Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
17 Декабрь 2025, 10:35

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә паспортлы булдылар

Рәсәй халҡы тарафынан 1993 йылдың 12 декабрендә ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы – Рәсәй Федерацияһының юғары норматив хоҡуҡи акты. Ул 1993 йылдың 25 декабрендә баҫылып сыҡҡан көнөнән көсөнә инә. Яңы Конституция Рәсәй халыҡ депутаттары съезын, Рәсәй Юғары Советын юҡҡа сығара һәм уларҙы Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһынан торған Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы менән алмаштыра. Федерация Советына Федерацияның һәр субъектынан икешәр вәкил инә, Дәүләт Думаһын халыҡ һайлай.

Конституция Рәсәй конституцион ҡоролошоноң нигеҙҙәре, дәүләт ҡоролошон, властың вәкиллекле, башҡарма, суд органдарын һәм урындағы үҙидаралыҡ системаһын, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен нығытҡан юғары юридик көскә эйә.
Рәсәйҙең ғәмәлдәге Конституцияһы Преамбуланан һәм ике киҫәктән тора. Преамбулала белдерелеүенсә, Рәсәй халҡы ошо Конституцияны ҡабул итә; демократик һәм гуманистик ҡиммәттәр нығытыла; хәҙерге донъяла Рәсәйҙең урыны билдәләнә. Беренсе киҫәк 9 бүлекте эсенә ала һәм 137 статьянан тора. Улар Рәсәй Федерацияһында сәйәси, ижтимағи, хоҡуҡи, иҡтисади, социаль системаларҙың нигеҙҙәрен, шәхестең төп хоҡуҡтарын һәм иректәрен, Рәсәй Федерацияһының федератив ҡоролошон, асыҡ власть органдарының статусын, шулай уҡ Конституцияны ҡайтанан ҡарау һәм уға төҙәтеүҙәр индереү тәртибен нығыта.
Икенсе киҫәге йомғаҡлау һәм күсеү положениеларын билдәләй һәм конституцион-хоҡуҡи нормалар күсәгилешлелегенең һәм тотороҡлолоғоноң нигеҙе булып хеҙмәт итә.
12 декабрь Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө уңайынан район хакимиәтендә 14 йәше тулған өс ауылдашыбыҙға тантаналы шарттарҙа тәүге мөһим документ – Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тапшырылды. Был яуаплы миссияны район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов атҡарҙы.
Шулай уҡ был көндө Матрай округы буйынса муниципаль район Советы депутаты Данил Альберт улы Шәйхелисламов юриспруденцияны киләсәк һөнәре итеп һайлаған 10-11 класс уҡыусылары араһында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын белеү буйынса викторина үткәрҙе. Викторина барышында өлкән класс уҡыусылары илебеҙҙең юғары норматив хоҡуҡи актының төп принциптары, кеше хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары тураһындағы белемдәрен нығытты, үҙ гражданлыҡ бурыстарын һәм хоҡуҡтарын яҡшы аңлауҙарын күрһәтте. Сарала шулай уҡ Йылайыр районы прокуроры Илгиз Ильяс улы Йәрмөхәмәтов ҡатнашты һәм прокуратура эшмәкәрлеге, прокурор иңендә ниндәй йөкләмәләр ятыуы хаҡында һөйләп үтте, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Диалог форматында үткән йәнле аралашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булды.

 

 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас