Эмир Билалов үҙенең хыялы тураһында Рәсәй Президентына тура эфирҙа һөйләргә ҡарар иткән. "Ил Президенты менән тура бәйләнеш" программаһы тураһында мессенджерҙарҙан белеп ҡалған Эмир редакцияға үтенес менән хат яҙа. Ул "Теләктәр шыршыһы" акцияһын үткәреп ебәреүен аңлатып, дәүләт башлығынан ҡышҡыһын балыҡ тотоу өсөн бур һәм спиннинг бүләк итеүен һораған. Эмир балыҡ тоторға бик яратыуы һәм Белорет районының Серменево ауылында, Әбйәлил районының Ташбулат ауылында атаһы менән бергә йыш ҡына балыҡҡа йөрөй икән.
Уның хаты иғтибарһыҙ ҡалмаған. Уға Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының (БРХФ) төбәк бүлексәһе активистары яуап биргән. Улар малайға оҙаҡ көткән бүләктәрен – балыҡ тотоу бурын һәм спиннингты шәхсән тапшырған. Хәҙер йәш балыҡсының боҙҙа уларҙы һынап ҡарар өсөн бөтә кәрәк-яраҡтары ла бар.
Источник на фото (фотоға сығанаҡ): https://www.ufa.kp.ru/online/news/6730452/