыртҡыслы «Бәхет тау артында түгел» тигән яҙыу барлыҡҡа килде. Хәрефтәр Башҡортостан флагы төҫтәрендә.

Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов хәбәр итеүенсә, электр ҡорамалдарын һәм кабелдәрҙе урындағы эшҡыуар Илгиз Ғатауллин бүлгән. Эштәрҙе ауылдың электр селтәре компанияһы электриктары башҡарған.

Әйткәндәй, Пермдең яр буйында ла «Бәхет тау артында түгел» фразаһы туристарҙы үҙенә йәлеп итеп тора.

Бишбүләк районы башлығы әйтеүенсә, был һүҙҙәр осраҡлы һайланмаған. Уға «тыуған яҡта йәшәү һәм эшләү бәхет» тигән мәғәнә һалынған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-31/v-sele-bashkirii-poyavilsya-art-ob-ekt-s-populyarnoy-nadpisyu-4449369 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас