Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Новости
21 Ғинуар , 05:10

21 ғинуарҙа шағир, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Төхфәт Мораттың тыуыуына 120 йыл

«Төхфәт Моратов булам. Ишеткәнең бармы?»

Егет ҡорона саҡ инеп барған ғәмһеҙ саҡта әле Әмир Фәттәх улы Моратов, мине урамда осратып ( беҙ Ҡашҡарҙа бер урамда, ҡапма-ҡаршы йорттарҙа ғына йәшәнек):
-Беләһеңме, ни өсөн киң мәғлүмәт сараларында беҙҙең район, уның кешеләре тураһында бик яҙа һалып бармайҙар?- тип һораны. Тота килеп урам уртаһында бер ниндәй «инеш һүҙһеҙ»бирелгән был һорауға яуап бирергә мин әҙер түгел инем.Ундай ауыр һорауға яуап бирерлек кем һуң әле мин? Яңы мәктәпте тамамлап, белем «эстәй»башлаған студент ҡына. Етмәһә, «яҙыусылыҡҡа»ла бер ҙә яҡынлығым юҡ – таусы булмаҡсымын. Шулай ҙа:
-Ни өсөн, Әмир ағай?- тип һорамай булдыра алманым.
-Сөнки беҙҙә үҙебеҙҙе яҙыр кеше юҡ...
Был осрашыу йәш саҡта бик иҫемә төшөп бармағандыр, бына хәҙер, өлкәнәйгәс, иҫемә төшкөләп ала. Ә бит ул хаҡ булған. Беҙҙе хәҙер ҙә бик яҙып бармайҙар...
Ҡыш бит- артыҡ эш юҡ. Яңыраҡ өлкән яҙыусыбыҙ Сәғит Ағиштың дүрт томлыҡ әҫәрҙәрен ҡабаттан уҡып сыҡтым.Сәғит Ағиш, ғәҙәттә, үҙе күргән-белгәнде генә яҙа, үҙенә яҡын һәм ныҡ үҙләштергән тормош материалдарына мөрәжәғәт итә. Шуға уның әҫәрҙәре – ярым автобиографик характерҙа.
Миңә бигерәк тә уның иҫтәлектәре оҡшаны. Замандаштары, дуҫтары, тормош юлдары киҫешкән шағирҙар,яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре тураһында шундай йылылыҡ, хис һәм юмор менән яҙа, хатта улар араһында Сәғит олатай түгел, үҙең йөрөгән кеүек тоя башлайһың. Ошондай иҫтәлектәренең береһендә беҙҙең яҡташыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышына китеп башын һалған шағир Төхфәт Фәттәх улы Моратов тураһында юлдарға осрап алтын тапҡандай ҡыуандым.
Сәғит Ишмөхәмәт улы үткән быуаттың егерменсе йылдарында Ырымбурҙа Башҡорт халыҡ мәғарифы институтында уҡый. Бик ҙур тарихы, легендалары булған Каруанһарай йортонда урынлашҡан был институтта Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән килгән уҡыусылар йыйылған була. Улар араһында граждандар һуғышын үтеп, билдәренә револьвер тағып килгән оло егеттәр ҙә, икенсе баҫҡыс мәктәптең VI-VII кластарынан килгән үҫмерҙәр ҙә булған.
Дөйөм торлаҡта йәшәгән ике йөҙҙән ашыу студент бер нисә бүлмәлә – илле-алтмышлап ҡыҙ бөтәһе лә бер ҙур залда, малайҙарҙың да күбеһе,студком ағзалары һәм активистарҙан башҡалары, ғәжәп ҙур бер залда - урынлашҡан була. Ҡайһылары тимер карауаттар, ә ҡайһылары ағас топчандарҙа яталар.
Бер көнө кискә табан ятаҡханаға урта кәүҙәле, киң генә яурынлы һоро шинель кейгән бер кеше килеп инә. Яңылышмағанын белеп, ышаныс менән килгән был кешене студенттар берәйһенең танышы, ауылдашылыр тип уйлай, үҙҙәренеке булмағас, артыҡ иғтибар итмәйҙәр. Кеше аҙ киләме ни? Етмәһә , ҡулында күстәнәс кеүек төйөнсөгө лә юҡ.Студенттар төрлөһө төрлө ерҙә.Берәүҙәр дәрес әҙерләй, икенселәре ауылдарын, туғандарын иҫкә төшөрөп, әңгәмә һуғалар, өсөнсөләре мандолина, шашка, шахмат уйнай.
Һоро шинелле кеше топчанында одеялын ябынып ятҡан бер студент янына килеп туҡтала ла аҡрын ғына:
-Ни эшләп ятаһың?- тип һорау бирә, ә теге иғтибарһыҙ ғына:
-Һуҙылып ятам,- тип яуап ҡайтара. Һоро шинелле кеше көлөп ҡуя.
-Һуҙылып ятҡаныңды күрәм. Ниңә башҡалар янында түгелһең, әле ятырға иртәрәк түгелме?
-Улар менән мине сағыштырма. Уларҙың ботинка шәп, табаны төшмәгән. Ә минең ботинканың табаны кисә киске һигеҙ ҙә утыҙ минутта ҡубып төштө.- Студент шунда уҡ одеялы аҫтынан аяғын сығарып күрһәтә.
-Ә яңыны бирмәйҙәрме?
-Яңынымы? Мин үҙем бер аҙ ғына иҫкерәк булғанда ла ҡаршы булмаҫ инем дә ул.
-Кем һинең исем-фамилияң?
-Минеңме? Төхфәт Моратов, ишеткәнең бармы?
Һоро шинелле кеше йылмая ла ары китә.
...Киске аштан һуң ятаҡханаға йүгерә-атлап комендант килеп керә һәм уҡыусыларға Башҡортостан эске эштәр Халыҡ комиссары Шәһит Хоҙайбирҙиндың килеп төшөүен, уның ятаҡханаға килеп сығыу ихтималлығы тураһында белдерә, карауаттарҙы йыйыштырырға, одеялдарҙы матурлап йәйергә ҡуша. Уның артынан, һепертке һәм силәктәрен тотоп, сторожиха килеп керә. Залда лампа ҡараңғыраҡ янған була.Тиҙ генә складтан ҙур лампа алып киләләр, ятаҡхана күҙҙәрҙе сағылдырырлыҡ булып яҡтырып китә. Уҡыусыларға һәйбәтләп кенә үҙ карауаттарында ултырып торорға, шауламаҫҡа ҡушалар. Моратов бик йыуаш ҡына итеп:
-Минең ботинка юҡ бит әле,- ти, уға тиҙ генә ботинка килтереп бирәләр. Шулай итеп, уйламағанда-көтмәгәндә Төхфәт Моратов ботинкалы була.Дөрөҫ, был ботинка уның аяғына ҙурыраҡ булып сыға, ләкин яңы һәм матур...
Иртәгәһен Шәһит Хоҙайбирҙин дәрестәргә инә, педсоветта бик эстәлекле телмәр менән сығыш яһай. Студенттар араһында күренеп торған таланттар барлығын әйтә, уларҙың бик кескәй генә булған ынтылышына ла иғтибар итергә, үҫешенә дөрөҫ йүнәлеш бирергә саҡыра...
Йор һүҙле Сәғит Агиштың Халыҡ комиссары Шәһит Хоҙайбирҙинға арналған иҫтәлектәренең ошо юлдары миңә уҡып сыҡҡандан һуң бер нисә көн тынғы бирмәне:иҫемә төшөрәм дә көлә лә ебәрәм, иҫемә төшөрәм дә көлә лә ебәрәм...Шунан, бер төн башҡа бөтөнләй уйламаған фекер килеп инде: Төхфәт олатай, ишеткәнегеҙ бармы тип, Шәһит Хоҙайбирҙинға түгел, быуаттар аша беҙгә өндәшә түгелме?
Ысындан да, беҙ уның тураһында нәмә беләбеҙ? Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Ишембәт ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Фәттәхетдин Аллағыуат улы Георгий тәреһенең дүрт дәрәжәһе менән дә бүләкләнгән батша офицеры булған. Әсәһе кем булғандыр, хәтерҙә ҡалмаған.( Фәттәх ҡарттың бер нисә әбейе булған). Шиғырҙар яҙған. 1908 йылғы бер туған ҡустыһы - Мәхмүт олатайымдан һорашҡылағаным булды, тик ул да быға өҫтәп артыҡ бер нәмә лә әйтә алманы.«Аҡъярҙа уҡыны ( әллә уҡыттымы?- иҫемдә ҡалмаған), шунан Өфө яғына сығып китте, яу ҡупҡас,һуғышҡа алынып, яуҙа ятып ҡалды. Ҡатыны Хәҙисә исемле ине, ике ҡыҙы бар ине. Өлкәне артистка ине шикелле»,- тине. Ошо мәҡәләне яҙырға әҙерләнгән саҡта мәғлүмәт эҙләп уның бер туған ҡустыһы, билдәле журналист Әмир Моратовтың бөтә китаптарын аҡтарып сыҡтым. Аптырарлыҡ хәл – ағаһы Төхфәт тураһында бер юл тапманым. Яңыраҡ, ноябрҙә булһа кәрәк,«Ауыл уттары»нда Йомағужа ауылынан Ғаян Ғәниев, Төхфәт Морат 1931-1932 йылдарҙа Һаҡтау (Ҡәнзәфәр)ауылында уҡытып киткән, тип яҙып сыҡты.Шул ғына.Аптырағас, 2000-се йылда донъя күргән «Йылайыр районы энциклопедияһы»на күҙ һалдым.Ҡыуанысыма, Төхфәт Мораттың исеме энциклопедияға индерелгән булып сыҡты. Унда:«Тулы исеме-Моратов Төхфәтулла Фәттәхетдин улы, 1906 йылда Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Ишембәт ауылында тыуған, 1944 йылдың 24 декабрендә Латвияның «Мастини»туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Шағир. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Темәс һөнәрселек мәктәбен (1924), Ырымбур педагогия техникумын (1927) тамамлаған.1927-1936 йылдарҙа «Сәсән» журналы редакцияһында,Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләгән, 1936 йылдан – уҡытыусы. Шиғырҙары «Сәсән»,«Октябрь»( хәҙерге «Ағиҙел») журналдарында,«Башҡортостан», «Башҡортостан йәштәре»гәзиттәрендә баҫылған. Фронтта – 1942 йылдан, 16-сы Литва уҡсылар дивизияһының 224-се танкҡа ҡаршы истребителдәр полкында хеҙмәт иткән.1985 йылда донъя күргән «Утлы йылдар ауазы»исемле китабына ингән шиғырҙары патриотик хистәр менән һуғарылған.Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Юлдыбай ауылында һәм Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылында уның исемен йөрөткән урамдар бар» - тип яҙылған.
Районыбыҙҙан сыҡҡан иң тәүге шағирыбыҙ тураһында күберәк белергә кәрәктер ҙә бит, ҡалайтаһың? Моңһоҙлыҡ көслөрәк шул беҙҙә. Баймаҡтар кеүек үҙ тарихыбыҙға, шәхестәребеҙгә иғтибарлыраҡ булһаҡ, билдәле кешеләребеҙ ҙә күберәк булыр ине лә бит. Баймаҡта хәҙер «китапһыҙ»ауыл юҡ, ҡайһы бер ауылдарға арнап өс-дүрт китап яҙылған. Ә беҙҙә? Ярай, Фәрит ағай Рәмов «Яҙмыштарҙа йылдар ауазы»исемле китабын яҙып өлгөрҙө. Районыбыҙҙың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары тураһында иҫтәлектәрһеҙ ҙә ҡала инек.
Фәрит Әхмәров.


Ватан!
Ошо бер һүҙ ҡаныбыҙға
Әсә һөтө менән һеңешкән.
Ғәҙәтләндек әйтеп Ватан һүҙен
Әсә һүҙе менән йәнәштән.
Йотом һауаһы ла был Ватандың,
Бер ус тупрағы ла был ерҙең,
Туҙаны ла, әсе әреме лә-
Беҙҙең өсөн бик-бик ҡәҙерле.


Төхфәт Морат.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас