

Ә бына йәш шашкасылар көнәркәштәрен һәм судьяларҙы хөрмәт итергә, еңелеүҙәр менән көрәшергә, хаталарҙы анализларға һәм еңелеүҙәрҙән һабаҡ алырға өйрәнә.
Үткән аҙнала Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында 2013-2018 йылғы һәм унан кесе йәштәге малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында рус шашкаһы буйынса Урал аръяғы кубогының икенсе этабы үтте. Ярышта Сибай, Баймаҡ, Иҫке Сибай һәм Йылайырҙан Н.Ириков исемендәге урта мәктәп, балалар ижад мәктәбе һәм Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһынан бөтәһе 64 спортсы ҡатнашты. Шашкасылар ҡала биләмәһе һәм ауыл биләмәһе төркөмдәренә бүленде.
Сәмле ярышта беҙҙең уҡыусылар бик ҙур уңышҡа өлгәште. Ауыл биләмәләре араһындағы 2013-2015 йылғы малайҙарҙан беренсе урынды Ансар Аптиков, икенсе урынды Асҡар Аҡҡужин яуланы. 2013-2015 йылғы ҡыҙҙар араһынан Рүзәлиә Үтәева өсөнсө урынды алды. Гимназиябыҙҙың кесе ҡатнашыусыһы Камила Юлдыбаева беренсе урынға сыҡты.
Ярышты ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткән район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Фәрит Фуат улы Әбделмәновҡа ҙур рәхмәт белдерәм. Уға һәм бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар, эштәрендә яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләп, етеп килгән 2026 йыл менән ҡотлайым.
Татьяна СУЧКОВА.