Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
16 Ғинуар , 09:25

Ҡышҡы селләгә әҙерме һеҙ?

Синоптиктар йылы көндәрҙе һыуыҡтар алмаштырыуы хаҡында иҫкәртә...

Ҡышҡы селләгә әҙерме һеҙ?Ҡышҡы селләгә әҙерме һеҙ?
Ҡышҡы селләгә әҙерме һеҙ?

Башҡортостанда ҡышҡы селлә башландыҺауа температураһы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 4 градусҡа түбән төшә.

Рәсәй гидрометүҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Уралда юғары һауа баҫымы тәьҫирендә температура түбәнәйә.

Республика буйынса бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа һепермә буран сығыуы ихтимал. Һауа температураһы сағыштырмаса юғары – 4-9 градус һалҡын, төнъяҡ-көнсығышта 14-кә тиклем түбәнәйә, алдағы төндә 10-15, аяҙытҡанда 20, ә кесаҙна төнөндә 13-18, урыны менән 23-кә тиклем һыуыта. Башҡортостан ҡотҡарыусылары водителдәргә юлда һаҡ булырға кәңәш итә. Көндәр һыуыта, шунлыҡтан алыҫ сәфәргә сыҡҡанда быны иҫәпкә алырға кәрәк.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас