Йылайыр районының Һабыр ауылында йәшәүсе өләсәһе Гөлсинә Торомтаеванан каникулда ҡунаҡҡа барған ваҡытта туҙҙан һағыҙ ҡайнатырға өйрәнеп килә. Эҙләнеү эшенең проектында тап ошо темаға тотона. Ҡайын туҙы менән бергә Себер ҡарағасынан да айырым һағыҙ ҡайнатып ҡарай. Уңышлы килеп сыға һәм ҡала кимәлендә I урынды яулай.
Айһылыу ҙа рухлы башҡорт ҡыҙы булып үҫеп килә. Ул ағаһы уҡыған лицейҙың II синыфында белем ала. Әсәһе менән бергә стилләштерелгән түшелдеректәр, брошкалар эшләй һәм үҙҙәре йәшәгән ҡалала үткәрелгән конкурста еңеүсе була. Яңыраҡ Мәскәү ҡалаһында «Фәнгә тәүге аҙымдар» тип аталған конкурсҡа барып, үҙен лайыҡлы итеп күрһәтеп ҡайта. Милли биҙәүестәрҙе үҙе лә теләп төрлө сараларға таға. Матурлыҡҡа ғашиҡ ҡыҙ бәләкәс сағынан төрлө гүзәллек бәйгеләрендә лә ҡатнаша. Биш йәшендә «Башҡортостан гүзәле» конкурсында үҙенең йәштәштәре араһында Гран-при ала. Башҡорт телендә, интернеттан уҙғарылған шиғыр һөйләүселәр конкурстарында ла теләп ҡатнаша һәм бер ерҙә лә һынатмай. Оҫта ҡуллы әсәһе уға сәхнә өсөн милли стилдәге матур-матур күлдәктәр тегә. «Югра сувениры» тип аталған бейеү ансамбленә лә йөрөй өлгөр ҡыҙ. Биш йәшлек Байрас та ағаһы менән апаһынан ҡалышмай. 52-се балалар баҡсаһында ойошторолған төрлө конкурстарҙа теләп ҡатнаша.
Ояһында ни күрһә – осҡанда ла шул булыр, тигәндәй, был талантлы балаларҙың әсәһе, Һабыр ауылы һылыуы Гөлсәсәк Әменеваның (Торомтаева) исеме күптәргә яҡшы таныш. Заманында район намыҫын Урал батыр эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында лайыҡлы яҡлап, Гран-при яулаған, башҡорт теле буйынса төбәк олимпиадаһында уңышлы сығыш яһаған, унан инде Башҡорт дәүләт университетының башҡорт фиологияһы факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған ул. Гөлсәсәк Рауил ҡыҙы бер ни тиклем ваҡыт Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуында эшләне, уның ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә сюжеттарын күптәр әле булһа иҫләй, маҡтап телгә ала.
Ғаилә башлығының эше алыҫ Себер тарафтарында булғанға күрә, йәштәр Түбәнге Варта ҡалаһына килеп төпләнә. Күреүебеҙсә, бында ла һынатмай улар.
Балалар сығыштары менән Башҡортостандан булған бүтән яҡташтары менән «Югра башҡорттары» ойошмаһы ярҙамында барлыҡҡа килгән «Башҡорт телен өйрәнеү түңәрәге»нә йәкшәмбе һайын теләп йөрөй. Ул ҡаланың 2-се балалар китапханаһында үтә. Башҡорт телендә баҫылған ваҡытлы матбуғат, китаптар менән танышалар. Йәнә улар барыһы ла – ошо уҡ ойошмала төҙөлгән «Самрау» бейеү ансамбленең солистары. Башҡорт халыҡ бейеүҙәренә балаларҙы сығышы менән Ишембай районының Ғүмәр ауылы ир-уҙаманы Зөфәр Ғәлләмов өйрәтә. Сығышы менән Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылынан булған Фидәис Ғәниев әлеге ваҡытта балалар өсөн ҡурай түңәрәге лә асҡан. Малайҙар, үҫмер егеттәр ҡурайҙа уйнап сәхнәгә лә сығып өлгөргән. Йәнә йыл һайын Түбәнге Варта ҡалаһында уҙғарылған Башҡорт теле көндәрендә теләп ҡатнашалар, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәләр. Сит төбәктә лә үҙҙәренең телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен онотмаған башҡорт ғаиләләренә ҡарап һоҡланырға һәм «афарин» тип әйтергә генә ҡала.
“Йәншишмә”нән.