Алтын туй – ғаилә тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. 50 йыл бергә ғүмер иткәндәрҙең төп юлдашы мөхәббәт, ихтирам, ышаныс һәм бер-береңә тоғролоҡ. Ошо хәҡиҡәткә Байғужа ауылында йәшәгән Рәйлә Фәттәх ҡыҙы һәм Мәхиән Мәхмүт улы Тауылбаевтарға ҡарап тағы бер ҡат инанаһың...
Халыҡ телендә «алтын туй» тип йөрөтөлгән был байрам ғаилә тормошонда яңы мөнәсәбәттәр этабының башы. Атамаһы ла уның осраҡлы түгел: алтын әкренләп, бөртөкләп сығарыла, ғаилә тормошо ла ярты быуат дауамында үҙ яйы менән ҡәҙерләп кенә төҙөлә...
Байғужаның уңған ғаиләһе башлығы Мәхиән Мәхмүт улы Ҡайраҡлы ауылында Мәхмүт һәм Ишбикә Тауылбаевтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Беренсе класты Ҡайраҡлы мәктәбендә уҡығандан һуң Байғужа ауылына күсеп киләләр һәм уҡыуын ошо ауылда дауам итә. Мәктәпте тамамлағандан һуң техника эшенә әүәҫ булған егет Юлдыбай училищеһына уҡырға инә, тракторсы һөнәрен үҙләштереп алғандан һуң ул «Башҡорт» совхозында эш башлай. Күп тә тормай эшсән, етеҙ һәм һәр ергә өлгөр булған егетте армияға алалар, шулай итеп өс йыл дауамында ир-ат тормошондағы иң мөһим мәлдәрҙе Мәхиән Мәхмүт улы Амур өлкәһендә моряк булып үтеп ҡайта. Бурысын үтәгәндән һуң тыуған яҡтарына ҡайтып тракторсы эшенә ныҡлы тотона. 1975 йылда Байғужа ауылы ҡыҙы Рәйлә Фәттәх ҡыҙына өйләнеп матур ғаилә ҡора. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, матур йорт төҙөп сыҡҡан Тауылбаевтар ауылдың йәме, йәштәргә үрнәк булып тора. Ғаилә башлығы белемен камиллаштырыу маҡсаты менән Йылайыр совхоз техникумына уҡырға инә, агрономия факультетында тырышып уҡып сыға һәм ҡулына диплом ала. Совхозда эшләү дәүерендә ул бригадир, агроном, Байғужа бүлексәһе етәксеһе булып оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт итә.
Бәҙерниса һәм Фәттәх Игебаевтарҙың матур һәм ишле ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән Рәйлә Фәттәх ҡыҙы башланғыс кластарҙы тыуған ауылы мәктәбендә уҡый. Матрай урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Артабан «Башҡорт» совхозына һауынсы булып эшкә урынлаша. 1973 йылдан эш башлаған йәш ҡыҙ 40 йыл стаж менән хаҡлы ялға сыға. Пенсияла ла тик ултырмай ул, ҡул эштәре менән булыша, турпыша, ҡорама, күлдәктәр тегә.
Тауылбаевтарҙың йорто ауылдың ҡап уртаһында балҡып ултыра. Килгән туғандарын, яҡындарын һәм дуҫтарын һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып торған был матур парҙың өйөнә ингәндә үк юбилярҙарҙың ниндәй бәхетле булыуҙарына инанаһың. Ауылдаштары уларҙың тырышып донъя көтөүҙәре, аҡыллы кәңәштәре, йәштәргә өлгө булыуҙары менән һоҡлана. Тауылбаевтар – ихлас, ҡунаҡсыл һәм һөйкөмлө булыуҙары менән дә дан ҡаҙанған. Бөгөн улар ауылдың иң өлгөлө парҙарының береһе.
Кешенең ғүмер ағышын бизмәндәргә һалып үлсәп булмай. Уның бар ауырлығын, бар еңеллеген әҙәм балаһы үҙе генә белә. 50 йыл пар ҡанат булып, иңде-иңгә ҡуйып ғүмер итеүсе Тауылбаевтарҙың тормош юлы ундай үлсәүҙәрҙе күп һыйҙырғандыр. Тормош бит – көлдөрә лә, бөлдөрә лә. Йәшнәп-күкрәп, балалар менән сыр-сыу килеп йәшәгән саҡтар иҫкән елдәй үткән дә киткән. Тауылбаевтарҙың ғаилә ҡото – балалары ла үҫеп, ҡош балаларылай төрлөһө төрлө яҡҡа таралышҡан. Хәҙер уларҙың һәр береһенең үҙ донъяһы, үҙ мәшәҡәттәре. Әммә атай йортонан йыраҡта йәшәһәләр ҙә, мөмкинселек булған һайын, ашҡынып ҡайталар, ата-әсәләренә йорт эштәрендә ярҙамлашып китәләр. Рәйлә Фәттәх ҡыҙы менән Мәхиән Мәхмүт улы бөгөнгө көндә 8 ейән-ейәнсәргә, 2 бүлә-бүләсәргә ҡәҙерле ҡартатай һәм өләсәй булып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Бына бит, балалар, балаларҙың балалары янында ошондай мөһим ваҡиғаны ҡаршы алыуҙан да ҙурыраҡ ҡыуаныс бармы икән...
Ошо көндәрҙә Байғужа ауылы клубында Тауылбаевтарҙың «Алтынға тиң ғүмер» тип исемләнгән ғаилә байрамы үтте. Ауылдаштары, балалары, дуҫтары, ауыл биләмәһе һәм район хакимиәте етәкселеге ҡатнашлығында уҙған тантаналы сарала юбилярҙарҙың тормошо, йәшлек йылдары һәм хеҙмәт юлдарының иҫтәлекле күренештәре сағылдырылды.
Юбилярҙарҙы ҡотлау өсөн район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов та килгән ине:
– 50 йыл бергә йәшәү – ул үҙ-ара мөхәббәт, хөрмәт һәм хәстәрлек менән тулы оло юл. Был матур юбилей – тоғролоҡҡа, уртаҡ ҡиммәттәргә нигеҙләнгән ғаиләнең ныҡлы шаһиты. Ошо йылдар эсендә һеҙ, хөрмәтле Рәйлә Фәттәх ҡыҙы һәм Мәхиән Мәхмүт улы, ғаилә генә түгел, династия булдырғанһығыҙ. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларға матур тәрбиә биргәнһегеҙ. Һеҙ районыбыҙҙа йәшәгән барлыҡ йәш ғаиләләр өсөн оло өлгө. Бөгөн һеҙ бәхетле ҡартатай һәм өләсәй. Улар һеҙҙең иң ҙур байлығығыҙ, нәҡ улар һеҙҙең бөтә тырышлығығыҙ өсөн төп бүләк булып тора. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, йортоғоҙҙға именлек теләйем. Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һәм бүләләрегеҙ һеҙҙе һәр саҡ ҡыуандырып торһон, тик бәхетле мәлдәр бүләк итһен һәм уларҙың изгелегенә төрөнөп, оҙаҡ йылдар бергә-бергә йәшәүегеҙҙе теләйем, - тине ул үҙ сығышында.
Шулай уҡ юбилярҙарҙы биләмә башлығы Васил Йәүҙәт улы Игебаев, Тауылбаевтарҙың ғаилә дуҫтары, туғандары һәм балалары ҡотланы. Улар юбилярҙарҙың абруйлы ла, эшһөйәр ҙә ғаилә булыуы тураһында йылы иҫтәлектәр менән бүлеште.
Ярты быуат элек яралған мөхәббәт тарихы бына шулай һоҡландырғыс һөҙөмтәләргә килтергән. Бик һирәктәргә генә эләгәлер бындай бәхет. 50 йыл Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән мөхәббәт хистәренә тоғро ҡалған Рәйлә һәм Мәхиән Тауылбаевтар шундайҙарҙың береһе.
Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа матур парҙы Алтын юблейҙары менән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормоштары тағы ла матурыраҡ, донъялары теүәл, һаулыҡтары ныҡлы, ғүмерҙәре оҙон булыуын теләйбеҙ!
Ильфира АҠҠУЖИНА.
Фотолар интернет селтәренән алынды.