Конкурста республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләләр ҡатнаша ала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡатнашыусыларға өс номинация тәҡдим ителә:
«Ғаилә ижады»;
«Ғаилә кәсебе»;
«Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре».
Шулай уҡ «МХО геройы ғаиләһе», «Күп балалы башҡорт ғаиләһе» тигән махсус номинациялар бар.
Ғаризаларҙы «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2026» билдәһе менән 23 ғинуарға тиклем ебәрергә мөмкин.
Конкурс өс этапта үткәрелә. Беренсе муниципаль этап – 23 ғинуарға, икенсе зона этабы – 23 ғинуарҙан 10 февралгә, өсөнсө республика этабы 11 февралдән 20 февралгә тиклем ойошторола. Еңеүселәрҙең исемдәре 1 мартта Стәрлетамаҡта Башҡорт ғаиләһе көнөндә финал барышында иғлан ителә.
Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Стәрлетамаҡ хакимиәте, Стәрлетамаҡтың дәүләт концерт-театр берекмәһе.