Башҡортостанда «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә социаль хеҙмәт күрһәтелә – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр тауарҙы бушлай прокатҡа алып торорға мөмкин. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылда «Ғаилә» үҙәктәрендәге прокат пункттарына 317 ғаилә мөрәжәғәт иткән, ә 2023 йылдан алып бөтәһе 1340 ғаилә ярҙам алған.
Иң популяр тауарҙар – балалар өсөн (карауаттар, биләү өсөн комодтар, ванналар, коляскалар, автокреслолар һәм автолюлькалар, ашатыу өсөн ултырғыстар, саналар, велосипедтар һәм башҡалар). Шулай уҡ торлаҡты ремонтлау өсөн инструменттар (йоҡа тар бысҡы, шөрөп борғос, перфоратор, культиватор).
Хәбәр иткәнебеҙсә, «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә Миәкә районында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды.