– Йоматов Зәбир Закир улы. Зөлфиәнең дуҫы, дөрөҫөрәге, һөйгәне.
Шул ваҡыт Зөлфиә лә айнығып китеп, уға утлы ҡараштарын атты. Ғәйниә бер ҡыҙға, бер егеткә төбәлде:
– Ы-ы... һөйгәне үкме ни?..
– Кит әле! Әллә нимә һөйләп тораһың шунда! – Ҡыҙ ҡыҙып китеп тороп кейенә башланы ла, ишекте шартлатып ябыр алдынан: – Малды үҙем ҡарайым, һеҙ сәй эсегеҙ, – тигәне ишетелеп ҡалды.
Зәбир, һауалағы көсөргәнеште йомшартыу өсөн, көсәнеп йылмайҙы:
– Шулай уҫал ул минең аппағым.
Ғәйниә, өндәшмәҫтән, аш йүнәтә башланы. Егет ҡыҙҙың эш өҫтәле артына ултырып, табаҡ-табаҡ булып ятҡан таблицаларҙы ҡараштырҙы, һандар менән сыбарланған дәфтәрҙәрен асҡыланы. Шулай ултыра торғас, күҙе дәфтәр араһындағы оҙон яҙмаға төштө. Эш ҡағыҙылыр тиһә... хат бит... туҡта... уға яҙылған...
Ике битлек хатты уҡып сыҡҡансы бер янды, бер һүнде Зәбир, ҡулдары ҡалтырап, күҙ ситтәре зәңкеп сыҡты. Күҙ алдын ҡанлы пәрҙә һымаҡ булып асыу уты ҡапланы. Бына нимәләр бар икән бында!.. Бына төтөн ҡайҙан сыға... Тә-әк... тә-әк... тәк! Былай бармай! Бөгөн үк алып китергә кәрәк был ҡыҙҙы. Бөгөн үк. Хәҙер үк! Тик... тыныслыҡ... тыныслыҡ менән генә. Башҡа юл юҡ.
Табын әҙер булғас, урындыҡ түрендә ултырып, ауыл һыйын, ауыл тормошон, хужабикәнең ризығын түгелеп маҡтаны егет. Апайҙың ләм-мим яуап ҡайтармағанында ла эше булманы, гүйә, ихлас, асыҡ булып, ләпелдәне лә ләпелдәне. Унан, тамаҡ ялғағас, Зөлфиәне эҙләп, тышҡа сыҡты. Ҡыҙ, ҡоҙоҡтан һыу сығарып, малдарҙы һуғара ине. Көлөмһөрәп ҡарап, янына килде:
– Һоҡланам һиңә, Зөлфиә. Мал ҡарап үҫмәһәң дә, ҡалай тиҙ өйрәнеп алғанһың. Ҡар көрәйһең... һүрәт төшөрәһең... Ауылда һинең күп һәләттәрең асылған, ә?
Ҡыҙ уны ишетмәмешкә һалышты.
– Ауыл һауаһы килешкән бит һиңә, аҡыллым. Тағы ла матурайып, алһыуланып киткәнһең, – тип килеп ҡосаҡлап та маташҡайны, ҡыҙ ҡулындағы биҙрәһен күтәреп араға ҡуйҙы. Быныһын да “йотто” егет. – Тик бына кәйефең генә юҡ һымаҡ... Ни эшләп улай? Ҡайтҡың киләме? Ә? Бөгөн үк алып китәм!
– Юҡ! – Ҡыҙ ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
– Ниңә “юҡ”? Әллә һиңә бында оҡшаймы? – Ул янда туҙышып йөрөгән һарыҡ-кәзәләргә, уларға аңшайып ҡарап торған ике һыйырға ҡулдарын иҙәп көлөп үк ебәрҙе. – Ҡайһыһы нығыраҡ оҡшай быларҙың? Әйт! Теләгәнеңде һатып алып ҡайтам.
Хәҙер инде Зөлфиә уға нәфрәт менән ҡараны. Нисек итеп? Нисек итеп ул бығаса Зәбирҙе яҡын юлатҡан? Уның ошо... сөсө йылмайыуын... нәҙек иренен... төҫһөҙ керпек-ҡаштарын... ап-аҡ нәҙек ҡулдарын күрмәгәнме ни? Һуҡыр булғанмы, иҫһеҙ булғанмы әллә? “Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ мине был кешенән!” тип ҡысҡырғыһы килде уға текәлеп ҡарап тороп. Ә Зәбир уның ҡарашын үҙенсә аңланы һәм етди хәбәргә күсте:
– Зөлфиә, ярай, уйнаныҡ, булды. Эшеңде тамамла ла, йыйын. Бөгөн һуң инде, иртәнге автобусҡа сығабыҙ. Директорыңа мин институттан хат әҙерләп ебәрермен. Практикаңды тулы үтте тип иҫәпләрҙәр.
– Мин бер ҡайҙа ла бармайым.
– Әллә ҡайҙа алып китәм тимәйем бит, аппағым, әсәйеңә илтеп ҡуям. Ике ай ваҡытың бар әле, рәхәтләнеп, иркәләнеп ял итерһең.
– Юҡ. Мин... мин, моғайын... ошонда бөтөнләйгә ҡалырмын да әле...
– Нисек инде?... Был ниндәй ҡырағай...
– Зәбир! Һин кит, йәме? Зинһар! – Унан ҡапыл туҡтап, ҡапҡанан инеп килгән кешегә ынтылды. – Рамаҙан! Рамаҙан килде!
Ҡупшы ҡара пальтолағы егет тәрән итеп бер тын алды ла, ялтыр ботинкаларының үксәһендә генә шыҡ итеп өйөрөлөп, әйләнеп баҫты. Ҡапҡанан кәүҙәле генә ир-егет инеп килә. Ҡулдарында ниндәйҙер ҡумталар. Зәбир уны ла йәһәт кенә күҙҙән үткәреп өлгөрҙө: өҫтөндә иҫке ҡара куртка, башында спорт шапкаһы, аяҡтарында брезент йылы итектәр.
Ул яндарына килеп етеүгә, пальтолағы уға ҡул һуҙҙы:
– Ҡунаҡ киләме? Сәләм-сәләм, эшсе-крәҫтиәнгә!
Рамаҙан Зөлфиәгә ҡараған килеш кенә быға ҡулын бирҙе:
– Сәләм. – Унан ят кешегә боролдо. – Бында кем ҡунаҡ икән әле?
– Рамаҙан... – тип ҡыҙ тотлоға биреп хәбәр башлағайны ла, Зәбир уны һаҡһыҙ бүлдереп китте:
– Эйе, мин ҡунаҡтыр, ахыры. Бына һөйгән ҡыҙымды алырға тип килдем. Юғиһә, бында, ниндәй рәүешкә төшөп, ауыл ҡатынына әүерелеп бара, – тип һаһылдап көлөп тә ебәрҙе.
Рамаҙандың йөҙө үҙгәрә төштө. Ҡаушай биреп, Зөлфиәгә төбәлеп торҙо. Уныһы килеп беләгенә йәбеште лә:
– Рамаҙан! – Ике уртала сәбәләнде: – Зәбир, бар һин инеп тор әле!
Рамаҙан уға иғтибар итмәҫтән, ят әҙәмгә төбәлде:
– Һин кем?
– Мин Зөлфиәнең егете, – тине тегеһе ҡыйыу ғына.
Рамаҙан Зөлфиәгә боролдо:
– Зөлфиә, был кем?
– Рамаҙан! Мин хәҙер һиңә барыһын да аңлатам... Рамаҙан... дөрөҫ түгел... һин уйлағанса түгел... Зәбир! Кит тинем!
Рамаҙан ҡулындағы ике ҡумтаһын Зөлфиәгә һондо:
– Зөлфиә, ошоларҙы Ғәйниә апайға индер әле.
– Рамаҙан!.. Һөйлә...
– Зөлфиә, – тине хәҙер инде һәр һүҙен өҙөп-өҙөп. – Бар. Индер. Хәҙер артыңдан инәм.
Ҡыҙға әйберҙәрҙе алып инеп китеүҙән башҡа сара ҡалманы, инде лә ҡорған ситенән тәҙрәгә һарылды.
Тышта егеттәр тексәйешеп ҡалды. Зәбир тиҙерәк һүҙ менән алдырмаҡсы булып ашыҡты:
– Мин барыһын да аңлайым... Ҡаланан килгән матур ҡыҙ, романтика... Әммә ул ауыл өсөн түгел. Ул бынан өс көн эсендә ялҡып ҡасасаҡ. Һин шуға ышандыңмы ни?
– Һеҙ уның менән күпме таныш? – Рамаҙан был һорауҙы теш араһынан һығып сығарҙы.
– Ике йылдан ашыу. Ике йылдан ашыу беҙ бергә. Иртәнән кискә, кистән таңға тиклем бергә булдыҡ. Валлаһи, алдамайым.
– Ә ни эшләп ул һине бер генә лә телгә алманы?
– Ҡатын-ҡыҙҙар бит улар шундай елбәгәй халыҡ. Һин бынау спецовкала, тиреҫ еҫе менән, грузовойҙа... уға, ҡала мөхитендә үҫкән ҡыҙыҡайға, әллә ни экзотика кеүек булғандыр инде. Мауығып алғандыр бер аҙ. Була бит шулай?..
– Белмәйем. Беҙҙә улай булмай.
– Рамаҙан... Рамаҙан бит әле һин? Вот нимә, дуҫ, Зөлфиә бит художник, уның натураһы шундай, ул тиҙ генә юҡ-барға әүрәй, башын юғалта. Был уға илһам өсөн кәрәк. Ул бит һәләт! Ә һин уны ошонда, һыйыр-кәзәләр араһында тоторға итәһеңме?
Был һүҙҙәргә Рамаҙандың бер дәлиле лә булманы. Ә Зәбир теҙҙе генә:
– Мин быйыл уҡыуҙы тамамлайым, аспирантураға Мәскәүгә китәм. Зөлфиәне лә алам, өйләнеп, әлбиттә. Уның урыны шунда – баш ҡалала. Унда уның кеүек рәссамдар, күргәҙмәләр, музейҙар, театрҙар... Аңлайһыңмы? Ә бына бында, быймалар, фуфайкалар кейеп... Һин уның ҡулдарына ҡарағаның бармы? Ул бармаҡтар кисточка тотоу өсөн генә яратылған!
Рамаҙан тора-тороп ҡапыл һөйләүсенең яғаһынан бөрөп алды ла, йөҙөн үҙенә яҡын уҡ килтереп, уҫал шыбырланы:
– Һин Зөлфиәне ысынлап бәхетле итәсәкһеңме? Ысынлап уны рәссам итеп үҫтерәһеңме? Әйт!
Аяҡтары ерҙән ысҡына барыуға Зәбирҙең теле көрмәлде:
– Ы-ыс-сын... Һ-һүҙ бирәм... а-ант ит-тәм...
Киләһе секундта Рамаҙан ҡулында ҡалтырап төшкән ҡунаҡты ҡарға быраҡтырып, оҙон-оҙон баҫып ҡапҡаға юлланды. Бөтөн был хәлде ҡорған егенән күҙәтеп торған Зөлфиә, өйҙән ойоҡсан атылып килеп сығып, егет артынан ташланды:
– Рамаҙа-ан! Рамаҙан! Һин ҡайҙа?
Уның шул тиклем асырғаныулы тауышынан туҡтап ҡалды тегеһе, боролоп баҫты:
– Зөлфиә... мин китәм... Һинең бәхетле булыуыңды теләйем.
Ҡыҙ уның ҡулдарына тотоп алды, кирегә һөйрәне:
– Рамаҙан!.. Хәҙер үк инәһең! Юҡ, хәҙер мин...
Егет уны яурынынан тотоп һелкетте:
– Минең арттан килмә. Йөрөмә. Яланғасһың, туңаһың, бар ин. – Ҡыҙҙың сатырлап йәбешкән ҡулдарынан ысҡынып, уны этәрә биреп үк ебәрҙе. Ҡапҡа ныҡ ябылып ҡалды.
Зөлфиә шунда ҡапҡа төбөндә һығылып төштө. Ҡысҡырырлыҡ тауышы ҡалманы, бары тик йомшаҡ ҡарҙы сапсып, ыңғырашты:
– Рам-маҙа-ан... Рама-ҙа...ннн... йән-нем... Ра-ма....ннн...
Унан, үҙенә ярҙамға ташланған Зәбиргә, яҡын юламаҫлыҡ итеп ыҫылданы:
– Кит!.. Күҙемә күренмә... Күрәлмайым һине, күрәлмайым!
Өйгә йүгереп инеп төпкө бүлмәләге карауатҡа ҡоланы ла, бер һорауға ла яуап бирмәй, хужабикәне лә, Зәбирҙе лә ишетмәй-күрмәй, йомарланып тик ятты. Ғәйниә апай ҡунаҡҡа йыйынып китергә ҡушты, уныһы талап ителгәнде йәһәт үтәне – юҡ та булды. Зөлфиә шул ятҡандан тора алманы, ысынлап ауырып киттеме, хәлһеҙ, хисһеҙ, көсһөҙ булып тик ятты. Ғазаплы оҙон төндәр, хәсрәтле көндәр үтә торҙо. Рамаҙан килмәне. Ғәйниә уға нисек кенә сәләм ебәреп, килеп етергә ҡушып ҡараһа ла, егет һынманы. Ахырҙа, ҡыҙҙың ата-әсәһенә хәбәр итте, улары йәһәтләп килеп етеп, ҡыҙҙарын балалай итеп төрөп алып сығып, машинаға һалып алып ҡайтып киттеләр. Һәм бөтөн был мөхәббәт тарихы тап бына ошо рәхимһеҙ ваҡиғанан башланды ла, шикелле. Яратыуҙың, бәхет булыуҙан бигерәк, һары һағыш икәнлеген төшөнгән, тойған, кисергән ваҡыттан...
***
...Сылтыр гөрләүек кеүек кенә нескә моң ошо нәҙекәй кәүҙәнең әллә ҡайһы еренән сығалыр? Юғары ноталарҙа талпынып-талпынып китә үҙе. Әйтерһең, нәҙек беләктәрен елпеп осорға ынтыла. Шул ваҡыттарҙа Рамаҙан урынынан ҡалҡына биреп ҡуя, әллә ынтылып ҡыҙын тотоп ҡалырға, әллә ярҙам итергә теләй. Йөҙөнә әллә ни төрлө кисерештәр сыға. Ҡаштары күтәрелеп, күҙҙәре киң асылып, муйыны һуҙылып, онотолоп моңға ҡуша бәүелеп китә. Ә йыр, берсә бөҙрәләнеп күпереп, берсә аҫҡа төшөп баҫылып, берсә һығылмалы, бөгәрле, үҙәкле юлдарҙан ағылып дауам итә. Һәм... бына!
– Браво!
– Молодчина!
– Браво! Браво-о!
Дәррәү ҡул сабыуҙар залды күтәреп оса. Рамаҙан үҙе йән көсөнә устарын усҡа һуға, үҙе халыҡтың шулай шаулауына хайран булып ултыра. Кемде шулай алҡышлайҙар һуң? Уның ҡыҙын!
Тотоп килгән сәскәһен дә сығарып бирә алманы. Сәскә һоноусылар сәхнәнең аҫтында ла, өҫтөндә лә күбәйеп китеп, сират яһап ташланылар. Шуға улар араһында этешеп-төртөшөп йөрөгөһө килмәне. Концерттан һуң тапшырыр ҙа ҡуйырмын тип, ҡуҙғалманы. Артабан тамаша дауам итеп, йыры ла, бейеүе лә ҡушылып барып, арыта биреп тә китте. Былай ҙур урында, көслө музыка, көслө уттар аҫтында концерттар ҡарап өйрәнмәгән ауыл кешеһенә еңел түгел. Шаршау ябылғас та гөрләп ҡул сапҡан рәттәр араһында көтә биреп тороп, ағым менән ҡуша барып, унан шул ҡайнаш араһында саҡ өҫ кейемен эләктереп алып, көскә тышҡа сығып баҫты. Ҡулындағы сәскәһе, ярай әле, тере ҡалды. Шуны һаҡлайым тип тә аҙ төрткөләнмәне инде. Ул ара һауа һулап йөрөп алды, тирләп киткән арҡаһын яҙҙы. Тегеләй-былай үткеләп, афишаларҙы, артистарҙың фотопортреттарын ҡарап сыҡҡансы, ишектә ҡыҙы пәйҙә булды.
– Атай! – тип ҡысҡырҙы ул ҡырҙан уҡ. Ана, елпелдәп килеп ултырыуы!
Рамаҙан, ҡаршы барып, ҡосаҡлап-һөйөп алды. Ғәҙәттә, улай итмәйҙәр улар, өйҙә ҡосаҡлашып үбешеү ғәҙәте юҡ. Әммә был осраҡта шунһыҙ мөмкин дә түгел һымаҡ. Ниндәй ҙур ваҡиға бит! Йырсыға уҡыған студент ҡына ҡыҙын билдәле артис¬тар рәтендә ҙур концертҡа алдылар. Һәм ҡайһындай итеп сығыш яһаны ла!
– Ҡыҙым... Алтыным минең, ҡошсоғом... Маладисһың, маладис, – тип сәскә һонғанда хатта тауыштары ҡалтырап китте.
– Уй, ҡурҡтым! Уй, тулҡынландым! Сыҡҡанда, күлдәгемдең яғалары ҡалтырап торҙо – күрендеме?
– Юҡ-юҡ, ундай бер нәмәне лә аңғарманым, әммә бәләкәс кенә Зөлфиәмдең Мәскәү залын яңғыратҡанын күрҙем. Бына ошоноһон ҡайтып һөйләрмен инде.
Ҡыҙыҡай, атаһының беләгенә аҫылынып, әленән-әле йөҙөнә ынтылып ҡарап “сар ҙа сор” булып хәбәрен һөйләй-һөйләй, атлап киттеләр. Бына инде, кинйәкәүе менән ҡултыҡлашып йөрөп ята. Мәскәү урамдары буйлап. Кем уйлаған, уның балаһы шулай ҙурайыр ҙа, атаһын концертҡа саҡырыр һәм шуны билдәләү өсөн ресторанға юлланырҙар, тип.
Концерт залынан алыҫ түгел икән ултырыр урындары. Ыҡсым ғына яҡты ергә килеп инделәр. Зөлфиәһе алдан өҫтәл заказлаған. Салаттар, йылы аш алып теҙҙеләр. Бокал төбөндә коньяк та килде. Ир алдына ултыртылған эсемлеккә текәлә биреп киткәс, ҡыҙы көлә-көлә аңлата һалды:
– Ошо хәтлем ергә килеп, ресторанда коньяк та эсмәнеңме тип әйтәсәктәр бит һиңә ауылда. Шуға алдым быныһын.
– Ә-ә... ярай. Был ғына зыян итмәҫ.
Һут менән коньяк бокалдары сәкәште. Уларҙың зыңы бер нисә секунд һауала сыңлап торҙо.
– Ярай, ҡыҙым, һинең уңыштарың өсөн!
– Рәхмәт, атай, килгәнең өсөн!
Артабан һүҙ Зөлфиәнең нисек концертҡа әҙерләнгәне, нисек сығыш яһағаны, кемдәр нимә тип әйткәне һәм киләсәккә ниндәй пландар ҡороуы тураһында барҙы. Рамаҙан ҡыҙының шундай ынтылыштар, сәмле хыялдар менән йәшәүенә ҡыуанып бөтә алмай тыңланы ла тыңланы. Әллә артыҡ хисләнде, әллә әлеге ике-өс йотомдай коньяк башҡа бәрҙе, күңеле йомшарҙы.
– Атай... әлдә һин бар, – ти, етмәһә ҡыҙы, күҙҙәрен мөлдөрәтеп тороп. – Һинһеҙ мин бында була ла, уҡый ҙа алмаҫ инем. Икеһе лә йәшкәҙәне. Ҡыҙының алһыу биттәре буйлап тәгәрәгән тамсылар тәрилкәһе ситенә тып-тып тамдылар. Рамаҙан да кеҫәһенән ҙур ҡулъяулығын сығарып, ҡыҙара төшкән күҙҙәрен, танауын һөрттө:
– Тағы ла әллә ҡайҙарҙа булырһың әле. Уҡы, тырыш, һәләтеңә хыянат итмә. Ә мин инде, хәлемдән килгән тиклем... Ярай... шатлыҡ йәштәре булды былары...
Сыҡҡас, тағы ла аҙыраҡ йылға яры буйлап һуҙылған аллеяла йөрөнөләр ҙә метроға төштөләр. Рамаҙан ҡыҙын ятағына алып барып ҡуйҙы ла, ятҡан фатирына китте. Уны ваҡытлыса йәшәргә индергән ҡарсыҡ күптән ятҡан, шуға шым ғына үҙ бүлмәһенә үтеп, утты һүндерҙе. Тик ҡапыл ғына йоҡлап китә алманы. Кисерештәре, күңеленә тулған шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғолары урғылып, йәнен тулатты ла тулатты. Һаман-һаман сәхнәлә талпынып-талпынып ария башҡарған ҡыҙсығы күҙ алдына килде. “Эй, ҡурсағым минең... сыпсығым...” тип, иркәләп шыбырланы, әйтерһең, балаһы ишетеп тора. Унан әсәһе рухына өндәште:
– Әсәкәйем... күрҙеңме? Һинең хыялыңды ейәнсәрең тормошҡа ашырҙы, әсәй... Һинең һәләтең үлмәне, ул Зөлфиәңдә йәшәй... Әсәй, эй, әсәйем...
***
...Рамаҙан төнгө фермаға килеп ингәндә, ҡарауылсы бер-ике шешәләше менән эсеп ултыра ине. Был ваҡытта йәш түрәнең килеп сығырын көтмәгән ирҙәр ҙә, төн йөҙөндә ҡарауылсы йортонда байрам барғанын белмәгән егет тә башта аптырап ҡалды. Эстәгеләр шешәләрен йәшереп маташты ла, өлгөрмәгәндәрен аңлап, кире ултыртты. Рамаҙан да, бындайҙы тыйырға тейеш булһа ла, боролоп ҡына сығып китергә уйланы ла, ишек төбөндә туҡтап ҡалды. Ҡарауылсы ағай туҡтатты:
– Рамаҙан ҡусты, тороп тор... Ҡалай йөҙөң юҡ. Ни булды?
Егет уларға кире әйләнеп баҫты. Ул, ысынлап, танымаҫлыҡ хәлгә ингәйне. Тарҡау ҡараштарын бер ирҙәргә, бер өҫтәлдәге шешәгә шылдырҙы. Өлкән ир, йәһәтләп шешәгә тотондо:
– Ҡустым, кил әле, кил. Төндә үрһәләнеп йөрөүеңә ҡарағанда... һиңә саҡ ҡына күңел бушатыу ни памишайыт.
Егет өндәшмәй генә килеп өҫтәл артына ултырҙы. Һалып бирелгән сирек стакандай араҡыны ҡапыл күтәреп йотто ла сытыраймай ҙа ҡатып ҡалды. Бер килкенән һуң ғына тәрән тын алып ебәрҙе.
– Булды... эйе, төшөп китте, – тип хупланы уны ирҙәрҙең береһе.
Алдына икмәк, әрселгән йомро картуф, йомортҡа теҙҙеләр:
– Ҡабып ебәр, ҡусты. Улай уҡ бөтөрөнмә, был донъяла ирҙәр иңе күтәрмәй торған зар юҡ.
– Эйе. Бына минең баш ней генә күрмәгән, тигәндәй: яңғыҙлыҡ та, төрмә лә, хөрмә лә тигәндәй... йәшәйбеҙ бит әле... Все – нипашем!
Икенсе һалып бирелгән дә тотҡарлыҡһыҙ ғына төштө эскә. Артабанғы эскәндәрен хәтерләмәй, шунда уҡ йығылғанмы, әллә тағы ла ултыра биргәнме – белмәй. Иртәнсәк уянғанда, ҡарауылсының урынында алама юрғанға уранып шыбыр тир булып ята ине. Һикереп тороп баҫты. Теге ағай мейескә ут яғып, плитәһенә сәйнүк ҡуйып ҡайтып киткән икән. Ҡулйыуғыста бит-ҡулын сайып, ҡаты итеп бешерелгән сәйҙе ауыҙын яндыра-яндыра уртланы. Эйелгәндә мейеһе ҡойолоп ҡына килгәндәй. Ҡайҙан? Ҡайҙан ғына юлыҡты һуң бында? Ниңә ултырып ҡалды? Машина аккумуляторына ҡойорға һыу һорайым тип кенә ингәйне бит, тәҙрәлә һаман ут барлығын күреп... Өйҙә туғандары борсолдо инде... Все! Беренсе һәм һуңғы тапҡыр!
Тик һуңғы тапҡыр булманы... Һәр осрағында теш ҡыҫып ант итһә лә, һуңғы тапҡыр булманы әле был хәл. Йөрәк әрнеүен баҫыр көс табылманы. Көндөҙөн нисек тә эш һәм мәшәҡәттәр менән баҫылып йөрөһә лә, кистәрен ҡайтып ҡына ята алмай аҙапланды. Үҙ уйҙарынан, ғазаптарынан арыны, әммә арына ла алманы. Шуларҙы ниндәйҙер берәй арауыҡҡа ғына онотоп тороу сараһын эҙләне лә – тапманы. Ваҡыты-ваҡыты менән араҡы ғына ярҙамға килде. Бығаса эсмәгәс, уны йыйындарға саҡырып күнекмәгән йәштәр, бер нисә тапҡыр бәүелә-бәүелә ҡайтып барғанын аңғарғандан һуң, уны ла шәмбе кистәренә индереп алдылар. Бигерәк тә был байрамдарҙы ойоштороусы ҡыҙҙар яратты. “Рамаҙан да Рамаҙан” тип кенә торҙолар. Айырыуса Миңһылыу тигән күрше ауыл ҡыҙы өҙөлдө. Егет ни сәбәптәндер килмәй ҡалһа, уның артынан кеше ебәртте. Йә шәмбегә ҡарай нисек тә саҡырып ҡуйыу юлдарын тапты. Унда аяҙыны, ысынбарлыҡтан айырылды Рамаҙан, уйнаны-көлдө, бейене-йырланы... иртәнсәген ауырыны, әммә икенсе шәмбе кисе тағын шуны уҡ ҡабатланы.
– Рамаҙан, бер нәмәгә лә ҡайғырма, ҡыҙҙар улар трамвай кеүек, береһе китһә, икенсеһе килә, – тип йыуата уны серен белеп алған шул ҡыҙ өҫтәл артында. Уны башҡалары йөпләй:
– Әйҙә, улар – беҙҙән ҡалғандар илаһын! Ә беҙ күңел асабыҙ!
– Һиңә барам тигән ҡыҙҙар – море! Теләһәң, бына, мине ал! Хи-хи-хи! Теләһәң, ана – Миңһылыуҙы! Күптән һиңә сохнет!
Кемеһелер йыр менән элеп ала:
Кемдәр ғүмер итә икән
Беҙҙән ҡалған йәрҙәр менән, иһа-һа-ай?!
...Бер уянып китһә, эргәһендә ярым яланғас Миңһылыу йоҡлап ята. Сатнаған башын саҡ күтәреп, тирә-яғына баға: иҙәндә – кемдәрҙер, арыраҡ, диванда, тағы бер пар...
Эләгә-тәгәрәй йөрөп кейемдәрен эҙләп кейҙе. Шул ваҡыт Миңһылыу ҙа уянды:
– Иртә бит әле...
– Мин... ҡайтам. Ҡайтырға тейеш инем кисә...
– Ой! Хәҙер үкенәм тиген ишшеү. – Ҡыҙ күҙҙәрен ялтыратып аҫтыртын көлөп маташа.
– Миңһылыу... – тине лә, әйтер һүҙ тапманы егет һәм бөтөнләй икенсене һөйләп ҡуйҙы. – Һин... һинең... атай-әсәйең бармы ул?
– Нимә, атай-әсәйемә барып ҡулымды һорарға итәһеңме әллә?
– Ҡайҙа йөрөйһөң, тип, әрләмәйҙәрме ул һине?
– Совершеннолетняя! Рөхсәт һорар йәшем үткән. Белгең килһә, мин һиңә лә апай әле, ике йәшкә.
– Мммм... – тип кенә ҡуя алды хәҙер егет. Унан барып бер сүмес һыу күтәреп эсте лә ҡул ғына болғап сығып китте. Үкенде, бик үкенде. Көнө буйына эштә үҙен һүгеп йөрөнө. Башҡаса ул йортҡа аяҡ баҫмаҫҡа һәм ул ауылға йөрөүҙән туҡтарға ҡарар итте. Бер аҙна тотто һүҙен, ике аҙна, Миңһылыуҙан ҡайнар сәләмдәр килһә лә, өсөнсө аҙнала ла, һеңле-ҡустыһын ҡыуандырып, өйҙә ҡалды. Мунса яҡтылар, ҡустыһы менән кисен шахмат уйнанылар, һеңлеһенә әсәһенән ҡалған тегеү машинкаһын көйләп бирҙе, уныһы тырышып-тырышып тегергә өйрәнә. Дүртенсе аҙнаны ла имен генә сығып, ялға ҡайтып ултырҙы. Һеңлеһе ашарға әҙерләне лә, ҡаршыһында өйөрөлөп өйөрөлдө. Ағаһы һаман да аңғармағас, ахырҙа, яҡын уҡ килеп башын һелкте:
– Күрмәйсе!
Рамаҙан уға үтә ҡараны:
– Нимәне?
– Бына! Алҡаларҙы! – Сәстәрен ҡолаҡ артына һыпырып ебәрә был.
Күрҙе лә йөрәге семетте. Теге мәл... үткән көҙ... алған алҡалар. Зөлфиәгә бүләккә, тип. Яңы йылда һоратырға барырға әҙерләнгәндә, бер еңгә тейеш кешеһе менән кәңәшләшкәйне, никахҡа ҡыҙға алҡа бүләк итәләр тигәс, алып ҡуйғайны... Ятып ҡалды...
– Шкафтың төпкө бүлегенән табып алдым. Миңәме был? – тип, ҡыуанысынан балҡып тора һеңлеһе, бына, тағып алып. – 8 Марттан алда булһа ла күрҙем инде. Тағам, йәме?
– Ярай, оҡшағас – таҡ, – тип ҡуйҙы ағаһы. Хәҙер килеп, бер балаға, юҡ, был алҡалар икенсегә тәғәйенләнгәйне, тип тора алмай бит инде. Унан да ни фәтүә? Ә үҙенең шундай һыҙылып эсе бошоп китте. Ашаны ла, урамға сыҡты. Аҙыраҡ йөрөп булһа ла киләйем, тип атлап китте. Оло урамды осонаса сығып, кире әйләнгәйне генә, пар ат егелгән кашауай ҡыуып етте. Ундағы егеттәр һыҙғырышты, ҡысҡырышты:
– О-о! Рамаҙан!
– Давай, һикер! Беҙ – тегендә!
Рамаҙан ситкә сығып юл бирҙе. Әммә һуҡмыштар үтеп кенә китмәне, ә ярһыған аттарын шаҡарып туҡтатып, өгөтләргә кереште:
– Әйҙә, унда һине һағынғандар!