8 Март байрамында... тап шул көн булды шул – хәтерендә... башҡалар ҡолашыпмы, ятышыпмы бөткәс, икәү генә ҡалғандарында, Миңһылыу ауырлы икәнлеген әйтте. Рамаҙан уны ишетһә лә, айышына төшөнә алмай аҙапланды.
– Нишләп ауырлы? Нисек ауырлы?
– Нисек-нисек?.. Нисек икәнен һөйләп бирәйемме инде? – Ҡыҙҙың кәйефе юҡ, төҫө лә ҡасҡан.
Рамаҙан һаман аңрая. Миңһылыуҙың йәне көйөп үк китә:
– Нимә, баш тартмаҡсыһыңмы? “Зөлфиә, Зөлфиә” тип һаташып ятһаң да, минең менән йоҡлап йөрөгәнеңде бындағы бөтәһе лә белә.
Егет һаман телһеҙ.
– Ярай, теләмәһәң, абортҡа барам. Тик аҡса бир, миндә юҡ. Ҡалаға түләүлегә барып киләм. – Унан өҫтәп ҡуя: – Улай ҡурҡаҡ икәнеңде кем белгән?!
Шунда ғына Рамаҙанға барып етә, ул хатта асыҡлап маташа:
– Миңһылыу... ул... был... точно минекеме?
Ҡыҙ алдындағы эсә алмай ултырған рүмкәһен ҡолатҡансы этеп ебәрә:
– Ышанмаһаң – тор! Аҡса бир и все!
Рамаҙан уны тороп барған еренән тартып ултырта:
– Ярай, ҡыҙма... Аптыраным мин... просто...
– Нимәһен аптырайһың? Һаҡланмағандан бала була икәнде белмәй инеңме?
– Һаҡланыу?.. Уны түгел... башҡаһын иҫләһәмсе...
Ҡыҙ һаман ныҡышты:
– Шунан? Ни эшләйбеҙ?
Егет бер тәрән итеп тын алды ла, ҡырҡа хәл итте:
– Өйләнәбеҙ. Икәүләшеп тороп һөйләшеп бала үлтермәйбеҙ ҙә инде. Давай, ҡайтайыҡ, айнығайыҡ, Миңһылыу. И ҡабат эсмәйек, ишеттеңме? Бала булһын... тыуһын ул...
Миңһылыу күҙ йәштәренә быуылып, йөҙөн ҡапланы, үҙе ризалашып туҡтауһыҙ башын ҡаҡты:
– Ярай... ярай, Рамаҙан... Һин әйткәнсә булыр... Барыһы ла һин әйткәнсә генә булыр...
Туй үтте. Көҙ башына малайҙары тыуҙы. Тик бәлә китмәгән булып сыҡты, ул ошо тирәлә һағалап, көтөп кенә йөрөгән икән. Дүрт-биш айында улдарының ултырырға ынтылмағанын, балаларса талпынмағанын аңғарып тикшерткәйнеләр, уның ауырыу икәнлеге асыҡланды. Бәлә килде. Бәлә ҡара япмаһы менән уларҙы баштан-аяҡ ябып китте. Оҙаҡҡа... ғүмергә ине был бәлә...
***
...Зәбиргә ауырға тура килде был йыл. Ауыл-ҡала юлын тапауҙан башланғайны баштан уҡ, йыл аҙағына тиклем шул һуҡмаҡҡа саң төшөрмәне лә ҡуйҙы. Зөлфиә ауырып ятып киткәс, уның практикаһын яптырыуҙы хәл итте. Унан ҡыҙ һаман да аяҡҡа баҫырға уйламағас, ата-әсәһе академик отпуск алып ҡарарғамы тигәндә, ауыҙҙарын да астырманы, факультет деканы менән һөйләшеп, хатта ректорға барып етеп, хәл итте. Ҡышҡы сессияһын да тапшырған тигән тамғалар ҡуйҙыртты, стипендияһын да алып килеп тотторҙо. Ҡыҙҙың әсәһе һөйөнөп бөтә алманы, балаһының шундай ышаныслы, ярҙамсыл дуҫы булыуына шатлығын белдереп әленән-әле өйҙәгеләренә лә әйтеп алды:
– Зәбир булмаһа, тотош бер йылды юғалта инек. Әлдә шундай изге кешеләр бар. Йәш булһа ла, ҡалай ғына аҡыллы, инсафлы был егет.
Зөлфиә уны ишетмәҫ булып йөҙөн ситкә бора. Әсәһе уның был ҡылығын аңлай алмай. Бығаса тауыш-тынһыҙ ғына дуҫлашҡайнылар түгелме? Йәйҙәрен өҙөлмәйсә хаттары яуа ине. Ҡалаға Зөлфиәгә барһалар ҙа ошо егет килә һалып етә, ни алып, ни бирергә белмәй өтәләнә ине бит. Ул саҡта ҡыҙҙары ла ыңғай ине. Әле нимә булған?
Ул ҡыш та, яҙ ҙа уҡый алманы Зөлфиә. Йәйгә генә яйлап урамға сығып йөрөп әйләнә, йорт-хужалыҡ эштәренә ҡушыла башланы. Ниндәй генә дауаханаларға, табиптарға алып барманы уны ошо айҙарҙа ата-әсәһе, тик береһе лә аныҡ ҡына диагноз ҡуя алманы. Әлеге Зәбир кемдәрҙер аша сығып, ҡабул итеү ойошторған бер оло профессор ғына “нервылар көсөргәнешенән барлыҡҡа килгән йән ауырыуы” тигәнерәк аңлайышһыҙ һығымта яһаны. Нисек булғанда ла, оҙаҡ ятты Зөлфиә яҡындарының ҡотон алып, әсәһенең үҙен ауырыу итә яҙҙы. Ярай әле бүлмәләш ҡыҙҙары һәм Зәбир булды. Шулар, ҡалаға яҡын торғас ни, ялдар һайын тигәндәй шаулашып килеп төшөп, донъя яңылыҡтарын һөйләп, институт хәбәрҙәрен теҙеп, әллә ниндәй ҡыҙыҡтары менән аҙ булһа ла күңелен асып китәләр ине. Унан йәйгә ғаилә менән диңгеҙгә юлландылар. Икһеҙ-сикһеҙ зәңгәр киңлек, йылы ҡом, эҫе ҡояш күп нәмәнән һауыҡтыра тигәндәре юш килдеме, әллә инде ауырыуҙың сигенеү ваҡыты етепме, Зөлфиәгә лә йән инде. Ҡабаттан элекке алсаҡ, күңелсәк-моңһоҙ балаға әйләнә алманы, әлбиттә, әммә йәшәүгә һәм уҡыуға кире ҡайтты. Ә булмышы, эске торошо үҙгәргәйне, бәғере ҡатҡайны уның.
Ҡалала ла Зәбир барлыҡ иғтибары менән уратып алды. Ул институтты тамамлап, аспирантураға ингән, шул уҡ ятаҡта бер үҙенә айырым бүлмә алған. Бәләкәй курстарҙа аҙыраҡ дәрестәр уҡытып та маташа ине, шикелле. Зөлфиәгә шуларҙы һөйләй, ә тегеһе ишеткәндә ишетә, ишетмәгәндә юҡ. Күп осраҡта төптө битараф булып ултырып ҡала. Тик Зәбир быға ғына бирешергә теләмәй, ул артҡа сигенмәй, ҡарышлап, аҙымлап булһа ла алға бара. Ҡыш, ул килһә, бөтөнләй бүлмәһенең ишеген дә асмай ине ҡыҙ, яҙын әйләнеп тә ҡарамай ине. Әле, бына, артыҡ асылып бармаһа ла, тыныс ҡына сәй артында ултыралар. Зәбир торт тотоп ингәйне.
Тәмле-татлыға битараф була алмаған ҡыҙҙар маҡтай-маҡтай тортлап сәй эстеләр ҙә, быларҙың икеһен ҡалдырырға типтер инде, йомош табып таралышып бөттөләр. Зәбир ҙә ошо мәлде көтөп ултырған, күрәһең, ҡыланыштарына ҡарағанда ниндәйҙер әйтер һүҙе бар. Бына ул бер тороп, бер ултырып ыуаланып йөрөнө лә, ҡыҙҙың артына килеп баҫты.
– Зөлфиә, аҡыллым... Мин һинең өсөн барыһына ла ризамын, беләһең... Бына, әле лә, һинең тыныслығыңды уйлап... Һин киләсәккә анығыраҡ ҡараһын өсөн...
– Йә, тураһын әйт тә ҡуй. Нимәһен уратаһың? – Зөлфиә уның яҡынса нимә тиерен белә лә кеүек.
– Тураһын? Тураһы шулай: мин Ғәйниә апайға хат яҙҙым һәм бына яуап килде.
– Ғәйниә... апай? – Нимә ишеткәндә лә бындайҙы көтмәгән ҡыҙ, ҡорт саҡҡандай, ултырған урынында һикереп китте. – Ниндәй хат?
– Һине... һаман да теге придурокты уйлайҙыр тип... шуның тураһында белешергә теләгәйнем. Просто ғына һораштым. Ни хәлдә, нисек йәшәй, имен-һаумы, тип кенә.
– Кем ҡушты һиңә? Йә, бына, кем һораны һинән шуны?
Зәбир йөҙөнә бер ҡатлылыҡ сығарып тороп яуап¬ланы:
– Һине уйланым. Үҙеңде һанға һуҡмаған, һинең өсөн саҡ ҡына булһа ла көрәшергә лә теләмәгән, хатта тыңлап та тормай ҡапҡа төбөндә этеп ҡолатып киткән әҙәм өсөн өҙгөләнмәһен һаман, тинем.
– Шунан? Ярҙам иттеңме? – Ҡыҙ тауышын күтәрә төшә.
– Бына, хатын үҙең уҡы. Минең эштәрем бар. Кискә инермен.
Зәбир сығып киткәс, ваҡ маркалар йәбештерелгән конвертты һаҡ ҡына асып, шаҡмаҡ дәфтәр битенә яҙылған сирек битлек кенә хатҡа текәлде лә, бер тынала ҡысҡырып уҡып сыҡты:
“Оялмайынса һорашып ятыуығыҙға аптырайым. Бер ҡыҙ булмағандан әллә тормош туҡталған икән тиһегеҙме? Юҡ. Рамаҙан өйләнде, бик яҡшы йәшәп яталар, улдары бар. Һеҙ ҙә үҙ сиратығыҙҙа бәхетле булығыҙ. Был яҡты башҡаса борсомағыҙ...”
Карауатына сүгеп төшөп, бер килке һеңеп ултырҙы. Ул бит Рамаҙанды... ул бит... һәр хәлдә, аҙыраҡ булһа ла уны уйлайҙыр, моғайын да, һағыналыр тип... Ә ул... ул өйләнгән... Улы бар!
Иламаны. Илар йәштәрен ҡойоп бөткән ине. Ике түш араһындағы ауыртыуҙы үткәреп ебәргәнсе генә һығылып ултырҙы ла, тороп йөҙ-битен һыпырғылап, өҫ-башын рәтләгәс, Зәбирҙең бүлмәһенә юлланды. Ул барып шаҡығанда тегеһе костюм-салбарҙарын кейеп, галстугын таға алмай маташа ине. Ҡыҙ үтеп, уның ҡулынан галстукты алды ла йәһәт-йәһәт бәйләп ҡуйҙы. Егет ҡыҙҙың яҡынлығынан иҙрәп тора бирҙе. Күптән, бик күптән ундай бәхет юҡ, хатта яурырына ла тейҙермәй ине бит һөйгәне. Әле ул үҙе килде, үҙе ҡулын һуҙҙы...
– Зөлфиә?..
– Нисәлә бушарһың икән?
– Нисәлә? Нимәгә?.. Һиңә кәрәк булһам хет хәҙер...
– Юҡ, хәҙер түгел. Кискә, бәлки, берәй ергә барып килһәк тигәйнем. Театрғамы... киноғамы...
– Зөлфиә... Зөлфиәкәй! Мин бик шат! Мин... мин... осоп йөрөп киләм, йәме? Һин... һин саҡ ҡына көтөп тор.
– Ярай, бар, эшең менән бул.
Шул көҙҙә Зөлфиә менән Зәбир бергә йәшәп китте. Быға берәү ҙә аптыраманы. Зөлфиәнең үҙенән башҡа. Ваҡыты-ваҡыты менән ул иренең Зәбир булғанын башына һыйҙыра алманы, уны икенсе менән бутап, икенсене күҙ алдында тотоп, икенсе менән эстән серләшеп йөрөп, шул исемде ҡысҡырып әйтеп ҡуйыуҙан ҡурҡты. Ысынында, ғаиләлә ике түгел, ә өс кеше йәшәй, өс кеше бергә йоҡлай һәм өс кеше ғазаплана ине.
Бөтөн был буталсыҡ тарихтың башы ошо тәңгәлдән, Зөлфиәнең булмышы уртаға бүленгәндән башланды булды ул...
***
...Өмөтһөҙлөктө нимә менән сағыштырып була икән? Ҡараңғы тоннель эсенә килеп юлығып, уның осон таба алмай ҡаңғырыу менәнме? Ҡурҡыныс төштән һаташып уянып та, һаман шул төш эсендә булып сығыумы икән? Әллә Рамаҙандың кисерештәре менәнме? Ана шул өмөтһөҙлөктө бөтөн тәрәнлегендә, һәр күҙәнәге менән тойоп, шуның эсендә кисеп, йөҙөп йөрөп ятыуы. Ринатының зәғифлегенә күнеп бөткәйне, инде атламаҫын, һөйләшмәҫен һәм хатта үҙенең кем икәнлеген дә аңламаҫын ҡабул иткәйне лә кеүек. Һуңғы айҙары, ҡатыны иҫерек ҡаршы алып, бөтөнләй аяҡ аҫтынан ер китте. Һуңғы тапҡырында сабырлығы тамам һынып, сараһыҙлыҡтан ярһып китеп ҡатынына сәпәп тә ебәрҙе. Тегеһе, сикәһен тотоп, мөйөшкә һыйынды ла, ҡаш аҫтынан ҡарап тора бирҙе.