Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Ғинуар , 09:30

МӘСКӘҮ ТИГӘН БАШ ҠАЛА...

Миләүшә Ҡаһарманова.

Бөтөн был ваҡиға оло гипермаркет залында рәт-рәт булып теҙелешеп киткән һанһыҙ кассаларҙың береһе артында тамам арыуҙан ҡулдарын көскә ҡыбырлатып, тауар үткәргән һатыусының һатып алыусыһына ҡарашын күтәреп ҡарауынан башланды. Ҡараны, сөнки тегенеһе нимәлер тип өндәште. Нимә әйткәнен аңламаны ла. Ярты тәүлек ошо бер хәрәкәттәрҙе ҡабатлауҙан, аҡса һанауҙан һәм сират менән аралашыуҙан тел дә, баш та, яурындар ҙа үҙеңдеке түгел кеүек була башлай. Шунлыҡтан смена аҙағына кассаға яҡын килгән, артыҡ һүҙ ҡатҡанды ҡан дошманың иткәндәйһең. Эш көнөнөң һуңғы сәғәттәрен атҡарып маташҡан Зөлфиә, кассаның быяла тәҙрәһе алдынан, тауарҙарҙың штрих-кодын пипелдәтә-пипелдәтә тикшереүҙән туҡталмайынса ғына, ҡаш аҫтынан өҫкә һирпелде. Ризаһыҙ, асыулы ине уның был ҡарашы. Хатта башын да күтәрмәйсә, күҙ алмаларын ғына күсергәйне... шул килеш ҡатып ҡалды. Бер нисә секундҡа. Ул арала ҡулындағы тауарҙы аппарат ике ҡат һанап өлгөрҙө. Сигналдың икенсе тапҡыр сыйылдағанынан айнып, өйрәнгән бармаҡтары менән төймәләрен тиҙ-тиҙ баҫҡылап кире минус-ланы. Унан, бер генә мәл иҫен йыйғандай итте лә, ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ ҡурҡынысҡа ҡаршы торорға әҙерләнеп, ҡапыл башын ҡалҡытты. Һәм был бәлә, ысынлап та, ҡасып ҡотолғоһоҙ ине.
– Һаумыһығыҙ. – Тауарҙарын шылдырып алып барған таҫма аръяғындағы ир йылмайҙы.
Шул! Үҙе! Инде йылмайғас, арыуҙан да, ҡото осоуҙан да күрмәй киткәндәй булған күҙҙәренә тамам ышанды Зөлфиә. Ышанғас, тағы ла нығыраҡ ҡаушаны, аңшайҙы хатта.
– Һау-мы... – Ирендәрен генә ҡыбырлата алды, тауышы сыҡмаҫ булды ла ҡуйҙы, хәйерһеҙ. Ҡаршылағы яуабын аңланы шулай ҙа.
– Ошонда осратырмын тип һис тә уйламағайным... Һинме-түгелме тип баянан бирле уралам. Инде, ахырҙа, һөйләшеп ҡарамайынса, белеп булмаҫ тип, бына, кассаңа килдем. Зөлфиә, һин күптән...
– Мең ике йөҙ ҙә туҡһан биш һум.
– Зөлфиә...
– Ҡулаҡса менән түләйһегеҙме, картамы?
Ир ҡарашын ҡатындың йөҙөнән шылдырмай ғына, кеҫәһенән бумажнигын сығарып, эсенән ҡулына эләккәндәрен алып һуҙҙы. Зөлфиә уларҙы аҡса тикшергес аша үткәрҙе лә, кәрәген алып, артығын касса ситендәге тәрилкәгә һалырға иткәйне, һатып алыусы ҡулын һуҙып өлгөрҙө. Күҙ асып йомған арауыҡта ғына ҡатындың бармаҡ остары ирҙең усына тейеп китте. Шул ҡағылыуҙан да ҡулына ут тоҡанғандай булды.
– Зөлфиә, мин һине ошонда көтәм.
Тегегә, артынан баҫып килгән сиратҡа урын биреп, ары шылыуҙан башҡа сара ҡалманы. Тауарын пакетҡа тултырҙы ла, китеп барҙы...
...Юҡ, бөтөн был ваҡиға күпкә элегерәк башланғайны. Уның башы ошолай булды...
Рәссамдар мәктәбен тамамлап та, рәссам булыу хыялынан баш тартты Зөлфиә. Күңеле шул ҡағыҙҙар менән ҡәләмдәрҙә генә булһа ла, ата-әсәһенең, туғандарының кәңәшен тыңланы. “Рәссамға уҡып, һин кем булаһың? Һүрәт төшөрөп кенә йәшәп буламы? Ижад кешеләре улар ғүмер буйы ас-яланғас йөрөй”, – тине улар. Әлбиттә, бөтөн был әйтелгәндәрҙең мәғәнәһен аңлап етмәй ине әле Зөлфиә, әммә теләгенең ололар тарафынан хупланмауы һағайтты. Уҡытыусыһы билдәле рәссам Игорь Сергеевич ҡына бошонғандай булды иң һәләтле уҡыусыһының икенсе юл һайлауына. “Ярай, – тине бер аҙ өндәшмәй ултырғас ул да. – Тимәк, шулай ваҡыт кәрәктер, күңелеңдә ижадҡа һөйөү, һәләт бар икән, ул, ер аҫтындағы шишмә кеүек, барыбер бер килеп сығыу юлын таба. Ваҡытың йәл, шул ғына, бушҡа китәсәк йылдарың йәл...” Йәш ине ул саҡта Зөлфиә, йылдары ла, ваҡыты ла күп, бик күп кеүек ине. Икенсе һөнәр һайлап, студент булып китте.
Ятаҡҡа килеп урынлашҡас, яңы ғына студент тормошона аяҡ баҫҡан “перваш” ҡыҙҙарҙы энә күҙәүенән үткәрҙе егеттәр. Теге “һары ауыҙҙар” улай-былай ҡаранып, күҙ-баш алғансы, сибәрерәктәрен ҡармаҡлап та өлгөрҙөләр. “Әйҙә, ҡаланы күрһәтәм”, “Әйҙә, китапханаға алып барам”, бик булмаһа, “Һағындыңмы, ҡайтҡың киләме?” тип яғымлы өндәшеү ҙә етә ине бына-бына балауыҙ һығырға торған ҡыҙ-ҡырҡынға.
Зөлфиәгә лә һүҙ ҡушыусылар, осрашыуға саҡырыусылар аҙ булманы. Ҡыҙыҡ та, күңелле лә ине шулай иғтибар үҙәгендә булыу. Ул үҫкән ҡаласыҡта уны йәштәштәре белә, ул да күптәрҙе белә. Әлбиттә, дуҫлыҡ тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Кемдәрҙер менән интернет аша хатлашты ла, ял көндәрендә кино-катоктарға барҙы, паркка сыҡты, әммә берәүгә лә етди иғтибар итмәне ул.
Бер көн бүлмәләге ашнаҡсы сираты уға еткәс, тырышып йөрөп картуф ҡыҙҙырҙы ла, таба тотҡаһын тотоу өсөн таҫтамал артынан ғына барып килгәнсе, ризығын юғалтты. Шул арала елдәр иҫкән табанан. Ҡалайтырға тип аптырап торғанда, ятаҡтың иң күркәм егеттәренең береһе, Зәбир килеп инде. “Зәбир ағай” тип һөйләй уның хаҡында курсташтары ауыҙ тултырып. “Ағай” тиерлек тә, дүртенсе курс студенты, етмәһә, ятаҡта ғына түгел, бөтөн институтта күҙ өҫтөндәге ҡаш. Концерттар булһынмы, кисәләрме, байрамдармы – ул ойоштора. Коридорҙа уҡытыусылар ҡул биреп күрешеп, арҡаһынан ҡағып китәләр. Әле шул егет инеп, газға сәйнүк ҡуйҙы ла, һаман шул тирәлә тапанған ҡыҙҙы шаяртырға булды:
– Нишләй, бәпес, ҡурсағың юғалдымы әллә?
– Картуф... табаһы менән. – Зөлфиә, бик уңайһыҙланһа ла, дөрөҫөн әйтмәй булдыра алманы.
– Әһә... – Зәбир күҙҙәрен генә көлдөрөп ҡарай биреп торҙо. – Әйҙә әле, хәҙер табабыҙ беҙ уны.
Зөлфиәгә оҙон-оҙон баҫып коридор буйлап киткән егеттең артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Ике-өс бүлмәнең төбөндә туҡтап киттеләр ҙә, бер ишек алдына еткәс, Зәбир, эҙ аулаған эт кеүек, һауаны еҫкәп, тағы ла баяғы кеүек шаян ҡарап, өндәште:
– Бына бында әлеге мәл ҡыҙҙырылған картуф ашайҙар. – Үҙе шундуҡ ишекте шаҡып та ебәрҙе: – Егеттәр! Ринат! Камил! Асығыҙ!
Эстә ҡапыл ғына нимәләрҙер даһырланы, шатырланы ла, ашығып килеп, асып та ебәрҙеләр.
– Тә-әк... – Зәбир, үтә биреп, бүлмәне байҡаны: – Ҡайҙа картуф?
Ауыҙҙарын һөртөп тә өлгөрмәгән икенсе курс¬тар танырға маташманы ла:
– Зәбир ағай... беҙ хәҙер уларға яңынан ҡыҙҙырып бирәбеҙ, картуф бар ул, май ғына юҡ. – Араларынан берәү шулай мығырланы.
– Биш минуттан таба кухняла сыжлап ултырһын. – Зәбир оҙон бармаҡтарында ниндәйҙер сынйырҙы өйөрөлтә-өйөрөлтә, кеселекле шымып ҡалған “втораш”тарға алмаш-тилмәш һынсыл ҡарап алды. – Аңлашылдымы?
– Аңлашылды! – тине тегеләре бер ауыҙҙан. Ул арала ялтыратып өлгөрөлгән табаны йәшерелгән урынынан сығарып, кеме уны йыуырға, кеме картуф әрсергә йүгерҙе. Зөлфиәгә иһә, май өҫтәп, плитә янына һаҡҡа баҫырға ғына ҡалды.
– Бына ошондай ул ятаҡ тормошо, ҡурсаҡ, саҡ ҡына ауыҙыңды асып торһаң, ас ҡалаһың. – Ниндәйҙер сәбәп табып, һаман кухня тирәһендә өйөрөлгән Зәбир ҡыҙ янына кире килде. – Исемең нисек әле һинең?
– Зөлфиә.
– Мин...
– Һеҙҙе беләм инде, Зәбир ағай.
– Ағай тип... Зәбир тиген. – Егет ҡыҙҙы баштан-аяҡ байҡап алды. – “Аҡ тирмә”гә барғаның бармы?
– Юҡ... – Зөлфиә ул “Аҡ тирмә”нең ни икәнлеген дә белмәгәненә уңайһыҙланды.
– Иртәгә унда – ритаям. Миндә саҡырыу ҡағыҙҙары бар, әйҙә, алып барам.
– М-минеме?.. – Ҡыҙ бөтөнләй юғалып ҡалды. – Унда нишләйҙәр һуң?
– Ритаямда бейейҙәр инде, күңел асалар, билдәле артистар сығыш яһай. Әйҙә?
– Әллә...
– Значит, алтынсы яртыла мин һинең артыңдан инәм, әҙер тор, йәме. – Егет “бына шулай” тигәндәй, бармағын шартылдатты ла, күңелле көй һыҙғырып китеп тә барҙы.
– Ҡыҙҙа-ар! – Зөлфиә эҫе табаһын өҫтәлгә саҡ ҡуйып өлгөрҙө. – Ҡыҙҙар! Зәбир ағай мине иртәгә “Аҡ тирмә”гә саҡырҙы!
– Алдама! – Карауатында аунап китеп китап уҡыған Әсмә ялп итеп башын күтәрҙе. Ул бит килгән көндән алып шул егет хаҡында һөйләй.
– Алдаһам, ышанма! – Зөлфиә лә бирешмәй.
– Шуға бер сәғәт картуф ҡурҙыңмы? – Ашамһаҡ Нурияны тамаҡ ҡына ҡыҙыҡһындыра әлеге мәл. – Бында астан үлә яҙылды.
– Уф, ҡыҙҙар, белһәгеҙ... Нимәләр генә булып бөтмәне! – Хәҙер инде Зөлфиә сәй артында картуф мажараһын һөйләп көлдөрә. Ә Зәбирҙең иғтибары иһә ҡыҙҙар алдында дәрәжәһен бермә-бер үҫтереп ебәрә.
– Юҡҡа шул бәрәңгене үҙем ҡыҙҙырырға сыҡмағанмын, эх! – тип үрһәләнә Әсмә, Зөлфиәне тыңлағас.
– При чем бында картуф? Ул бит Зөлфиәгә күҙ һалған. – Утҡа май һипмәһә, Нурия Нурия буламы инде? Тик Әсмә лә ҡуймай:
– Зөлфиә, һиңә Зәбир ағай оҡшамай ҙа инде? Уны баштан уҡ мин оҡшаттым. Шулай булғас, давай мин барам уның менән?
– Зөлфиәне саҡырған бит инде! Иҫәр! – Нурия бот сапты.
– Беләһегеҙме нисек итәбеҙ? Иртәгә ул килеүгә, һин, Зөлфиә, ауырыған булып ят та, мин “әйҙәгеҙ иптәшкә мин барам” тим дә ҡуям. – Үҙ тапҡырлығына үҙе шат Әсмә.
– Әбейме ни ул һиңә тиктомалдан ауырып йығылырға? Ышанмай инде ул!
– Ҡыҙҙар! Талашмағыҙ! – Зөлфиә ҡыҫылмаһа, былар хәҙер шау-шыу ҡуптара. – Әйҙәгеҙ, өсөбөҙ ҙә барабыҙ, тиәйек. Улай күңеллерәк тә булыр. Атыу миңә лә Зәбир ағай менән икәүҙән икәү китеп барыу уңайһыҙ.
– Ә быны ниңә алабыҙ? – Әсмә иҫе китмәй генә Нурияға иҙәй.
– Нисек “ниңә”? Һине ниңә, мине лә шуға!
– Все! Бөттө! Йә өсөбөҙ ҙә бара, йә беребеҙ ҙә йөрөмәй!
...Эй, күңелле булды ритаямда! Ҡыҙҙар ҡыҙарып бешкәнсе бейене. Түңәрәк булып та, парлашып та тыптырлаштылар ғына. Гармунды – ҡурай, ҡурайҙы магнитофон алмаштырып торҙо, зал тулы йәштәргә инәлеү кәрәкмәне, вальс көйө ҡолаҡҡа салыныу менән парлаша һалып та бөттөләр. Зәбирҙе бында ла барыһы ла белә, ҡыҙҙар телевизорҙан ғына күреп белгән артистар ҡул биреп тороп иҫәнләшә уның менән. Бая Зөлфиәнең шартына күнеп, өсөһөн дә эйәрткәйне, әле өсөһөн дә йә туңдырма, йә һут менән һыйланы. Бер туҡтауһыҙ шаяртты, көлдөрҙө. Шулай ҙа вальстарҙың барыһына ла тик Зөлфиәне генә саҡырҙы. Курсташ ҡыҙҙары Зәбирҙең бөйөрөнә төртөп үтте, ҡайһылар: “Әһә, Зәбир килен тапҡан”, – тип шаяртты. Нисек тә күптәрҙең күҙе уларҙа булды.
Ошо йоманан башлап, Зәбир был бүлмәнең йыш ҡунағына әйләнде. Үҙен ихлас, иркен тотто ул. Килгәндә лә һәр ваҡыт берәй яңылыҡ менән килде. Йә киноға, йә концертҡа саҡырҙы. Студсовет рәйесе булғас, ҡалалағы йәштәр ойошторған һәр төрлө сараларға ла саҡырыу ҡағыҙы була ине. Ҡыҙҙарҙы ҡабаландырып йыйындыра ла, алып сығып та китә. Тегеләре Зәбирҙең шаҡыуынан уҡ танып, һикерешеп тороп баҫалар ине.
Бөтә ятаҡ Зөлфиәне Зәбиргә ҡушты. Төрлө хәбәрҙәр йөрөнө. Йәнәһе, уларҙың – мөхәббәт. Йәнәһе, инде мөнәсәбәттәре бик тә етди. Йәнәһе, тиҙҙән – туй! Шул уҡ ваҡытта Зәбирҙе, ташлашҡан ҡыҙына үс итеп йөрөй, тиеүселәр ҙә булды...
Шул йыл көҙ һуң килде. Октябрь айы ла йәй аҙағындай йылы һәм сыуаҡ торҙо. Ошонан файҙаланып, университеттың бәләкәй курс студенттарын баш ҡалаға яҡын ятҡан райондарға картуф алышырға алып сыҡтылар. Ысынында бөтөн был тарих тап ошо көндән башланғандыр ул. Ә ул былай булды...
Студент сағыңда колхоз эшенә сыҡҡаның булдымы? Сыҡһаң, һин уның нимә икәнлеген беләһең ине. Бер тиҫтер йәштәргә эшме ул трактор аҡтарып сыҡҡан картуфты йыйып алыу. Уның араһында уйын-көлкө, бәләкәй балаларҙай булып баҫтырышып йүгерешеүҙәр, ярышыуҙар, бәрәңге вағы менән бәрешеүҙәр. Яңы таныштар, яңы дуҫтар, хистәр...
Төшкө ашҡа туҡтап ултырышҡас, ҡыҙҙар эргәләрендә генә ҡунаҡлаған ят егеттәр төркөмөн күҙәтеп шырҡылдашты. Тегеләрҙең дә күҙе был яҡта булды. Араларынан береһе сыҙаманы һәм:
– Был ҡыҙҙарға бармаҡ күрһәтергә лә кәрәкмәй, буштан-бушҡа көләләр, – тип өндәште.
Ҡыҙҙар ҙа яуапһыҙ ҡалмай:
– Сеүәтәләрен йота икән былар, тип көләбеҙ!
– Эшләгәндә күренмәнеләр, ашағанда ҡайҙан килеп сыҡтылар әле?
– Ашар өсөн генә килгәндәр инде!
Егеттәргә ҡыҙҙарҙың шаянлығы оҡшап ҡалды.
– Давай һеҙҙекен дә ашашабыҙ, – тип, алдарындағы аҙыҡ-һауытын тотоп күсте лә ултырҙылар. Көлкө тағы ла көсәйә төштө. Көлөшә-көлөшә танышып алдылар. Араларынан берәүһе ҡарашын Зәлфиәлә кәрәгенән оҙағыраҡ туҡтатҡандай булды. Әллә ҡыҙға ғына шулай тойолдомо? Әллә Зөлфиә үҙе уға тексәйҙеме? “Рамаҙан” тип танышҡайны. Ҡарға ҡанатылай сөм ҡара сәсле, танау бөгәрендә ҡушыла яҙғандай ҡуйы ҡашлы үҙе. Йылмайғанда ҡарағусҡыл йөҙөн ап-аҡ тештәре яҡтыртып ебәргәндәй. Ана шул һөйкөмлө күренештән күҙен ала алмағандай булды ла ҡуйҙы ҡыҙ. Аҙаҡ та әллә күпме халыҡ араһынан ҡараштары менән шул төҫтө эҙләне. Һәм табып алған һайын, уның да иғтибарын тойҙо. Ул көн шулай үтте...
Курс эшен яҙыуға кәрәкле китаптарҙы эҙләп, ҡала китапханаһына барғайны. Зал тулы булғанда ла “шылт” иткән тауыш ишетелер тынлыҡта яҙышып ултыра торғас, ниндәйҙер тойомлауға эйәреп, һаҡ ҡына уң яғына борола биргәйне, туп-тура ҡарап ултырған таныш күҙҙәр менән осрашты. Осрашты ла, ҡапыл һирпелеп килеп ингән шатлығын йәшерә алмай, йылмайып ебәрҙе. Егеттең дә ауыҙы йырылды. Унан эйәге менән ҡыҙ янындағы урынға күрһәтте: мөмкинме? Зөлфиә партаһына туҙҙырып ебәргән китап-дәфтәрҙәрен йыйнай һалды. Егет, шым ғына күсеп ултырҙы ла, ҡулындағы ҡағыҙына нимәлер яҙып, алдына шылдырҙы. “Оҙаҡ булаһыңмы?” тип яҙған ине. “Ә ниңә?” булды яуап. “Ятаҡ бикләнгәнсе, бәлки, йөрөп килербеҙ?” тигәнде уҡығанда ҡыҙҙың йөрәге төшөп киткәндәй булды. Икеһендә лә уҡыу ҡайғыһы китте. Зөлфиә китаптарын тапшырып килгәндә, Рамаҙан баҫҡыста көтөп тора ине инде.
– Ҡайҙа барабыҙ? – Ҡыҙҙың ирендәренән йылмайыу юйылмай.
– “Родина”ла яңы кино бара, һәйбәт тиҙәр.
– Нисәлә икән?
– Бына хәҙер йүгереп барһаҡ, өлгөрәбеҙ!
Егет менән ҡыҙ етәкләшеп алып, киске урам буйлап йүгерҙе. Көҙгө уйынсаҡ ел уларҙы ҡыуып китте.
Шул кистән алып ҡыҙҙың йәне икегә бүленде. Һәм бөтөн был ваҡиға ла тап ошо кистән башлана, буғай. Зөлфиәнең ике төрлө кешегә әүерелеүенән. Ярты йәне уҡыны, уйнаны, көлдө, унда дуҫтары ла, Зәбир ҙә, башҡалар ҙа һыйҙы. Ә йәненең икенсе яртыһында тик Рамаҙан ғына булды. Бер ҡараш, бер ым, бер ауыҙ һүҙ көтөп зарыҡты ул ярты. Әммә ул хаҡта ҡыҙҙың үҙенән башҡа бер кем белмәне.
Теге ваҡыт, кинонан һуң... Киноһын яҡшылап иҫләмәй ҙә инде Зөлфиә. Ниндәйҙер сәйәхәтселәрҙең мажараһы хаҡында булды, шикелле. Ҡыҙ бары яурыны уның иңбашына ҡағыла яҙып ултырған егеттең яҡынлығынан әллә ниндәй татлы халәткә инеп онотолдо ла ҡуйҙы. Артыҡ тулҡынланыуҙан тыйылып торғоһоҙ булып көлгөһө килде. Рамаҙандың тубыҡтарында тыныс ҡына ятҡан ҙур усына үҙенең янып барған ҡулын һалып ҡуйыуҙан ҡурҡты. Исмаһам, яңылыш ҡына булһа ла, терәлеп алһын йә ултырғыс арҡаһына беләген һалған булһын ине. Зәбир бит шулай итә. Зөлфиә шунда уҡ ситләшә һала, әлбиттә. Ә бына Рамаҙандан улай ҡасмаҫ ине. Киреһенсә, йылы эҙләгән бесәй балаһылай, һырыла ғына төшөр ине. Тик был иләҫ-миләҫ уй-теләктәре уның үҙенә генә билдәле булды, ахыры.
Кинонан һуң иһә яҡынданыраҡ танышып аралашырға тағы ла ваҡыттары ҡалманы. Хәҙер инде ятаҡ бикләнмәҫ борон, тип йүгерҙеләр. Егет ҡыҙҙы ашыҡтырып алып барып оҙатып ҡуйҙы ла, көлә-көлә ҡул болғап, үҙ торлағына сапты. Бына шул ғына. Күрешеүҙәре бергә кино ҡарау ҙа, яҙа-йоҙа һөйләшеү генә булһа ла, Зөлфиәгә улар күптән, бик күптән таныштар кеүек тойола ине. Әйтерһең, бер-береһен шул хәтлем яҡшы беләләр, хатта һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй. Һәм ул өмөтләнеп икенсе осрашыуҙы көттө. Уныһында әллә нимәләр булыр, ниндәйҙер хистәр әйтелер, көтөлмәгән, әммә хыял ителгән ҡырҡа үҙгәрештәр яһалыр һәм тағы ла әллә нимәләр... тип хисләнде ҡыҙ. Әммә ул осрашыу ниңәлер ашыҡманы Зөлфиә янына. Шуның менән хәсрәткә һалды. Һәр яңы көнө бер күрешеүгә, хатта ҡырҙан ғына булһа ла һирпелеп уҙыу форсатына өмөт ҡылыуҙан башланды ла, моратына ирешә алмауҙан бәхетһеҙлектең сигенә етеп ятып китеү менән тамамланды. Килмәне Рамаҙан... Ә Зөлфиәнең ул уҡыған, йәшәгән йорттар янынан үтергә лә ҡыйыулығы етмәне.
Көндәр үтә торҙо, йөрәк янды ла янды. Зәбир иһә һәр ваҡыт янда булды. Бөтмөр, ҡайғыртыусан, файҙалы. Бер үҙен генә түгел, бөтөн бүлмәләрен ҡараны. Ҡыҙҙарҙың береһе теге йәки был имтихандарҙа ҡыйынһына икән, бара һалып уҡытыусыһы менән һөйләшә алды. Зачеттарҙы хатта ҡуйҙыртып та бирҙе. Профком рәйесе булараҡ студенттарға тейешле ярҙамдарҙан, түләүҙәрҙән ҡоро ҡалдырманы. Ҡайҙандыр, кемдәргәлер бүленгән йәшник-йәшник аҙыҡ-түлекте индереп ҡалдырһынмы, юл йөрөүҙе бушлай итеп эшләп бирһенме, профилакторийҙарға йүнәлтмә алып килһенме, концерттарға, киноларға, уйындарға саҡырыу билеты тапһынмы – барыһы ҡулынан килде. Башҡаларға тәтемәгән был мөмкинлектәр, уңайлыҡтар бары тик Зөлфиәнең күңелен яулау өсөн генә икәнлеген барыһы ла белә инде хәҙер. Бүлмәләш ҡыҙҙары ла Зәбирҙе әхирәттәренең егете тип иҫәпләй. Бөтә ятаҡ, институт иҫәпләй. Сөнки, улар барлыҡ сараларҙа ла, кисәләрҙә лә, ялдарҙа ла бергә. Ҡыҙ үҙе лә әлеге ваҡиғалар ағымына ҡаршы бармай, артыҡ ыңғайлап та китмәй, әммә ризаһыҙлыҡ та белдермәй. Уға Зәбирҙең иғтибары оҡшай. Оҡшай, эйе, тик ҡабындырмай. Рамаҙан менән күрешкәндәге һымаҡ дөрләтеп ебәрмәй, тулҡынландырмай, ерҙән айырып алып китмәй был аралашыу хистәре. Киреһенсә, бөтөн нәмәгә лә бер битарафлыҡ тыуҙыра һымаҡ. Әйтерһең, Зөлфиә был халәтенең ваҡытлыса, ниндәйҙер арауыҡлыҡ ҡына икәнен белеп йөрөй. Әйтерһең, бер мәл ҡапыл ул ошо моңһоҙлоҡ ябыуын һирпеп ташлар ҙа, ҡысҡырып көлөп, ярһып илап, сикһеҙ шатланып һәм һушһыҙ яратып йәшәп китер... Рамаҙан килһә... Тик Рамаҙан килмәй ҙә килмәй...
Өсөнсө курстамы икән, практикаға юлландылар. Ул ваҡытта әле колхоз-совхоздарҙың ярайһы хәлле сағы. Баш ҡаланан арыу уҡ алыҫ, хатта төпкөл тип әйтергә лә була, бер район совхозына хисапсы булып килде Зөлфиә. Ул ошонда биш ай ваҡытын нисек тә үткәрергә һәм үткәрергә генә түгел, иҡтисад фәнен практикала өйрәнеп ҡайтырға тейеш.
Яңғыҙ пенсионер инәйгә йортҡа һалдылар. Башта ятһырап ҡаршы алған, кешеләре лә йомоҡ, ҡырыҫ булғандай тойолған ауыл тора-бара йәш ҡыҙға ҡарата асыла, ихласлана төштө. Бәлки, үҙе ошо мөхитте ҡабул итә башлағандыр. Совхоз кантораһына ингән-килгән халыҡ менән аралаша, таныша бара, аҙна-ун көн тигәндә күптәрҙе таный, күптәр уны белә, сәләмләй, хәл-әхүәл белешә башланы.
Йорт хужабикәһе менән дә яйлап ҡына өйрәнеште улар. Ғәйниә апай үтә тыныс, баҫалҡы һәм бигерәк аҙ һүҙле инде. Ғәҙәттә, йылмая биреп ҡарап ҡына тороуҙан үтмәй. Үҙ итеүе лә һөйләшеүҙән бигерәк бешкән аш, йылы өй менән ҡаршы алыуында, иртәнсәк ҡулйыуғысҡа йылы һыу ҡойоуында, аяғы аҫтына дебет башалтайҙар ырғытыуында йә кистәрен хәбәрҙәрен тыңларға әҙер икәнлеген белдереп, ҡаршыһына килеп ултырыуында сағыла.
Өй мейес менән йылытыла, утын яғыла. Ошо айырыуса оҡшай Зөлфиәгә. Оло мейес ауыҙына төбәлеп, унда торонбаштарҙы ялмап, сарт та сорт осҡондар сәсеп уйнаған ялҡындан арбалып, сәғәттәр буйына ултыра ала. Һәм шул ултырыуында күңелендә әллә ни төрлө тойғолар ярала ла, улар күҙ алдына тотош бер күренеш булып баҫа. Башта Зөлфиә күҙ алдына килгәндәрҙе артыҡ хыялға бирелеүҙәндер тип уйлаһа, бер көн ҡулы үҙенән-үҙе ҡәләмгә тартылды ла, өҫтәлдә ятҡан, һандар менән сыбарланған амбар дәфтәренең артҡы битенә күҙ йомоп асҡансы һыҙмалар яһап ташланы. Тәүҙә йылға тулҡындары пәйҙә булды... унан ташҡын баҫып алып барған ярҙар... ундағы аҡ көсөктәргә күмелгән талдар теҙмәһе... һауалағы яҙ һулышы, дәрте, ярһыуы... Ыжғыр һалҡын елдәре менән ҡаҡҡылап-һуҡҡылап торған ҡара көҙҙөң ҡараңғы кисендә төшөрөлгән һүрәтендә яҙғы нурҙар уйнаны. Мөкиббән китеп ултырҙы ҡыҙ өҫтәл артында. Хужабикәнең мейесте бөтөрөп ябып, солан уттарын һүндереп, ишектәрҙе элеп ингәнен дә аңғарманы. Уныһы, Зөлфиә һаман ятырға уйламағас, табаҡ-һауыт шылтыратып йөрөгән булды ла, бүлмәһенә инеп шымды. Ә илһам солғанышына инеп олаҡҡан ҡыҙ, эсендә йыйылып, ҡорғаҡһып киткән илаһи ҡөҙрәттең урғылыуына баш була алмай, шул шауҡымда ҡәләмен ҡағыҙ өҫтөндә йүгертте лә йүгертте. Ә инде тамам арығас, тамам күңеле бушағас, йыйылған урынын да һалмайса, арҡаһына ябынған дебет шәлгә генә төрөнөп, бәхетле йылмайып йоҡлап китте.
Иртәнсәк яҡтырыр-яҡтырмаҫтан тороп мейескә ут яҡҡан Ғәйниә, өҫтәлдә асыҡ ятҡан ҙур дәфтәрҙең ике урталыҡ битен тултырған һүрәткә бер килке текәлеп торҙо. Ундағы һәр нәмәгә, һәр һыҙатҡа, һәр бөгәргә ентекләп ҡараны. Башын әле былай, әле тегеләй ҡыйшайтты, хатта уның һүрәт кенә икәнлегенә ышаныу өсөн һаҡ ҡына һыйпап та алды. Ахырҙа, тәмле итеп йоҡлап ятҡан ҡыҙға бер ҡараш һирпеп алып, үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы:
– Хисапсымы тиһәм, һүрәтсе, имеш, был...
Ә бер көн... бер көн эштән ҡайтһа... Ысынында, бөтөн был ваҡиғалар тарихы тап бына ошо кистән, ят ауылдағы шыҡһыҙ көҙгө кистән башланды ул.
Ҙур яҡтын уртаһындағы түңәрәк өҫтәл артында хужабикә менән сәй эсеп ултырған Рамаҙанды күреүҙән. Зөлфиә инде лә, үҙ күҙҙәренә үҙе ышана алмай, ишек төбөндә ҡатып ҡалды. Өҫтәл артындағылар уның яғына ҡарап ултыра бирҙе. Егеттең һынсыл шаян күҙҙәре аҫтында аңына ҡайта барған ҡыҙ, Ғәйниә апайын тыңлап башына оло шәл, аяҡтарына калушлы быймалар кейгәненә үкенеп, ҡыҙарып-бүртенеп тора бирҙе. Ахырҙа, Рамаҙан һикереп торҙо, ашығып ҡаршы килде лә, баланы ҡаршы алғандай итеп, сисенергә ярҙамлаша башланы. Үҙе йылмая:
– Һаумы, Зөлфиә...
– Һаумы...һығыҙ...
Унан ҡапыл ынтылып уның ҡаҙ тәпәйҙәрендәй булып ҡыҙарған ҡулдарын тотоп алды:
– Өшөнөңмө?
– Ю-уҡ...
– Әйҙә, сәй эсәбеҙ. – Арҡаһынан этеп тигәндәй шаңҡыған ҡыҙҙы түргә әйҙәне, әйтерһең, бында Зөлфиә түгел, ә үҙе йәшәп ята.
Шул ғына етмәгәйне, сәйҙең ҡайнарлығын да аңғармай, ҡапыл һөйрәне лә, сәсәп китте. Хужабикә менән ҡунағы берсә арҡаһынан ҡағып, берсә һыуыҡ һыу алып килеп һоноп, ҡаңғырышып алды. Унан тыныслана төшөп, ҡабаттан һәүетемсә һөйләшеүгә күстеләр. Йомоҡ апайҙың да теле асылған:
– Бая малды ябып бөтөп инеп кенә ултырһам, Рамаҙан ҡусты килеп инде. Хәл һорашҡан юҡ, һине һорай.
Зөлфиә был хәбәрҙән ҡаушап, ҡапыл ғына Рамаҙанға һирпелеп ҡарап алды, уныһы бүлдермәй генә ирәбе йылмайып тик ултыра.
– Беҙ танышбыҙ ул, бер йылы ҡалала күрешкәйнек, тей. Һеҙҙең ауылға практикаға килгәнен ишеттем дә, күрергә килдем, тей. Мин әйтәм, бер ҡалала уҡыған йәштәр ней, таныштыр шул, тейем.
Егет менән ҡыҙ тағы ла бер өнһөҙ генә ҡарашып алды. Апай уларҙың икеһе өсөн дә һөйләне:
– Рамаҙан ней, минең ике туған апайымдың улы, күрше ауылдан, бынан ун биш саҡрымдай. Былтыр, ана, апайыбыҙ ҡапыл донъя ҡуйҙы ла ҡуйҙы бит. Былай ҙа бер үҙе үҫтергәйне балларҙы. Ҡайтты шунан Рамаҙан, уҡыуын ситтәнгә күсереп. Ҡустыһы менән һеңлеһен бағып йәшәй, һүҙ юҡ инде уға, маладистың аръяғы...
– Апай, ярай, ҡуй инде...
Апаһы ҡуймай:
– Килен ал, тибеҙ, тыңламай. Исмаһам, өйҙә ҡатын булһа, үҙенең дә ҡулы бушап, арҡаһы яҙылып ҡалыр ине.
Һөйләшеүҙең бындай ыҙанға төшкәнен оҡшатып етмәгән егет урынынан ҡуҙғалды. Ултырғысын өҫтәл аҫтына шылдыра биреп ҡуйҙы ла, Зөлфиәгә боролдо:
– Әгәр, ныҡ арымаған булһаң... бәлки, клуб яғына сығып әйләнербеҙ.
Уның китеп барыуынан, сығып юғалыуынан һәм тағы ла ғәйеп булыуынан ҡурҡып, кисерештәренән быуылды ҡыҙ. “Юҡ! Юҡ! Китмә! Ҡалдырма!” тип ҡысҡырҙы һымаҡ, ә, асылда, ауыҙын асып һүҙ ҙә ҡайтара алманы. Бары, сәйер йылмайып, яурындарын ғына йыйырҙы. Уның өсөн Ғәйниә апай яуап бирҙе лә ҡуйҙы:
– Итектәреңде, ана, мейес көлдөксәһенә ҡуйғайным, йылып тораларҙыр. Ҡулыңа, мына, бер бәләкәй генә дебет бейәләй бар, бирсәткәләреңдең йылыһы юҡтыр, ҡыптыр күн генә бит. Быйыл, ҡалай яман, нәйәбер бөтөп бара, ҡарһыҙ шыҡырайтып туңдырып тик тора. Йылы кейен, ыштобы, бында һиңә гурыт түгел.
Тышҡа сыҡҡас, тын ғына атлап киттеләр. Һалҡын һауа тынды ҡура, ә эстә, йөрәкте, тышҡа бөркөлөп барғандай, ялҡын язалай. Шул ғазапты баҫырға теләп, ҡыҙ һүҙ башланы:
– Ике йыл элек... шулай уҡ көҙ күрешкәйнек, шикелле...
– Эйе, көҙ. Ун дүртенсе октябрь, йома көнө ине.
– Ҡалай... хәтерләйһең...
– Әлбиттә, хәтерләйем. Нимә тип һөйләшкәнебеҙҙе лә, хатта һинең өҫтөңдәге кейемеңә тиклем иҫемдә. Ҡара юбкала, алһыу кофтала инең. Туфлийыңдың башында бантик кеүек биҙәге бар ине. Сәсең берҙән үрелгән һәм осонда резинка, унда еләк сәскәһе беркетелгәйне.
– Юғалдың үҙең...
– Юғалдым, сөнки хәлдәр шулай булып китте, Зөлфиә. Бая Ғәйниә апай барыһын һөйләп бөттө инде. Әсәй үлеп китте... Миңә ҡайтырға тура килде.
– Шуны миңә әйтеп булманымы һуң? Хат аша булһа ла хәбәр итергә? – Был һүҙҙәрен үтә лә бер һыҡраныу, һыҙланыу аша һығып сығарҙы ҡыҙ. Егет тә быны аңғарҙы, тынысландырырға теләгәндәй усы менән арҡаһына ҡағыла биреп алды.
– Башта мин ныҡ ҡайғырҙым... Күтәрә алмаҫ һымаҡ инем... Ҡусты менән һеңлене йәлләп, әсәйҙе йәлләп... төндәрен һарайға сығып, бәләкәй балалай үкереп илаған саҡтарым күп булды. Һөйләүе лә оят инде... Ундай хәлдә мин ниндәй ҡыҙға кәрәк була алам?
– Мин һине аңлар инем!
– Унан... шул тиклем мәшәҡәттәр күбәйҙе... Балалар буйынса ҡағыҙҙар йүнләү, уларҙың уҡыуы... мал, донъя, йорт... эшкә төштөм... Беренсе йыл академ алғайным, быйыл уҡыуҙы дауам итәм.
Һөйләшә барып клубҡа ла килеп еттеләр. Эстән күңелле көй яңғырай, болдорҙа тәмәке көйрәткәндәр ҙә бар. Юл ситендә туҡтап ҡалдылар. Икеһенең дә унда инеп бергәлек рәхәтлегенән яҙғыһы килмәй ине.
– Керәбеҙме? – тине егет шулай ҙа.
– Әллә... – Зөлфиә лә икеләнде. – Минең бында килгәнем юҡ.
– Ауыл егеттәре бейергә саҡырманымы әле? Нисек улай? – тип шаяртып та маташты Рамаҙан. Әммә Зөлфиә уға ҡушылманы, шаярыу ҡайғыһы юҡ ине ҡыҙҙа.
– Әйҙә, инмәйек, – тине ул клуб тәҙрәләренә ҡарап тора торғас. – Йөрөп киләйек.
– Әйҙә. Өшөмәнеңме?
– Ҡайҙан? Тундраға барғандай кейендерҙеләр.
Ҡайҙа уты бар, ҡайҙа юҡ булған ярым-ҡараңғы урамдар буйлап атлай бирҙеләр, атлай бирҙеләр. Ҡайһы бер ихаталарҙан эттәр шәпләнеп өрөп сыҡты ла, әзмәүерҙәй ир-егетте күреп, шып туҡтап ҡалды, унан тәртип өсөн тағы бер-ике ләүкелдәгәс, ҡойроҡ ҡыҫып инеп китеү яғын ҡараны. Шулай ҙа, Зөлфиәне ҡурҡытырға эшкинделәр, ул йәһәтләп егеттең беләгенә йәбеште. Бер шулай һырынғанында тегеһе уны етәкләп алды. Бейәләй аша булһа ла, ҙур устарҙың рәхәт йылылығын тойоп, бәхеттең ошолай була икәненә инанып барған көнө, дөрөҫөрәге төнө ине Зөлфиәнең.
Рамаҙан эше, ауыл халҡы, улар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләне. Шундай ябай, хатта үтә ябай ине уның хәбәрҙәре. Шул уҡ ваҡытта ихлас та, көлкөлө лә. Йәш зоотехниктың тәүге эш йылында булған мажаралары, ауырлыҡтары, һынауҙары үҙҙәре бер тормош юлындай ине. Ә Зөлфиә уларҙы таңға тиклем тыңлап йөрөргә лә риза, тик Рамаҙан ғына тынмаһын, китеп юғалып ҡуймаһын.
Урамдарҙы урап йөрөй торғас, ҡабаттан Ғәйниә апайҙың йорто янына килеп сыҡтылар. Унда күптән ут юҡ. Ут, бер ҡарап үткәндәрендә, инде клубта ла юҡ ине. Бөтөн ауыл тәрән татлы йоҡола. Ауыл ғына түгел, тәбиғәт үҙе ҡышҡы йоҡоһона батҡан, ҡар юрғанын ғына көтөп ята.
– Һин... ҡайҙа йоҡлайһың ул бөгөн? – тип һорап ҡуйҙы ҡыҙ, ҡапҡа төбөндә егет уны туҡтатҡас.
– Ҡайтам. Миңә бит иртәгә эшкә.
– Нисек ҡайтаһың? Төндә!
– Ат менән. Ат һарайында ҡалдырҙым, йылыла тороп торһон, тинем.
– Ҡараңғыла ат күрмәйҙер ул... Әллә фонарың бармы?
Был һорауҙан Рамаҙан рәхәтләнеп көлөп алды. Ҡыҙҙы ҡармап ҡосаҡлап, бәүелтә-бәүелтә көлдө. Шундай рәхәт булды ҡыҙға. Ғашиҡтарса түгел, ә дуҫтарса, хатта баланы ҡосҡан кеүек кенә ҡыланһа ла, шундай татлы ине ул ҡосаҡ.
– Ат юлын белә, ул унан көн дә үк булмаһа ла, аҙнаһына бер өстө үтеп тора. Мин был ауыл фермаһының да малын ҡарайым, килеп торам. Көҙ юлдар бигерәк алама, шуға ат менән йөрөү яйлыраҡ.
– Ә һиңә... һиңә минең бында икәнде кем әйтте? – Зөлфиәнең егетте ебәргеһе килмәй, шуға ниндәй булһа ла һорау бирә лә ҡуя. Моғайын, бер аңра ғына ҡыҙ булып күренәлер инде, әммә үҙенә лә, теленә лә хужа була алмай.
– Был яҡта ауылдарға сит ҡыҙҙар эшкә килһә, хәбәр шундуҡ бөтә яҡҡа ла тарала. Бигерәк тә егеттәр араһында. Миңә лә мәктәпкә килгән ҡыҙҙар хаҡында ла һәм кантораға килгән практикант тураһында ла мәғлүмәт биргәйнеләр инде. Бер уйындарына барып ҡыҙҙарын күрермен тимен дә, көндәр үтеп тик тора. Кисә совхоз директоры менән һөйләшеп торабыҙ ҙа, ул мал аҙығы буйынса хисапты беҙҙең йәш ҡыҙ Зөлфиә эшләп бирер тигәс, ҡапыл тертләп киттем. Ни эшләптер тап һиндер, тип уйланым һәм ҡайҙа йәшәгәнеңде һорашып килдем. Баҡтиһәң, һин минең апайҙа уҡ икән. Бына бәхет!
– Ә мин килеп ингәс, һине күреп саҡ артыма ҡоламаным.
– Ни өсөн, Зөлфиә? Минән шулай ҡурҡтыңмы ни?
– Юҡ та... Мин һине... ҡасандыр бик көткәйнем. Ә хәҙер... өмөт өҙгәйнем ине.
– Мине көткәйнеңме, Зөлфиә? Минеме? – Егет яҡын уҡ килеп устарым менән ҡыҙҙың ике битенән тотоп эйәген күтәртте. – Һин мине уйланыңмы?
– Эйе...
Рамаҙан уны тағы ла ҡармап ҡосаҡланы ла ебәрмәй тора бирҙе. Бушата биреп йөҙөнә эйелеп ҡарап алды ла, тағы ла һыға ҡосоп күкрәгенә ҡыҫты. Шулай бер-береһенә һеңеп оҙаҡ ҡына торҙолар. Был ваҡытта һүҙҙәр артыҡ ине. Ҡалын кейем эстәренән йөрәк тибештәре генә тыпылдап ишетелеп торҙо. Ул йөрәктәр шул тиклем ярһып тибә, шул тиклем сығырынан-сығып ҡан ҡыуа ине, хатта эйәләренең башы әйләнде. Ә ваҡыт тигәнең йөрәк хәлен аңламай, ул текелдәп үҙ мәлен ҡыуа ғына.
– Ярай, Зөлфиә, һин инеп ят. Мин китәйем инде. Әгәр риза булһаң, иртәгә лә киләм. Ә?
– Ярай. Мин һине көтөрмөн.
– Бар, матурым, мин ҡарап торғанда йүгер. Хәйерле төн.
– Хәйерле төн. Иртәгәгә тиклем!
Ғәйниә апай солан утын һүндермәй ҡалдырған, уны уйлағандыр инде. Зөлфиә ҡабаланып инеп ишекте элде лә ҡараңғыла сисенмәгән дә килеш ултырып ҡалды. Урғып килеп баҫып, башынан аша ҡойған хистәренән арына алмай, һаман шулар шауҡымында илереүе ине. “Рамаҙан бит уны онотмаған! Уны уйлаған! Эҙләп килгән!.. Шулай уҡ кешенең тормошо ҡапыл үҙгәрә аламы икән ни? Кинолағы кеүек хәлдәр була аламы?”
– Зөлфиә?
“Аһ? Ғәйниә апай йоҡламаған икән дә һаң...”
– Оҙаҡ ултырырға уйлайһыңмы унда? Әллә ултырып йоҡлап киттеңме шул, тием?
– Юҡ-юҡ... ятам-ятам. – Үҙе шым ғына сисенеп, урын йәйеп ятып йөрөй, үҙе һығылып көлә ҡыҙ. Иртәгә ошо хәлде Рамаҙанға ла һөйләп көлдөрөр әле. Рамаҙанға! Уның хәҙер хәлдәрен һөйләр, хәлен белгеһе килер кешеһе бар. Ул – Рамаҙан. Бығаса барыһынан да, хатта иң яҡын ҡыҙҙарынан да йәшергән тойғоларын әйтә алыр, күңеленең иң төпкө серҙәрен дә тартып сығара белер йән бит ул Рамаҙан. Рамаҙаны, уның Рамаҙаны...
Бөтөн ваҡиғалар ағымы, моғайын, бына ошо уйҙарҙан, ошо бәхетле мәлдән башланғандыр был тарихта.
Икенсе көн ҡайтһа, Рамаҙан уның эш өҫтәле артына ултырып алған һәм иҫе китеп һүрәттәрен ҡарай. Ул ҡыҙҙы шелтәле сәләмләп ҡаршы алды:
– Дә-ә... Ни эшләп йөрөйһөңдөр һин ул совхоз канторында?.. Зөлфиә! Һин бит рәссам! Һиндә – һәләт!
– Һаумы, тиген башта. – Хужабикәнең өйҙә юҡлығынан файҙаланып, ҡыҙ егеткә һыйына биреп алды.
– Һаумы, матурым, һаумы. – Рамаҙан уны кисәгесә ҡосаҡлап һөйҙө.
– Ғәйниә апай ҡайҙа?
– Күршеһенә ингәйне... оҙаҡланы.
– Ә-ә...
Хәҙер инде Зөлфиә йүгереп йөрөп сәй ултырта башланы. Осоп йөрөнө. Әйтерһең, был уларҙың йорто ла, ул йәш кәләш, эштән ҡайтып аш йүнәтә, ә ире уның әҙерләгәнен тыныс ҡына көтөп ултыра. Ошолай уйлауынан бит остары ҡыҙарып сыға. Уҙе егеткә ҡарап, шаян йылмая ла, артабан йүгермәләй.
– Зөлфиә, һин мине ишеттеңме шул? – тип ныҡыша Рамаҙан. – Мин һүрәттәрең буйынса әйтәм.
– Ишеттем дә...
– Һин бик талантлы ҡыҙыҡай. Мин ысынлап әйтәм. Һүрәттәрең тере һымаҡ, бына...
– Икенсе юлды һайлағанмын бит инде. Ул һүрәттәрҙән ни файҙа миңә?
– Һин нимә? Ошондай һәләтте юҡҡа сығарып ҡуймаҡсыһыңмы? Хисапсылар улар тулып йөрөй, ә былай һүрәт төшөрә белгәндәр йөҙгә бер генә тыуа. Аңлайһыңмы?
– Йә, ярай. Әйҙә, ултыр, ашап алайыҡ.
Ғәйниә апайҙың бешереп мейес плитәһе өҫтөнә ҡуйып киткән йомро картуфтарын, йылы майлы икмәктәрен, ҡаймағын өҫтәлгә теҙеп, оло еҙ сәйнүген эҫетеп алып килеп ултыртҡайны Зөлфиә. Рамаҙан да эштән һуң, икеһе лә һыуыҡтан ингән, етмәһә, ихласлап тамаҡ туйҙырырға керештеләр.
– Нисек унда эштәрең? Һандар тыңлашамы? – тип мәрәкәләй ҡунаҡ.
– Төрлөсә булып китә, тыңлашмай ҙа ҡуялар, ҡайһыларын ҡабат-ҡабат сығарырға тура килә, – тип йәшермәйсә, нисек бар шулай һөйләй ҡыҙ. Ул бит ошо Рамаҙандан бер нәмә лә йомоп ҡала алмай. Киреһенсә, тулыһынса асылғыһы, барыһы менән уртаҡлашҡыһы килеп тик тора. Ниндәй кешелер ул?
– Өйрәнерһең, мин дә башта арыуыҡ ҡаңғырҙым. Һауынсылар алдында көлкөгә ҡалып та бөтә инем. Хәҙер барыһы ла яйланған.
– Тик бына аптырайым, шундай күңелһеҙ эш менән ғүмер буйына шөғөлләнерменме икән? – Быныһын да эстә ҡалдыра алмай ул, ошо һорау борсой бит уны.
– Оҡшамаймы?
– Оҡшамай уҡ тип әйтә алмайым. Әммә был минең урыным, минең эшем, минең донъям түгел һымаҡ...
– Сөнки, һинең донъяң ана – анауында. – Егет ҡулын һоноп, өҫтәлдәге һүрәттәр өйөмөнә күрһәтә. – Һин – рәссам. Һиңә шул донъяла йәшәргә кәрәк. Башҡа үлсәмдә йәм тапмаясаҡһың.
Ҡыҙ уның был юғары һүҙҙәрен көлкөгә һабыштырмаҡсы:
– Һин барын беләһең инде?
– Белергә теләр инем. Һәр хәлдә һиңә ҡағылған бөтә нәмәне лә.
Уларҙың хәбәре ошо урында өҙөлдө, сөнки һалҡын быу менән бергә Ғәйниә апай килеп инде. Йәштәрҙе бергә күреүенә шат булды, буғай.
– Маҡтап йөрөйөм икән дә. – Сисенеп килеп йылы мейескә устарын терәп торҙо. – Ел көсәйҙе, ҡар болотон ҡыуып алып килә яталыр, шәй.
Зөлфиә урындыҡта уның сәй яһаған урынын биләгән ине, шылып китергә теләп ҡалҡынғайны, ҡатын ашъяулыҡтың ҡаршы яғына ҡунаҡлап өлгөрҙө:
– Ултыр, ҡуҙғалма. Ҡана, сәй яһап эсер әле беҙгә, әллә килен булырың, кем белә...
Был уйынлы-ысынлы хәбәрҙән Зөлфиә ҡойолдо ла төштө. Ҡулдары ҡалтыранып, ҡыҙарып-бүртенеп, сәй яһарға кереште.
– Саҡ ҡына ҡуйырта төш... Вәт, шулай... Һөтөңдө йәлләмә, һыйыр һауҙыра әле.
Рамаҙан уның был һынау үтеүен күҙҙәрен мут көлдөрөп кенә күҙәтеп ултыра. Хужабикәнән һуң үҙенең кәсәһен дә һона:
– Миңә тағы ла ҡабатла әле, килен. Бигерәк тәмле яһайһың икән сәйҙе.
Зөлфиә быға ла күнә, ярай, аҙаҡ, тип уйлап, баҫалҡы ғына сәй ҡойоуын белә. Артабан Ғәйниә апай Рамаҙандың өй яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, ҡусты-һеңлеһен, мал-тыуарын, кемен ҡайһылай иткәнен, нимәһен ни эшләткәнен барынса тәфсирләп һораша, кәңәштәр бирә. Рамаҙан уны баш ҡаға-ҡаға тыңлай, ара-тирә үҙ фекерен дә ҡыҫтырып ебәрә. Уларын да хуплай апай булған кеше, төрлө әмәлдәрен, яйҙарын өйрәтә.
Сәй артында ярайһы ғына ултырып ташланылар. Тышҡа сығып икәүҙән-икәү ҡалыу теләге көслө булғанда ла, егет ҡыҙҙы өшөтөп алып йөрөүҙе уңайһыҙ һананы. Шуға ла, әпәр итеп торғас, хәбәрҙе ҡыҫҡа тотто:
– Зөлфиә, һин мине ошонан ғына оҙат та...
– Әллә ҡуна ҡалаһыңмы? – Ғәйниә ҡустыһын ана-бына яуын башланырға торғанда сығарып ебәрергә теләмәне.
– Ю-уҡ, апай! Тегеләр малды кискә бикләһә лә, иртәнсәк уяна алмайҙар. Мәктәпкә саҡ торғоҙоп ебәрәм, икеһе лә йоҡосо, будильникка ыжламайҙар ҙа, – тип, кейенә үк башланы. Уның ыңғайына Зөлфиә лә ашығып пальтоһына үрелде:
– Ишек алдына ғына сығам.
Сыҡҡас та, солан ҡараңғылығында, ҡыҙҙы ҡармап алып, сикәләренән, ирендәренән һурып-һурып үпте Рамаҙан. Яҡты булһа, моғайын, Зөлфиә үптермәҫ ине. Битен ҡулдары менән ҡаплар ине һис юғы. Ә былай... оят та, оят түгел дә кеүек...
Нисек ҡапыл тоҡанған булһа, шулай көтмәгәндә ысҡындырҙы ҡулынан ҡыҙҙы егет, тегеһе саҡ ҡолап китмәне. Ярай, тотоп ҡалды:
– Ғәфү ит, Зөлфиә... Үпкәләмәйһеңме?
– Ю-уҡ... – Әллә һалҡындан, әллә башҡаһынан ҡалтырай ҡыҙ.
– Әле, сәй эскәндә... һине шундай үпкем килде. Шуға тыныс ҡына китә алманым... Үпмәһәм, ҡайтҡансы үлермен һымаҡ булды.
– Иҫәр...
– Эйе, иҫәрләндем. Һинең менән шулай иҫәргә әйләнәм дә китәм икән мин. Ниңә улай икән?
– Әллә...
– Белмәйһеңме? – Егеттең нимәлер ишеткеһе килә.
– Белмәйем.
– Ысынлап белмәйһеңме?
– ...
– Ни эшләп өндәшмәй ҡалдың? Әйт, был – мөхәббәт, тиген. – Ҡолаҡ төбөндә генә шундай сихри, арбағыс итеп шыбырлай үҙе. – Был – мөхәббәт, Зөлфиә. Рамаҙан һиңә ғашиҡ...
Шул һүҙҙәрҙән һуң тағы ла ирендәренән, маңлайынан, эйәгенән үбә лә, ҡыҙҙы солан уртаһында ҡулдарын һуҙған килеш ҡалдырып, ҡапыл айырылып сығып та китә. Артынан пружиналы ишек “шап” итеп кенә ҡала. Тик хисләнеп оҙаҡ тора алмай Зөлфиә. Ҡара алҡын йоҡа пальтоһы эсендәге еңел күлдәк аша семетеп уятып ебәрә лә, йәһәтләп йылыға ҡыуа.
Ғәйниә апай аш өҫтәлен йыйып бөтөп, бөгөн килгән почтаның гәзит-журналдарын ҡараш¬тырырға ултырған. Килештереп шөкәтһеҙ лупалы әшкиҙәрен кейеп алған булған. Уны был һүрәттә күреп, йылмаймай булдыра алманы ҡыҙ. Ә, асылда, былай ҙа ауыҙын йыйып ала алмай ине ул. Быны, әлбиттә, хужабикә лә аңғара.
– Рамаҙандың әсәһе йырсы булырға хыяллана торғайны... йәш сағында инде. Беҙҙе, бәләкәстәрҙе, теҙеп ултырта ла, алдыбыҙҙа концерт ҡуя ине. Тауышы шунда уҡ һәпте юҡ булғандыр инде, атаһы – олатайыбыҙ: “Ҡыҙымды, ҡалайтһам да, йырсы итәм. Радионан тыңлап ултырырбыҙ” тип ҡупайта торғайны.
Ғәйниә апайҙың, журнал уҡып ултырған һымаҡ булһа ла, күңелен нимәлер өйкәгәнен һәм шуларҙы ишеттерергә теләгәнен аңлаған ҡыҙ, уның ҡаршыһына килеп терәлә:
– Шунан?..
– Апайыбыҙ йырсыға уҡырға барҙы ла, инеп уҡып йөрөнө лә, тик... радиоларҙан йырларға насип булманы уға.
– Ни сәбәптән? Ниңә?
– Ә бер йәйге ялында шул еҙнәбеҙ көсләп алып та ҡуйҙы... Нисә йылдар артынан аңдый, тынғы бирмәй ине. Ризалаштыра алмағас, алдаштырып аулаҡҡа саҡырып, көсләгән.
– Ужас! – Зөлфиә башҡа һүҙ тапманы.
– Элек бит ундай нәмә ныҡ оят һаналды. Әсәһе әрләп тигәндәй күндерҙе барырға. Еҙнә лә килеп тороп инәлде-ялбарҙы. Барҙы инде.
– Шунан? Уҡыуын тамамламанымы икән?
– Ҡайҙан уҡыу? “Уйнаш бисәләр генә артист булып йөрөй” тип, институтына аяғын да баҫтырманы. Улай ғына түгел, ауыл клубы сәхнәһенән дә елтерәтеп алып сығып китте. Бахырҙы... бөтөн ғәм алдында рисуай итеп, йырлап ҡына торған еренән...
– Ире... Рамаҙандың атаһы шулай насар булдымы ни?
Ғәйниә ауыр һулап, бөтөп барған мейес ауыҙына ҡарай биреп ултырҙы ла дауам итте:
– Насар, тип... Насар уҡ түгел ине инде, көнсөл булды... ҡаты булды. Ҡатын кешене артыҡ һанға һуҡмай, ҡәҙерләй, йәлләй белмәй, уның ихтыяждарын ихтирам итә алмаған ир булды ул.
– Шулай йәшәнеләрме инде?
– Йәшәнеләр инде. Тормошта күптәр шулай үҙҙәрен башҡалар мәнфәғәтенә ҡорбан итеп ғүмер үткәрә бит ул. Апайыбыҙ ҙа, шулай, бер йырлауға зар-интизар булып, радио-телевизорҙан йыр ишетһә, онотолоп, шул арҡала еҙнәнән әрләнеп-тиргәлеп йөрөр булды... бахыр...
– Ә Рамаҙан?..
– Рамаҙан ни, шуларҙан тыуғас, ҡалайтһын, әсәһен яҡлашып, әсәһен аралап йөрөп ҙурайҙы. Аҙағыраҡ атаһы икенсе ҡатын менән сыуала ла тинеләр. Мин үҙем күрмәгәс, шулай булған, тип әйтә алмайым. Апай үҙе лә ул хаҡта өндәшмәне...
Ғәйниә хәтирәләрен яңыртып, үҙенә нимәнелер аңлатырға теләгәндәй шым, аҡрын ғына бәйән итә:
– Ундай тормош ағыуламай ҡуймай икән ул. Апайыбыҙ ҙа ауырыуға һабышты. Гел баҫылып, иҙелеп, теләгәнен әйтә, эшләй алмай, һәр ваҡыт үҙеңде сикләп, башҡаның талап иткән сиктәренә генә ярап йәшәргә тырышыу иләне уны, йәнен сиргә дусар итте.
Зөлфиә хәҙер инде һорау ҙа бирә алмай. Күҙҙәрен ҙур асҡан килеш текәлеп кенә ултыра.
– Яурындары төшөп, тауышы сәпсим баҫылып киткән ине һуңғы күргәнемдә. Ошонда канторға килгәндәрендә миңә сәйгә инеп киттеләр. Еҙнәбеҙ инде, былай ҙа эздәрәүәй, оло тауышлы, яр һалып һөйләшә, ә апай бөтөнләй хәлһеҙ генә булып, хатта хәбәргә лә ҡыҫылмай ултырҙы. Шунда, эй, эсем бошоп ҡалғайны, ана, күп тә тормай ятты ла, унан ике айҙанмы, китеп тә барҙы. Май шәм кеүек кенә иреп аҡты ла ҡуйҙы...
– Һы... – Ҡыҙ бармаҡтарын шатырлатып “һындырып” ала, бая соланда Рамаҙан ҡулдары менән ыуалағанда үрелгәндән һыпырылып сыҡҡан сәс остарын артҡа һыпырып шымарта – тулҡынланыуын тыя алмай. – Атаһы ҡайҙа һуң уның бөгөн? Үҙебеҙ генәбеҙ, ти ҙә һуң?
– Аталары ней... Баяғы “икенсе бисә” тигәне дөрөҫ булған, күрәһең, ҡатыны үлеүгә ярты йыл тигәндә күрше ауылындағы бер ҡатынға барып инеп китте. Уныһы “донъямды ташлап күсмәйем” тигән ти, әлдә генә, атыу анау балларға көн булмаҫ ине.
Ғәйниә кисерештәренән ҡыҙарып, тетрәнеүе күҙ ҡараштарына сығып киткән ҡыҙға баштан-аяҡ һынсыл ҡарап, һығымтаһын әйтте:
– Бына һин дә... һүрәтсе бит... Һүрәт яһай торған кеше. Рамаҙандың кәүҙәһе генә атаһыныҡы, ә холҡо әсәһенеке ул: йомшаҡ, нескә, кешенең эсен үтә күреп тора. Шулай булғанда ла... һин ауылда, бынау утын, бесән, мал араһында, хатта шул кәнселә лә хисап һанап ултыра торған ҡыҙ түгел. Һин бында тиҙ шиңерһең... Таждарын асып ебәрергә йылы етмәгән сәскә һымаҡ... Ҡанатын яҙа алмаған күбәләк кеүек. Йәшәрһең дә ул, бәлки, мөхәббәт, тип. Әммә, йәнең китек булыр барыбер. Һөйөү ул һәр ваҡыт та үҙен аҡламай... аҡламай...
Ятҡас та был һөйләшеү хаҡында уйланды әле Зөлфиә. Рамаҙандың әсәһен күҙ алдына килтерергә тырышты. Уны йәлләүҙән йөрәге һығылды. Рамаҙанға тағы ла нығыраҡ ихтирамы, һөйөүе арта төштө. “Юҡ, Ғәйниә апай яңылыша. Мин бында ҡалам да, Рамаҙанды, һис шикһеҙ, бәхетле итәм” тип ҡәтғи ҡарарға килеп тә ятты. Ә тәҙрә аша нәҙек нурын һуҙып уны күҙәткән түп-түңәрәк ай ғына: “Эй, әҙәм балалары... һеҙ нимә беләһегеҙ...“ тигәндәй бәүелә-бәүелә ҡар болоттары араһында йөҙҙө...
Эшкә күмелеп ултырған ваҡытта, төпкө кабинетынан сығып, директор өндәште:
– Зөлфиә ҡарындаш, телефонға.
– Әсәйемме? – Бығаса бында тик әсәһе генә шылтыратҡас, ҡыҙ башҡа хаҡында уйламаны. Ауылда телефон совхоз директоры кабинетында ла, медпунктта, шул ике нөктәнән һәм почтанан башҡа, бәйләнеш юҡ.
– Түгел әле, егет ниндәйҙер, – тип, хатта “егет” тигәнгә айырым баҫым яһап ебәрҙе етәксе ағай. Сөнки, ул инде, ул ғына түгел, моғайын, ауылда барыһы ла тигәндәй Зөлфиәне Рамаҙандыҡы тип иҫәпләй. Һәм әлеге ауылдың яҙылмаған ҡанунын тотоп, уны “килен” итеп, хужа булып тороуы.
– Егет?.. Алло! Эй-йе... Ә-ә... – Ҡыҙ, ҡаушауҙан, ниндәйҙер ярамаған эштә тотолғандай булып тирә-яғына ҡаранып алды, йәнәһе, уны берәйһе тыңлап тормаймы? Ярай әле, Зәйнетдин ағай, ҡамасауламаҫҡа булыптыр, бухгалтерҙары яғына сығып киткән.
Ә сымдың теге осонда Зәбир ярһыны:
– Һин ҡайҙа юғалдың да ҡуйҙың ул? Зөлфиә! Мин һиңә нимә тинем? Барып урынлашҡас та, хәбәр ит, тинемме?
– Эш күп... Көн үтеп тик тора...
– Алып барып ҡуймағаныма үкендем. Әйттем бит мин һиңә, йүнәлтмәне үҙем һайлап бирәм, тип. Эргәләге генә районға эләгеп, ҡаланан йөрөп тә эшләр инең, бәлки. Ҡарыштың да киттең бит үҙең, ҡайҙа булһа ла барам, тип...
– Булһын... Үкенмәйем!
– Ярай, оҡшағас – яҡшы. Үҙең нисек? Ҡайҙа йәшәйһең?
– Бер инәйҙә.
– Зөлфиә! Зөлфиә...
– Нимә?
– Нисектер... тауышың үҙгәргән һымаҡ. Һөйләшеүең дә... Нимә булды?
Ниндәйҙер өҙә һуҡҡан һүҙ ташлап, трубканы һалып ҡуйғыһы килде ҡыҙҙың. Әммә ҡапыл ғына улай итә алманы. Зәбирҙең бит уға зыяны теймәгән. Әле лә хәл беләм тип, өҙгөләнеп шылтыратып тороуы.
– Бер нәмә лә булманы. Барыһы ла яҡшы, эштә лә яҡшы. Былай шылтыратып аҙапланма ҡабат. Йә, ярай, мин бында директор кабинетындамын, телефонды оҙаҡ тота алмайым.
– Ярай-ярай, аңлашылды. Һау бул әлегә! Әй! Адресыңды... адрес! – тип ҡысҡырып ҡалды Зәбир, шул секундында тауышы өҙөлдө лә. Зөлфиә ҡабаланып һалып өлгөрҙө һәм, бер мәшәҡәттән ҡотолғандай, еңел һулап ебәрҙе.
Эш өҫтәленә килеп ултырғас та тыныслана алманы әле ҡыҙ. Башынан йөҙ төрлө уй йүгерҙе. Ул бит Зәбирҙе бөтөнләй онотҡан. Әйтерһең, ике йыл уның менән аралашмаған, дуҫлашмаған кеүек. Нисектер хәл итергә кәрәк был мәсьәләне. Хат яҙыр, эйе-эйе, бөгөн кис үк ултырып яҙыр. Барыһын да асыҡтан-асыҡ итеп яҙып ебәрер. Үҙендә уға ҡарата хөрмәттән башҡа тойғолар булмауын... Рамаҙанды өҙөлөп яратыуын... Рамаҙанды иҫләгәндән үк күңеле иреп китте. Йөҙөндә нур балҡыны, ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре йылмайҙы.
– Ҡалай ҡыуандырҙылар Зөлфиәне. Әсәйеңме? – тигән булып белмәмешкә һалышты кабинеттағы ҡатындар. Директорҙың “егет” тигәнен һаҡ ҡолаҡтары шунда уҡ тотоп алғайны бит инде. Ә бит асыҡлап, төбөнә тоҙ һалып ҡуйырға кәрәк.
– Юҡ та... Бер иптәш егет... Староста, курстың старостаһы, практика буйынса белешә, – тип ашығып әллә нимәләр һөйләп ташланы ҡыҙ.
– Улай булһа ярай ҙа. – Асыҡ ишек аша ишетеп ултырған хужа ла уйынлы-ысынлы һүҙгә ҡушылып китте: – Юғиһә, ул егет икенсеме-өсөнсөмө тапҡыр шылтырата ул, гел һин эш менән йөрөгән мәлгә тура килә лә, аҙаҡ мин дә онотам. Староста булғас – бата, атыу мин әллә беҙҙең ҡыҙҙы сит ҡош тибергә маташамы тип, үҙебеҙҙекенә һөрән һалайыммы тип торам. Матри, ҡыҙыҡай, беҙҙә егеттәр гурдый ул.
Ололар шаярышып-көлөшөп хәбәр һатһа ла, ҡыйын булды Зөлфиәгә, ул үҙен алдаҡсы, намыҫһыҙ әҙәм итеп тойҙо. Хәҙер тороп йүгереп барып Рамаҙанды эҙләп тапҡыһы һәм барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп биргеһе килде. Тик улай итеп булмай, егет бөгөн был ауылда түгел. Сабырлыҡты йыйып көтөргә генә ҡала. Ә әлегә ул бөтөн эшен ҡуйып тороп Зәбиргә хат яҙа ала. Шулайтып булһа ла күңелен баҫып тормаҡсы булып, ҙур амбар дәфтәренең урталыҡ табағын һурып алды ла яҙа башланы: “Зәбир, баштан уҡ был хат өсөн ғәфү үтенәм. Яҙғаныма түгел, ә беренсе көндән үк яҙмағаныма...”
Өйҙә уны тағы ла бер сюрприз көтә булып сыҡты. Зөлфиә эш урыны итеп алған оҙон өҫтәл өҫтөндә бер өйөм ҡағыҙға төрөлгән әйберҙәр ята. Ҡыҙ ингәс тә шуларҙы аңғарып, һораулы ҡарашын Ғәйниә апайға төбәне.
– Рамаҙан һуғылып китте, гурыттан ҡайтып баралар икән. Былары – һиңә.
– Миңә?.. – Өҫ кейемен эргәләге ултырғысҡа ырғытып, бүләк алған бала һымаҡ ыуаланып йөрөп төргәктәрҙе алып ҡарай башланы. – Нимә икән? Әйтмәнеме?
– Әйтеүгә әйтмәне, “һиңә” тигәс ней, ас та ҡара, уны гадайт итеп тороп һуң.
– Эйе шул... – тип, бәләкәсен асып ебәрһә, – а-а-а...
Төргәк эсенән бер бәйләп ҡәләмдәр, төрлө ҙурлыҡтағы рәссам бумалалары килеп сыҡты. Икенсеһенән акварель, майлы буяу, акрил, палитралар. Өсөнсөһөнән – атлас ҡағыҙҙар. Иң ҙур төргәккә йәтешерәк мольберт тиреп төрөлгән ине. Һәр бәйләмде асҡан һайын ҡыҙ “саррр” итеп ҡалды ла Ғәйниә апаһын ҡурҡытты, “аһ” итте лә тертләтте. Уныһы бот сапты:
– Йә Алла! Ней булды? Ҡағыҙ-ҡәләм өсөн дә ул ҡәҙәрем булыр икән берәү...
– Апай! Былар бит миңә!
– Һиңә инде, һиңә, һиңә бумай миңәме атыу?
– Апай! Был бит рәссам наборы! Уй, Рамаҙан!..
– Һүрәтте шәп төшөрә тип маҡтай бит ураған һайын, дәфтәр битенә яһап ултырмаһын тигәндер инде.
– Апай! Мине Рамаҙан ярата, ивет? – Йәш аралаш көлә хәҙер ҡыҙ.
– Яраталыр... яраталыр...
Төн уртаһына тиклем иҙәндә ултырҙы Зөлфиә. Ҡалайтһа ла мольбертты йыйып ҡуйҙы, ҡәләм-бумалаларын ҡат-ҡат тотҡоланы, буяуҙарын еҫкәп-еҫкәп кинәнде. Ул бит был еҫте мәктәпте тамамлағандан алып тойғаны юҡ. Ошо буяуҙар менән буялып үткән бала сағына ҡайтҡандай булды. Яратҡан уйынсығын тартып алып йәшергәндәр ҙә, хәҙер ул шуны табып алып иләҫләнеп ултыра һымаҡ. Рамаҙан... Рамаҙан ҡайтарҙы уға был рәхәтте... Рамаҙан уны ярата...
Ғәйниә ҡыҙҙың ҡыланыштарын ситтән күҙәтә-күҙәтә йөрөп киске мәшәҡәттәрен атҡара ла, баш сайҡап көлөмһөрәй:
– Йә, иҙәндә оҙаҡ ултырҙың... һыуыҡ алдырырһың. Кил, ашайыҡ. Бик булмаһа, ҡосаҡлап йоҡларһың ул нәмәләреңде.
Ул аҙнала Рамаҙан ялдарға тиклем килә алманы, ниндәйҙер мәшәҡәттәре сығып торҙо. Шәмбе көн иһә ҡыҙҙы ҡабаландырып йыйындырып алып сығып та китте. Ауылына, өйөнә алып ҡайтып китте. Йөк машинаһының кабинаһында һелкенә-һелкенә елдергәндә, Зөлфиә асыҡлап маташа:
– Рамаҙан, улай уңайһыҙ булмаймы һуң? Туғандарың аптырар бит?
– Ниндәй туғандар? Өйҙә баллар белә, көтөп ултыралар. Күрше-тирәләр ҙә... бөтә ауыл белә инде. Хәҙер һеҙгә килен алып ҡайтам, тип киттем. – Егет уға ҡарап, күҙ ҡыҫып уҡ ебәрә.
– Кит, улай итмәҫ кәрәк ине! – Ҡыҙға был һүҙҙәр оҡшаһа ла, иркәләп егетенең яурынына еңелсә һуға.
– Шаяртам! Ҡурҡма. Ҡусты менән һеңле генә белә.
Зөлфиә юлға ла ҡарамай тигәндәй, ярым боролоп Рамаҙанға ғына текәлеп, уны һөйләндереп килә.
– Һин водитель икән әле. Шофер булып та эшләйһеңме әллә?
– Ауылда шулай ул, тем более фермала. Баш зоотехникмын тип эре генә йөрөп булмай. Кәрәк булһа һөт машинаһына ултырып һөт тапшырып киләһең, кәрәктә ветврач булып мал дауалайһың, унан малсылар юҡта мал ашатаһың, хатта бер мәл фермала тиҙәк ҡырырға ла тура килде.
– Ысынлап? Һа-һа-һа...
– Эйе! Һарай таҙалаусы эсеп тик йөрөй, алмаштырыр кеше юҡ, һауынсылар шаулай, бысраҡ, тиҙәр. Йән көйөп китеп, кейемде алмаштырып алдым да, вис ҡырып таҙартып сыҡтым.
– Вәт һин, әй! Маладис булғанһың...
Кабина яңғыратып көлөшә-һөйләшә ун биш саҡрымды үткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Машина яңы ҡарҙы иҙә тапап, зыулап килеп күк ҡапҡалы йорт янына туҡтаны. Өйгә килеп инеүҙәренә, ике үҫмер бала, төҙ баҫып, ҡаршы алып тора.
– Һаумыһығыҙ! – тип кем уҙарҙан ҡысҡыралар әле.
– Һаумыһығыҙ... – Зөлфиә лә уларға алмаш-тилмәш ҡарап ала. Бәй, былар бит игеҙәктәр! Шуны аңлағас, Рамаҙанға борола, тегеһе, “эйе” тигәнде белдереп, баш ҡаға ла, таныштыра:
– Гөлкәй менән Ғәзиз. Ә был...
Гөлкәй элеп тә ала:
– Зөлфиә! Беләбеҙ инде!
– Һин белмәгән нәмә юҡ инде, бөрсәкәй. Йә, саҡыр түргә! Нимә болғаның әле һин унда?
– Болғаманым – бешерҙем, – тип телләшә-телләшә усаҡ тирәһендә өйөрөлә башлай ҡыҙыҡай. Зөлфиә лә, ҡулын йыуып, уға ярҙамға килә. Тиҙҙән ҙур яҡтың уртаһындағы өҫтәл ярайһы һый менән тула. Аҙыраҡ ҡуйыраҡ булһа ла, татлы ғына һурпа әҙерләгән икән балалар. Рамаҙан да магазинға һуғылып өлгөргән, тәмле-татлыны теҙҙе. Табын тирәләп ултырышып, серле ҡарашып тынып ҡалдылар. Ғаилә башлығы булараҡ, Рамаҙан һүҙ алды:
– Балалар... Зөлфиә... Һеҙ барығыҙ ҙа миңә бик ҡәҙерле кешеләр... һәм бына, ошо – һеҙ, һәр ваҡыт янымда булһағыҙ... бер-беребеҙ өсөн йән атып йәшәһәк ине, тием... Килешәһегеҙме?
– Эйе! Килешәбеҙ! – тип элеп алды Гөлкәй менән Ғәзиз.
– Мин дә килешәм, – тип хупланы Зөлфиә лә.
Балалар асығышып көткән икән, ихлас ашарға керештеләр, ҡыҙ уларҙы күҙәтә биреп, яратып ҡарап ултырҙы.
– Аша һин дә, – тип, һаҡ ҡына ҡулына ҡағылып алды Рамаҙан. Уның был ғәйепһеҙ генә хәрәкәтен балалар шундуҡ аңғарҙы. Аҫтыртын йылмандашып алдылар. Уларҙың был ҡылығынан йәштәр көлөштө.
– Разведка шәп эшләй, – тип ҡуйҙы Рамаҙан. – Бигерәк тә Гөлкәй тигәне.
Гөлкәй, күҙҙәрен хәйләкәр уйнатып, Зөлфиәгә баҡты, йәнәһе, ул шундай бына. Уның был үткенлеге, алсаҡлығы оҡшаны ҡыҙға, ынтылып, арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы:
– Бынауындай ике егетте ашатып, йыуып, ҡайһындай донъяны ҡарап йәшәгән хужабикә аҙыраҡ шаян да булмағас, ивет, матурым?
– Эйе-е... – Ҡыҙ яҡлаусы табылғанға ирәбеләнеп китте. Шулай көлөштөләр ҙә көлөштөләр. Рамаҙан ҡустыһы менән һеңлеһенең бәләкәй саҡтарын хәтерләп тә көлдөрҙө, уға армияға яҙған хаттарын яттан һөйләп тә көлдөрҙө – күңелле булды. Аштан һуң табаҡ-һауытты бергәләп йыйыштырҙылар ҙа, әлеге Гөлкәйҙең “мәҙәни программаһы” буйынса әллә нисә төрлө өҫтәл уйыны уйнап ташланылар. Ҡыҙыҡай ысынлап етди әҙерләнгән икән. Бында ла көлөшөп һындары ҡатты, төрлө заданиелар башҡарып йүгерештеләр, ашығып наказдар үтәнеләр. Әсәһе-атаһы араһында бер үҙе генә үҫкән Зөлфиә, ғаиләлә былай күңелле була алғанын белмәгән дә икән. Уның хатта студент тиҫтерҙәре араһында ла был хәтлем шашып көлгәне, онотолоп шаярғаны, эскерһеҙ рәхәтлек кисергәне булмағанмы? Тимәк, бөтөн тормош, бәхет, тулылыҡ тик ошонда – бында – Рамаҙан янында...
Ятҡас та, артыҡ ярһыуҙанмы, һаман тынысланып йоҡлап китә алмаған Гөлкәй, уға сер систе:
– Яңы йылдан һуң һин беҙгә күсәңме?
– Нишләп улай тиһең? – Зөлфиә лә шыбырлап һорай.
– Ағайым әйтә... Миңә әйтмәне инде... но мин уның атай килгәндә һөйләшкәндәрен ишеттем...
– Нимә ишеттең?
– Яңы йыл байрамында һине барып һөйләшеп, никах яһарға кәрәк, тип...
– Гөлкәй, ололарҙың хәбәрен тыңларға ярамай. – Яңылыҡтан шаңҡый төшһә лә, Зөлфиә уны шаяртып бүлдерә.
– Мин дә бәләкәй түгел, быйыл ун өс тулды.
– Эйе, ҙурайып киләһең. Йоҡлайыҡ, әйҙә... Ябын яҡшыраҡ итеп...
Ә үҙе керпек тә ҡаға алманы. Төпкө бүлмәлә ятҡан Рамаҙандың тын алышын ишеткәндәй булып, уның яҡынлығын тойоп, эргәһендә тулаған Гөлкәй әйткәндәрҙән башы буталып, берсә йылмайып, берсә күңеле тулып йәшкәҙәп, ятты ла ятты. Ә ҡышҡы төн оҙон, бик оҙон шул. Таң яҡтырманы ла яҡтырманы. Һәм бөтөн хикмәтле тарих тап ошо оҙайлы төндән башланды ла һымаҡ...

***
...Өшөп-туңып, иң алама автобустарҙың береһендә донъя сигенә китеп бара Зәбир. Үҙ мәйелендә булһа, был яҡҡа ғүмерҙә лә аяҡ та баҫмаҫ, ошондай ерҙәрҙең барлығын белергә лә теләмәҫ ине лә. Йөрәк мәжбүр итә шул, йөрәк... Зөлфиәнең киткәненә өс айҙан ашыу ваҡыт үтте, теге мәлдәге бер шылтыратыуҙағы яҙа-йоҙа хәл белешеүҙән тыш, осмот хәбәре юҡ. Һыуға сумғандай юҡ булып ята. Хат та яҙманы, адресын да... адресын белә ала инде ул, ҡайҙалығы билгеле бит, әммә үҙенең асыҡлап яҙып һалмауы бигерәк сәйер тойола. Эске һиҙемләүе менән бында ниндәйҙер бер сер барлығын да, шымып уҡ ҡалыуынан уға билгеле булмаған яңылыҡтар тыуыуын да самалай. Тик, нимә? Зөлфиә бик етди ҡыҙ, тип уйлай ул төрлөсә фаразлап, хатта нисектер тарҡауыраҡ, баҙнатһыҙыраҡ, сәйерерәк тә, уға, ғәҙәттә, тота килеп егеттәр йығылып китмәй. Бөтөн ошо булмышы уны аҙыраҡ аңышыраҡ та итеп күрһәткәндәй бит – шуғалырмы. Ә бит үҙе сибәр генә. Шулай ҙа бер ҡатлы инде, бигерәк бер ҡатлы һәм тик хис менән генә йәшәй торған йән. Ҡыҙҙы инде ике йылдан ашыу яҡшы өйрәнгән һәм уның йомшаҡ яҡтарын белгән егет, бәләнең ҡайһы яҡтан килеү мөмкинлеген самалай.
Үҙен нисегерәк тоторға икәнде лә уйлап килә Зәбир. Бығаса ул ҡыҙҙың ауыҙын да астырмай, һәр нәмәне үҙенсә хәл итеп йөрөнө. Зөлфиәнең иһә, ғәҙәти тормошта талаптары ла, нимәгәлер айырым теләге лә булманы бит. Ул һүҙһеҙ генә ризалашты ла ҡуйҙы. Күп нәмәгә битараф, барыбер һымаҡ ҡараны ла, шикелле. Зәбирҙең үҙен дә шулай ҡабул итмәнеме һуң? Был хәҡиҡәттән егеттең күкрәк тәңгәлендә нимәлер семетеп китә лә, аяҡ остарына тиклем һалҡынлыҡ йүгерә. Юҡ, туҡта, бар институт студенттарын тота алғанды, шул бер мәмәй ҡыҙҙы ауыҙлыҡлай алмаҫҡа торамы әллә? Көтөп тор, Зәбир, көтөп тор – ҡыҙма... Барыһын да уйлап, самалап ҡына хәл ит...
Ҡар ҡаплаған ауыл буйлап көрткә бата-сума, ялтыр ботинкаларын һыуландырып, хисапсы ҡыҙҙың ҡайҙа тороуын һораша-һораша килә торғас, ҡапҡа алдында ҡар көрәп йөрөгән ҡатынға өндәшәйем тип ауыҙын асһа, Зөлфиәне танып, телһеҙ ҡалды. Өҫтөндә оло фуфайка, аяғында калушлы быймалар, башында ниндәйҙер ялбыр шәл... Ҡыҙарып-тирләп төшкән... Юл буйына, автобуста ла, ауыл урамдарында ҡатын-ҡыҙҙың да, ирҙәрҙең дә туптай булып аңлайышһыҙ кейемдәрҙә йөрөгәненә сәйерһенеп ҡарап килә ине – бына һиңә, мә – Зөлфиә тора шулай.
Зөлфиә лә юғалып ҡалды, хатта, ҡасырға урын эҙләгәндәй, аҙарынып та китте инде әллә. Һәр хәлдә, Зәбиргә шулай тойолдо. Шуға ул ҡапыл алға ынтылып, ҡыҙҙың көрәк һабына йәбеште:
– Зөлфиә! Ни эшләп йөрөйһөң ул? – Унан ашығып хатаһын төҙәтте. – Һаумы... ҡасҡалаҡ.
– Сәләм... – Йәштәр һынаулы ҡарашып ҡалды. Егет ҡыҙҙы тишә яҙып баштан-аяҡ һөҙөп сыҡты:
– Ну и ну-у...
– Ә нимәһе? Бында – ауыл. – Эйәген күтәрә биреп яуаплауы ла яңыса, ул бындай ҡырҡыу холоҡло Зөлфиәне белмәй әле.
– Ауыл тигәс тә... Һиңә былай килешмәй, Зөлфиә...
– Шуны тикшерергә килдеңме?
Егет тағы ла яуап тапмайыраҡ ҡалды. Әһә... бында ниндәйҙер хикмәт бар! Һәм был хәлде ҡатылыҡ менән алып булмаҫы көн кеүек асыҡ. Йәһәтләп икенсе ыҙанға күсте:
– Юҡсы. Мин былай... һөйгәнем китте лә юғалды, уның менән берәй бәлә-ҡаза булып ҡуймаһын тип, бәлки, практикаһын иртәрәк яптырып ҡайтара алыуға килешә алырмын тип, килеүем. Шат түгелһеңме ни? Ҡалай уҫал ҡаршы алаһың?
Ҡыҙ уны урамда тота алмаҫын аңланы һәм теләкһеҙ генә өйгә әйҙәне:
– Әйҙә, үт...
Ғәйниә апай ят ҡунаҡты һағайып ҡаршыланы, тәҙрә аша уҡ күреп тора ине инде, кем булыр был тип...
– Һаумыһығыҙ! – Инеүсе ихлас сәләмләне. Инде лә өй эсен байҡап ҡарап сыҡты. – Минең аппағым ошонда көн итә икән... – Унан хужабикәгә төбәп өндәште: – Зөлфиәмде һыйындырып торғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәтлемен һеҙгә.
Уның артында торған ҡыҙ ҙа, ҡаршыһындағы хужабикә лә бер мәлгә албырғаны. Зөлфиә хатта төкөрөгөнә сәсәп китте. Егет йәһәтләп арҡаһынан ҡаҡты:
– Бөттө-бөттө... Аппағым..
Зөлфиә ҡапыл сәбәләнеп уның ҡулын һелкеп төшөрҙө. Зәбир быны аңламамышҡа һалышты. Һаман янында бөтөрөлдө:
– Тәрән итеп тын ал әле, хәҙер үтә...
Ниһайәт, ҡыҙ ҙа тынысланды, ҡунаҡ та үтеп ултырҙы. Ғәйниә плитә аҫтына ут тоҡандырып, баҡырсаға һыу өҫтәне. Зөлфиә ҡулдарын йыуып килеп урындыҡ ситенә терәлде лә, алдына ҡарап тынып ҡалды. Зәбир иһә, уны бында ҡолас йәйеп ҡаршы алғандарҙай шикелле, мольбертҡа беркетелгән картинаны ҡарай башланы:
– Оһо! Кемдең эше? Һеҙҙекеме? – тип хужабикәгә төбәлде.
Ғәйниә уның был һорауына бөтөнләй аптыраны:
– Атаҡ! Нишәп минеке булһын ул? Бынағайыш...
Зәбир хайран булған ҡарашын ипләп кенә ҡыҙға күсерҙе, уныһы быларҙы ишетмәй ҙә.
– Зөлфиә?.. Һинеке что ли?
Ҡыҙ яуапларға уйламай ҙа, башкөллө ниндәйҙер уйҙарға сумған.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас