Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
14 Ғинуар , 08:25

Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә арналған сара

Үҙенең булмышын ҡурай сәнғәтенә бағышлаусы, талантлы һәм сағыу шәхес Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, талантлы виртуоз ҡурайсы һәм педагог, яҡташыбыҙ Марсель Сәйетовтың хәтер кисәһенә республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килеүсе сәнғәт оҫталары, ҡурайсының дуҫтары, коллегалары, ауылдаштары һәм туғандары килде.9 ғинуар көнө Матрай ауылында үткән иҫкә алыу сараһында билдәле яҡташыбыҙҙың тормошона, ижадына, уның мәҙәни оҫталығына байҡау яһалды.

Эйе, теүәл ике йыл элек Йылайыр районы өсөн генә түгел, ғөмүмән Башҡортостан республикаһының музыка сәнғәте өсөн оло юғалтыу кисерҙек... Марсель Сәйетовтың беҙҙең аранан китеүенә ике йыл да үтеп китте.
Өфө сәнғәт училищеһын һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап матур хеҙмәт юлын башлап ебәргән Марселдең ҡурайҙа оҫта уйнауы 2004 йылда Ҡаҙағстан, Тыва, Татарстан һәм башҡа республикаларҙан музыканттар ҡатнашлығындағы халыҡ-ара конкурста лайыҡлы баһаланды.
Билдәле яҡташыбыҙ оҙаҡ йылдар дауамында Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләне. Талантлы солист һәм аккомпаниатор республиканың билдәле йырсылары менән бергә сығыш яһаны. Бер нисә тапҡыр Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ойошторолған ҙур сараларҙа Башҡортостан сәнғәте данын яҡланы. Концерт эшмәкәрлеген уҡытыусылыҡ менән бергә уңышлы алып барҙы, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә ҡурайҙан уҡытты. Уның моңға тулы йөрәге, ҡурай көйҙәренә тулы күңеле һәр кемдең күңелен арбай ине. Сөнки сәнғәткә һөйөү уға бала саҡтан һалынған була. Ә инде милли ҡурайыбыҙҙа уйнау серҙәренә төшөндөргән уның остазы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәле Ҡайыҡбирҙин үҙ уҡыусыһының уңыштарын күреп ҡыуана ине...
Марсель Сәйетовтың иҫтәлегенә арналған мәҙәни сараға ул да килде. Нурғәле Мирғәле улы уҡыусыһының сәнғәткә ғашиҡ, тырыш һәм етди ҡарашлы музыкант булыуы менән һоҡландыра ине тиеп уны иҫкә алды.
Шулай уҡ яҡташыбыҙҙың яҡын дуҫы Йылайыр районы башлығы урынбаҫары Илшат Солтангарәев, ауылдашы, республиканың атҡаҙанған артисы Азамат Асаинов, «Мираҫ» йыр һәм фольклор ансамбле солисы Юлай Ҡасимов, республика конкурстары лауреаты, яҡташыбыҙ Динар Абдуллин, ҡурайсы, сәсән Илдар Юнысов, республика конкурстары лауреаты Рушан Ҡәҙербаев, Ҡурайсылар союзынан Тимур Юлгилдин һәм курше райондарҙан килеүсе ҡурайсылар Марсель Сәйетовты иҫкә алып Матрай ауылы халҡына ижади номерҙар бүләк итте. Кисәлә ҡурайсының ата-әсәһе Марс Мәхмүтйән улы һәм Шәүрә Әбделхәй ҡыҙы ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, сығыш яһаусы дуҫтарына иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас