Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
13 Ғинуар , 10:30

Телевизорҙы кем отто?

Гәзиткә яҙылыусылар бүләкле булды! Ҡотлайбыҙ!  

Телевизорҙы кем отто?Телевизорҙы кем отто?
Телевизорҙы кем отто?

2026 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Улар араһында төп приз – телевизорҙы кем отто?
Шулай итеп, «Техномир» магазины етәксеһе Урал Дәүләтбирҙин бағымсылыҡ иткән төп приз – телевизор Суртанүҙәк ауылына оҙатыла. Унда йәшәүсе Гүзәл Килдеғолованы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Район гәзите редакцияһына бүләк отоу теләге менән байтаҡ ҡына гәзит уҡыусыларыбыҙ килде.
Тағы бер бағымсыбыҙ Рафиҡ Ноғоманов әҙерләгән ике электр сәйнүген Сидоровка ауылынан Филиә Ҡотоева менән йылайырҙан Вера Серкова отто.
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары араһында Башҡортостан Республикаһының Нәшриәт йортоноң махсус бүләктәре лә уйнатылды. Юлдыбай ауылынан Салауат Иҫәндәүләтов менән Андрей Сухов – шәкәр һауыты, йылайырҙан Әсмә Булатова һәм Павел Назаров – көршәк, Сидоровка ауылында йәшәүсе Зиннур Боҫҡонов менән Дмитриевка ауылынан Тайфа Ғилмитдинова – тимер табаҡ менән билдәләнде.
Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрегеҙҙе редакциянан эш көндәрендә сәғәт 9.00 – 16.00 тиклемге ваҡытта килеп алырға саҡырабыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт һәм СНИЛС булыуы мотлаҡ.
Ә инде редакциябыҙҙы бүләктәр менән тәьмин итеүсе бағымсыларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Мөхәрририәт.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас