-10 °С
Ҡар
Әбйәлил районы Рысҡужа ауылынан 59 йәшлек ир полиция участогына мөрәжәғәт иткән. Ул ауылдың өс километр алыҫлыҡта тибенлектә йөрөгән ерҙә, атының ҡалдыҡтарын табыуы тураһында хәбәр итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре күрше Тирмән ауылынан 52 һәм 43 йәшлек ирҙәрҙең квадроциклда һунарға барыуын асыҡлағандан һуң тап улар тибенлектәге йылҡыларға атыуын асыҡлай. Һуңынан инде сана менән йылҡы итен тураҡлап өйҙәренә ташып алалар.
Ғәйепләнеүселәрҙең икеһе лә үҙ ғәйептәрен таныған...