Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Ғинуар , 09:30

Ауылым кешеләре

Оло маҡтауға лайыҡ ҡатын!Яҙаһы кешем ниндәйҙер ҙур батырлыҡ та эшләмәгән, юғары вазифа ла биләмәгән, ябай ғына ауылдың ябай бер ҡатыны... Шулай ҙа уны башҡаларҙан айырып торған, маҡтауҙарға лайыҡ бер сифаты бар! Кешелеклелек, изгелек, шәфҡәтлелек менән бәйле ул сифат... Бөгөн Һабыр ауылында донъя көтөүсе Сәләх ҡыҙы Әсмә Әхтәм ҡыҙы Тапаҡова-Солтанова тураһында булыр әйтәһе һүҙҙәрем.

...Әсмә апайҙы мәктәп йылдарынан беләм. Мин күрше ауылға – Йомағужа урта мәктәбенә дүртенсе синыфҡа уҡырға барған 1975 йылда уларҙың класы яңы асылған урта мәктәптең туғыҙынсы синыфына уҡырға килде. Яңы мәктәптең беренсе сығарылыш класы уҡыусылары инеләр улар. Башҡаларға нисек булғандыр, ә бына минең өсөн еткән ҡыҙҙар һәм егеттәр ине туғыҙынсылар! “Эх, ҡасан беҙ ҙә улар кеүек ҙур булабыҙ инде!?” – Кәүҙәле-кәүҙәле, етди йөҙлө ағай-апайҙарға көнләшеп тә, һоҡланып та ҡарағаным бөгөнгөләй иҫемдә... Ә шулай ҙа балалыҡтан сығып бөтмәгәндәр ине әле улар... Быны ул саҡтағы мәктәп директоры Дәүләтша Зәйнулла улы Аҡҡужиндың туғыҙынсыларҙы айырым бер пафос менән ҡыҙҙырғанынан уҡ аңлап була ине:
– Мәктәптең юғары класы уҡыусылары, понимаешь! Әҙерәк оят түгелме һеҙгә? Башҡа кластарға ниндәй пример күрһәтәһегеҙ һеҙ?!
Директорҙың был һүҙҙәрен линейкала уҡытыусылар янында теҙелеп торған апай-ағайҙар баштарын түбән эйеп, ғәйепле төҫ менән тыңлайҙар ...
Сәләх һылыуы Әсмә апай нәҡ ана шул уҡыусылар араһында белем алды. Башҡаларҙан айырылып торған кәүҙәле ҡыҙ булып хәтеремдә ҡалған апай. Һәр ваҡыт көлөп-йылмайып ҡына йөрөгән апайҙың өҫкө иренендәге бармаҡ башындай миңе лә күҙ алдымда. Башҡа ҡыҙҙар ише юҡҡа-барға сарбайлап, ихахайлап та йөрөмәне ул. Һәр ерҙә баҫалҡылы, ауыр түләк булып ҡала белде. Уның концерт-маҙарҙа ҡатнашып, остоҡайланып йөрөгәнен дә иҫләмәйем. Ә бына йәйҙәрен совхоз эшенән ҡалмай торғайны...
1982 йылда Һабыр ауылына кейәүгә оҙатылып киткән ҡыҙ 44 йылдан ашыу инде “төшкән еренә таштай батып” йәшәй. Тормош иптәше Таһир еҙнәй менән бергә дүрт бала үҫтерҙеләр. Ауыл ерендә башҡалар күргәнде күреп, һәүетемсә генә донъя көтә ирле-ҡатынлы Тапаҡовтар...
Әсмә Әхтәм ҡыҙының мин һеҙгә һөйләргә теләгән матур яғы – уның күндәм, сабыр холҡо, мәрхәмәтле булыуы! Ана шул матур сифаттары арҡаһында ла ул тормош ауырлыҡтарын еңә белде, эсендәген тышҡа сығарманы, үҙенә йотто. Күп балалы ишле атай менән әсәй ғаиләһендә лә ҡусты-һеңлеләренә ололоғон күрһәтә белде һәм әле лә уларҙы бер ҡорға туплап, урынлы кәңәштәре, тел ярҙамы менән йәшәй. Олоғайған әсәһен – Хәсибә Нотфулла ҡыҙы Солтанованы үҙ ғаиләһенә – Һабырға күсереп алып, уға һуңғы хөрмәтен намыҫ менән атҡарып, әхирәткә оҙатыуы ғына ла Әсмә апайҙы бер башҡа күтәрә. Ә бер туған Рафиға апайын, ун алты йыл буйына өнһөҙ-тынһыҙ тәрбиәләп, унан да икһеҙ-сикһеҙ рәхмәттәр, оло фатиха алыуы һуң... Үҙе маҡтауға лайыҡ, изге ғәмәл түгелме ни?! Рафиға апай һуңғы һулышына ҡәҙәр һеңлеһе менән кейәүенә алғышланып, фатихаларын бирҙе!
Бер туған ҡәйнешенең яҙмыш менән ата-әсә хәстәренән мәхрүм ҡалған кескәй сабыйҙарын да бер һүҙһеҙ үҙ ҡанаты аҫтына алды изге йөрәкле ҡатын һәм уларға ӘСӘ һөйөүен бүләк итте! Иҫемдә, Йылайыр мәҙәниәт йортонда ҡурсыуһыҙ ҡалған сабыйҙарҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр хөрмәтенә үткәрелгән ҙур йыйынға Тапаҡовтар ҡыҙҙарын ҡурсаҡтай кейендереп алып килгәндәр ине. Сараны ойоштороусыларҙың эскерһеҙ рәхмәт һүҙҙәре нәҡ бына улар ише ғаиләләргә төбәлде һәм Тапаҡовтар байрам түрендә лайыҡлы урын биләне!
Һабыр урамы буйлап таныш апай килә... Мин белгәндән күпкә олоғайып, ҡуранысланып ҡалған.
–Э-э-й-й, үҙемдең ҡустым тора лабаһа! Һаумы, ауылдашым! Хәлдәрең нисек? – Салт ҡатын мин ауыҙымды асҡансы үҙенең эскерһеҙ хәбәрҙәрен теҙә. Әсмә Әхтәм ҡыҙы менән бер нисә минут хәбәрләшеп, хәл-әхүәлдәр белешеп алабыҙ. Шул арала ул үҙенең йәшәйеше, күргән-кисергәндәре менән уртаҡлашырға ла өлгөрә.
– Бына апайың да әбей булды... Хәҙер ни сүпкә лә эләгеп, йығылып бары ла бит. Ҡолап, ҡулымды имгәндергәйнем, пунктҡа барып ҡайтып киләм әле...
– Олоғайыу үҙе бәхет, апай! Йәшәйек әле!..
Бик күпте күргән Әсмә апай үҙ ғүмер юлында, күпте кисерергә тура килгән уға. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәгән, күҙҙәрендә йәшәү нуры балҡый, тормошҡа шатланып йәшәй.
Ана бит – хәбәр һөйләгәнендә лә йөҙө яҡтырып, күҙҙәрендә нурҙар уйнап китә. Ирендәрендә яғымлы йылмайыу барлыҡҡа килә. Хөрмәтле ағинәйгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм һәр нәмәнән ҡәнәғәтлек теләйем. Матур хәтирәләргә генә бирелеп, һөйөп үҫтергән балаларыңдың, яҡындарыңдың ярҙамын тойоп, Таһир еҙнәй менән тигеҙ йәшәргә насип булһын!
Мотал Рәмов.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас